16 янв. 2012 г.

Йәшәгеҙ һеҙ гел татыу!

Йәшәгеҙ һеҙ гел татыу!
Татыулыҡтың сере бер-береңде ҡәҙер итеүҙән киләлер. 10 йыл күрше булып йәшәп, был ғаиләнең берҙәмлегенә, татыулығына һоҡланмаған көнөм юҡ. Бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тула тип ишеткәс, хайран ҡалдым, һиҙмәҫтән ҡулға ҡәләм алдым.

...Тәкәһуҡҡан ауылында көн иткән Фәйзулла Сырлыбаевтың апаһы Түбәнге Яйыҡбай ауылына кейәүгә сыҡҡас, ул ошо ауылда йәшәгән Ишбикә исемле һылыу менән таныша. Йәштәр күп тә үтмәй ҡауыша. Шулай итеп, ошо көндәргә 60 йыл үтеүенә улар үҙҙәре лә ышанып етмәйҙер. Уларға күпте кисерергә тура килә, Ишбикә инәйҙең атаһы мәрхүм булып ҡуйғас, әсәһен күсереп алып, 17 йыл бергә көн итәләр. 1967 йылда улар Тәкәһуҡҡандан Баймаҡҡа күсеп килә. Өс балаға ғүмер, һәр береһенә матур тәрбиә биреп, тормош юлына аяҡ баҫтыра  Сырлыбаевтар. Әле Миңнур исемле ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй, ике бала, бер ейәнсәр үҫтерә. Баймаҡта йәшәгән Гөлнур апайҙың үҙенең өс балаһы, бер ейәне бар,  Рәйес ағай ҙа өс бала, ике ейәнсәр һәм бер ейән тәрбиәләй. Аҙнаның аҙағы етеүгә был ишле ғаилә бер ҡорға – атай йортона йыйыла. Ихата балаларҙың шат тауыштарына күмелә.

Фәйзулла олатай ғүмере буйы “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында ҡойоу изделиелары өсөн ағастан формалар эшләү буйынса моделсе булған. Уны заманында хеҙмәттәштәре: “Уға моделсе һөнәре Хоҙайҙан бирелгән”, – тип йөрөтә һоҡланып та, ғорурланып та. Халыҡтың һорауы буйынса ағастан тәҙрә, ишек яҡтауҙары, башҡа әйберҙәр эшләп тә өлгөрә оҫта ҡуллы балтасы. Шуға күрә Баймаҡта уны белмәгән кеше һирәктер. Бындай абруй ҡул оҫталығынан ғына түгел, күңел йылылығынан да киләлер. Ул Ишбикә инәйҙе шул тиклем ҡәҙер-хөрмәт итә, бер ерҙә лә эшләтмәй. Шуға күрә инәй балаларына, туғандарына бөтә күңелен, йөрәк йылыһын һала, йорт мәшәҡәттәре араһында һәр береһенә шәлдәр, ойоҡтар бәйләп бирә.  Инәйҙең  һеңлеһе Хәлимә инәй: “Еҙнәйем беҙгә йорт һалырға ярҙам итте. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла уртаҡ булды инде. Беҙ  биш йыл буйы уларға мунсаға йөрөнөк. Үҙҙәре ихлас булғас, шәмбе етһә, балаларыбыҙ уларға ҡасып китә торғайны. Ғүмер буйы ишле мал тоттолар”, – тип йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Үҙең олоғайған һайын атай-әсәйҙең ҡәҙере арта ғына бара. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн барып йылыныр усағы, һыйыныр ҡосағы, көс алыр атай йорто булыуы – ниндәй бәхет! Уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Гәүһәр туйығыҙ ҡотло булһын, Фәйзулла олатай һәм Ишбикә инәй!
Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.