8 февр. 2012 г.

Хәтер

Кеше эше менән маҡтаулы

Бик тә дөрөҫ һүҙҙәр. Сабыр холоҡло, бәләкәйҙән ауырлыҡтарҙы кисеп йөрөп үҫкән кеше, әгәр ҙә хеҙмәт булмаһа, иңенә төшкән ундай аһ-зарҙы нисек күтәрә алыр ине икән? Ниғәмәт ауылынан Рауил Хәсәнов хаҡында һүҙем.
Рауил Фәйзрахман улы дүрт балалы ғаиләлә икенсе булып үҫә. Һеңлеһе йотлоҡ йылында, ҡустыһы ҡоҙоҡҡа батып һәләк була. Хәбибрахман ағаһы, Ырымбур юғары зенит артиллерия училищеһын тамамлап, әрмелә хеҙмәт иткән сағында фажиғәле рәүештә был донъя менән хушлаша. Малай 4 йәшендә атайһыҙ ҡала. Атаһы – Фәйзрахман Хәсәнов – 112-се Башҡорт атлы дивизияһында һуғыша, дәү кәүҙәле офицер була. Шулай итеп яҡындарын юғалтҡан Рауилға ҡышҡы һыуыҡтарҙа Түбә ауылына йөрөп уҡырға тура килә. Ашар ризығы, кейер кейеме булмағас, уҡыуын ташлап, эшкә урынлаша. 1957 йылда әрме сафына алына, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, туған колхозына механизатор булып эшкә урынлаша. Йәйен комбайнда, ҡышын тракторҙа йөрөй. 40 йыл механизатор булып эшләй. Маҡтаулы хеҙмәте өсөн 70-се йылдарҙа В.И. Лениндың тыуған көнөндә юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Шул йылдарҙа район советы депутаты итеп һайлана. 1973 йылда Социалистик ярышта еңеүсе, 1974 йылда районда чемпион булып таныла, III дәрәжәле Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан эшенә тоғро ҡала Рауил Фәйзрахман улы.
Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылынан Файза Әҙеһәм ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, өлгөлө ғаилә алты балаға ғүмер бирә. Әлеге көндә уларҙың дүртәүһе иҫән-һау, үҙ ғаиләләре менән матур итеп донъя көтә. Рәил 20 йылдан ашыу Көнбайыш Себерҙә нефтсе һөнәре буйынса төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй. Ҡыҙҙары Зилә һәм Рәмилә Лянтор ҡалаһында йәшәй. Ә кинйәләре Рәмил, бер нисә йыл мәктәптә уҡытҡас, Себер яҡтарына юллана.
Файза инәй, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, ҡыуанып донъя көтә. Рауил Фәйзрахман улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 73 йәшен тултырып, былтыр был яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Иҫән булһа, август айында Файза инәй менән бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуын матур итеп билдәләрҙәр ине...
Изге күңелле, оҙон һәм маҡтаулы хеҙмәт юлын үткән алдынғы механизатор, яҡшы атай ауылдаштарының, балаларының хәтерендә һаман да һаҡлана.
А. Ишемғужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.