5 февр. 2012 г.

АПК-ны үҫтереү

Мәғлүмәт ярҙамы һәм консультация кәрәкме?

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә эффектлы планлаштырыу һәм хужалыҡ менән идара итеү, финанс һәм инвестиция анализы, баҙар талаптары нигеҙендә ресурстарҙы файҙаланыуҙы оптималләштереү мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү, АПК предприятиелары эшмәкәрлегенең проблемаларын асыҡлауҙа ярҙам итеү, производствоның төрлө аспекттары буйынса мәғлүмәттәр биреү маҡсатында ойошторолған ауыл хужалығын консультациялау системаһы Башҡортостанда 2007 йылдан алып үҫешә. Баймаҡ районында иһә мәғлүмәт-консультация үҙәге (артабан – МКҮ) 2009 йылдан бирле эшләй. Уның менән Сирбаев Рөстәм Фирғәт улы етәкселек итә.
Быйыл 1 ғинуарҙан “Баймаҡ” МКҮ-һенең хеҙмәткәрҙәр штаты артып, ул 8 кеше тәшкил итә. Бөгөн беҙҙә директор, баш бухгалтер, әйҙәүсе зоотехник, агроном, инженер, юрист, белгес-эксперт, водитель эшләй. Үҙәктең төп бурысы булып проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү, аграрийҙарға баҙар, хоҡуҡи, технологик, иҡтисади, фәнни-техник һәм башҡа мәғлүмәттәр биреү тора. Инновациялар тураһында мәғлүмәт тә бөгөнгө заманда ҙур роль уйнай.

Мәғлүмәт-консультация үҙәге бөтә төр ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен үҫемлекселек (сәсеүҙән башлап урып-йыйыу эштәре тамамланғанса), малсылыҡ (малсылыҡты ойоштороуҙың алдынғы алымдары буйынса рекомендациялар эшләү, тармаҡты алып барыу анализы, тоҡомло мал һатып алыуҙы эҙләү һәм рекомендация биреү), № 1-фермер, № 3-фермер статистик отчет формаларын тултырыу буйынса консультация хеҙмәттәре күрһәтә. Механизация мәсьәләләре (лизингҡа һәм кредитҡа техника һатып алыу, һайлау һ.б.) өлкәһендә лә ярҙам итергә әҙербеҙ. Шулай уҡ бухгалтер иҫәбе һәм һалым һалыу (һалым һалыу системаһын һайлау, һалым декларацияларын, килемдәр һәм сығымдар кенәгәһен тултырыу, бухгалтер балансын төҙөү, бөтә формалы бухгалтер документтарын тултырыу) буйынса ла консультациялар бирелә. Учреждение “Такском-Спринтер” программаһы ярҙамында һалым һәм бухгалтер отчетлығы төҙөү һәм Пенсия фондына тапшырыу буйынса хеҙмәт күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта эш башлаусы эшҡыуарҙарға бизнес планы төҙөү буйынса хеҙмәт күрһәтелә.
Төрлө договор проекты төҙөү буйынса юридик хеҙмәт күрһәтеү, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә түгелгән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия юллау, ер участкаларына һәм торлаҡ йорттарға, пай ерҙәренә милекселек хоҡуғын теркәү – быларҙың барыһы ла мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәре иңендә.
Бөгөн үҙәктең эште тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн кәрәкле компьютер техникаһы һәм ҡоролмалары бар. Район хужалыҡтары һәм ауыл биләмәләре менән электрон бәйләнеш булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр пайсылар йыйылышын үткәреү, пай ерҙәрен арендалау килешеүе төҙөү буйынса ауыл биләмәләренә сығып, консультациялар үткәрә; район хакимиәтенең күсмә отчеттары осоронда йыйылыштарҙа ҡатнаша. Нигеҙҙә, консультациялар хакимиәт тәҡдиме менән бушлай үткәрелә, шул уҡ ваҡытта прейскурантҡа ярашлы түләүле хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә.
Былтыр мәшғүллек үҙәгенән кире ҡайтарылмай торған ярҙамды алыу өсөн үҙ эштәрен асырға теләүсе 60 граждан консультация һорап мөрәжәғәт итте, шуларҙың 10-ына бизнес планы эшләп бирелде. Шулай уҡ яңы эш башлаусы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү программаһында (“Старт-Ап”) ҡатнаштыҡ, 30 кешегә документтар әҙерләп бирҙек.
2011 йылда үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр һаны үткән осорға ҡарағанда 60 процентҡа артты. Ғөмүмән, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең клиенттар даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. Артабан да беҙ һәр кемгә ярҙам итеү, кәрәкле консультация һәм кәңәш биреү өсөн маҡсатлы эш алып барасаҡбыҙ.
Баймаҡ” мәғлүмәт- консультация үҙәге.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.