2 янв. 2012 г.

Мөғжизәләр булып тора!

Кескәй бала өйҙәренә килеп ингән һаҡаллы Ҡыш бабай, һылыу Ҡарһылыу, уға эйәргән Ҡуянға ҡарап һоҡланыуынан тын ҡала. Юҡ-юҡ, ҡунаҡтар улар ғына түгел, төрлө йәнлек булып кейенгәндәре ишек төбөндә тапана. Бала тәүҙә ҡаушап, унан батырайып әсәһе менән әҙерләгән шиғырын, йырын йырлап ишеттерҙе. Ҡыш бабай уны маҡтап, арҡаһынан һөйөп алды. Шыршы тирәләй йырлап-бейеү, Ҡыш бабайҙың алдында ултырыу, Ҡарһылыуҙың йомаҡтарына яуап биреү... Эйе, былар барыһы ла кескәйҙең йыл буйы ҡәҙерләп һаҡлаған хәтирәһе буласаҡ, уны шәфҡәтле, миһырбанлы итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Бындай матур кисә ҡайҙалыр ҙур ҡалала, артистар тарафынан ойошторола икән тип уйлаһағыҙ – яңылышаһығыҙ. Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре атҡара был матур йоланы. Ҡыш бабай–Илдар Шәйәхмәтов (мал ҡараусы), Ҡарһылыу – Ләйсән Иҫәндәүләтова (ауыл китапханасыһы), Сәкинә Сөләймәнова һәм Рәмзиә Сәйетҡолова (мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре), гармунда өҙҙөрөп уйнаусы – Зариф Сапаров (художество етәксеһе) һәм уларҙы ойоштороусы Зөлфиә Солтанғолова (Ишмырҙа мәҙәниәт йорто директоры).
Балаларға байрам бүләк итеү уйы физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙең йәшәйешен биҙәү теләгенән килә уларға. “Көндәр буйы өйөндә ултырған, йүгереп уйнай алмаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға мөғжизә бүләк итеү – беҙҙең өсөн оло бәхет. Улар ғына түгел, ә ата-әсәләре лә һәр көнгә оло ышаныс менән йәшәй бит. Кешенең өмөтөн һүрелтергә ярамай, киреһенсә, уны тағы дөрләтеп ебәрергә кәрәк”, – ти улар.
Ысынлап та, мөғжизә бүләк иткән апай-ағайҙарҙы һәр кем йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларға ярҙам күрһәткән ауыл биләмәһе, “Байҡара” агрофирмаһы етәкселегенә бик тә рәхмәтле. Сөнки йыл һайын шыршы ҡуйыу, кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратыу өсөн, үкенескә ҡаршы, ҙур хыял ғына етмәй, матди ярҙам да кәрәк.
Зөлфиә Тимербулат ҡыҙы Солтанғолова әйтеүенсә, ауылда Яңы йыл гөрләп үтә. 30 декабрҙә бар ауыл менән шыршы янында 2012 йылды ҡаршылайҙар. 31 декабрҙә һәр кем ғаиләһе менән байрамды үткәрһә, 1 ғинуарҙан башлап улар тағы төрлө әкиәт геройҙарына әүерелеп, балаларҙы ла, ололарҙы ла ҡыуандыра.
Эйе, ауылдаштарына, бигерәк тә кескәйҙәргә бәхет-шатлыҡ бүләк иткән был изге күңелле кешеләргә тик уңыштар теләге килә. Яңы йыл һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бар теләктәрен тормошҡа ашырһын!


Гүзәл Иҫәнгилдина.  
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.