8 февр. 2012 г.

Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 60 йыл

Үткәрелмәй ҡалған ижад кисәһе...

Ошо көндәрҙә төбәгебеҙҙә йәшәү һуты, уты алған һәм ошо ергә мәңге тоғро ҡалған яҡташ яҙыусы, шағир, сатирик Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 60 йыл... Ғәҙәти булмаған, хатта, әйтергә яраһа, сәйер кеше хаҡында “ул шулай ине, былай ине” тип яҙып та булмай. Шул саҡ 5 йыл элек – уның 55 йәше тулыуы уңайынан “йәнгүҙәй”ҙәр менән ижад кисәһен үткәрәбеҙ тип йыйынған саҡтағы сценарий иҫкә төштө. Шуны табып алдым. Сценарий яҙылды, әммә кисә үткәрелмәне – Буранбай ағай, ғәҙәтенсә, юҡҡа сыҡты. Ул саҡта был тәбиғи кеүек күренде, уның даими рәүештә юғалып алыуына күнегеп тә бөткәйнек. Бер аҙҙан ул сәнскеле һүҙҙәрен үҙенән алда ташлап пәйҙә була ине. Хәҙер ҙә шул хәл ҡабатланыр – уң яҡтағы буш еңен кеҫәһенә ҡыҫтырып, мыйыҡтарын тырпайтып, китапхана яғындағы боролоштан килеп сығыр төҫлө. Тик мәңгегә киткәндәр кире ҡайтмай шул...

Баяғы сценарийға күҙ йүгертәм. Үҙәк район китапханаһының уҡыу залы мөдире Венера Ишбаева менән диалог рәүешендә алып барырға тәғәйенләнгәйне ул.
« – Айгөл, мин һиңә бер йомаҡ әйтәм, туйыс, шиғыр уҡыйым. Әгәр ҙә шуның авторын белә алһаң, минән – бер самауыр сәй!
Тә-әк... Давай, уҡып ебәр!
Рәхмәт, тием һеҙгә, атай, әсәй,
Тыуҙырғанға фәҡәт Байышта.
Комила йә ҡаҙаҡтарҙа түгел,
Самай урта төштә – айышта.
Рәхмәт һеҙгә, ауылым еҫтәре,
Булмағанға Ҡырым һауаһы,
Килеп тулмағанға ҡырымғытай,
Йәки һап-һарыһы, ҡараһы...
Ну-у, Венера, сәйеңде әҙерлә улайһа – Буранбай Исҡужинды танымау мөмкин түгел!
Ҡайҙан белдең?
Беренсенән, Байыш бит уның тыуған ауылы. Ә, икенсенән, уның кеүек тә үҙенсәлекле, сәнскеле телле шағирҙы осратҡаным юҡ әлегә.
Бәй, һүҙгә әүрәп, килгән ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашырға ла оноттоҡ түгелме?..»
Шулай башланырға тейеш ине беҙ уйлаған кисә. Артабан байрамдың төп ҡунағы -- яҡташыбыҙ, шағир һәм прозаик, драматург, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Исҡужинды, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндән һуң, аудиторияға: “Ә кем һуң ул Буранбай Исҡужин?» – тигән һорау ҡуйыла. Шунда уҡ яуаптар ҙа яңғырай.
Ғәҙәттә, уның исеме ишетелеү менән күптәр бот сабып көлөргә тотона. «Ә-ә, ул Буранбаймы ни, беләбеҙ уны, гел кешенән көлөргә, энә кеүек ҡаҙалырға, бал ҡортондай сағырға, күңелләнеп алырға яратыусы», – ти башлайҙар.
Шағир нисек итеп ижадҡа тотоноуы хаҡында «Автобиография»һында шулайыраҡ бәйән итә: «Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы оҙаҡ йылдар үтте. Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, склад көл-күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Ҡутара штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар.
Тракторсылар курсын тамамлап, туған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы... Артабан да бик күп урындарҙа эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас-алйығас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн яҙышырға ултырҙым».
Эйе, Буранбай Исҡужин яҙмышының күҙенә ҡарап көлә, әммә һис тә тормошона зарланмай. Нисек кенә булмаһын, тормоштоң теләһә ниндәй осрағында ла Буранбай үҙе булып ҡала. Уның ҡайһы шиғырын, хикәйәһен, сәхнә әҫәрен, пародияһын алып ҡарама, «Был мин – Буранбай!» – тип ҡысҡырып тора.
Ысынлап та, Буранбайҙың асылына төшөнгөң килһә, уның «Визит карточкам» исемле шиғырына күҙ йүгертеү ҙә етә!
Ырыуым минең Бөрйән,
Үҙем эт йәнле бер йән.
Билдәһеҙ үк тороп ҡалманым, –
Яғылбай уҡ – ырыу тамғаһы.
Сөйә торған ҡошом ҡарсыға,
Үҙем бәхет ҡошо эҙләп талсығам.
Ораным булһа ла «тарауыл»,
Ишетә алмай ҡала бар ауыл.
Ағасым ине ҡарағас,
Һаттым, урыҫ һорағас.
Эскән һыуым Урғаҙа,
Феноллы түгел, таҙа.
Уҡығаным – тиле «Йәшлек»,
Ҡарағаным ТВ-йәшник.
Шөғөлөм яҙыусылыҡ,
Дошманым – яуыз ҡылыҡ.
Теләгәнем:
мунсала – ҡайын миндек,
муҡсала – ҡалын меңлек,
кәртәлә – мал көрлөгө,
дуҫтарҙа – өй түрлеге,
ятҡанда – ял итемлек,
торғанда – ил именлек.
Ә бына балалар өсөн ижадында Буранбай Исҡужиндың бөтөнләй яңы төрлө эске донъяһы асыла. Был донъяла лирик герой – әйткәндәй, уның исеме лә Буранбай – нескә тойғоло, балалар менән әрепләшһә лә, уларҙы яратыусы, сабырлыҡ менән донъяны танытыусы кеше. Буранбай ағай, әйтегеҙ әле, «Зилә, Ғәле һәм мин» хикәйәләр китабындағы Зилә һәм Ғәленең тормошта прототиптары бармы, әллә уларҙы һеҙ үҙегеҙ уйлап сығарҙығыҙмы?
Ә пьеса яҙырға нимә этәрҙе? Ғөмүмән, шиғыр, хикәйә һәм драма араһынан үҙегеҙгә ҡайһы жанр яҡыныраҡ?
Буранбайҙың ижады менән төптәнерәк таныша башлаһаң, Наил Ғәйетбайҙың уның хаҡында: «Буранбай үҙенең үтә нескә күңелен кешегә күрһәтергә ояла, шуға күрә терпе кеүек күренергә тырыша, тупаҫ кеше булып ҡылана ғына», – тип әйткән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инана бараһың. Сөнки уның йырлап торған шиғырҙарына композиторҙар Юлай Үҙәнбаев, Юлай Моратов, Хисмәт Дәүләтов, Фәнил Әбделмәновтар бына тигән йырҙар ижад иткән. Күңеле нескә, хистәр шишмәһе саф булған йөрәк кенә шундай шиғырҙар тыуҙыра ала!
Йырлап алмай күңел бушамай, тиҙәр. Ә Буранбай Исҡужин һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тап ана шундай күңел бушата торған йырҙар инде ул. Әйҙәгеҙ, ижадташ дуҫтар, күмәкләшеп уның иң билдәле «Аҡсарлаҡ» йырын йырлап алайыҡ!
Иғтибар иттегеҙме икән – бөгөн беҙ рәхәтләнеп көлдөк тә, күңелдәрҙе бушатҡансы моңланып та алдыҡ. Ә былар өсөн беҙ арабыҙҙа йөрөгән үҙе хисле, үҙе ҡаяулы шағир, яҙыусы, драматург һәм бөтә яҡтан да Буранбай булып ҡалған кешегә рәхмәтлебеҙ!»
...Үткәрелмәгән кисә... Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар... Үкенесле уйҙар...
Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.