10 февр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Тәүге һөҙөмтәләр ҡыуаныслы

Февраль аҙағында Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы Программаһын ҡабул итеүгә бер йыл тула. Бөгөн инде ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һөйләргә мөмкин. Ошо хаҡта үҙенең блогында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов бына нимәләр яҙа: “Шуныһы һөйөнөслө, ошо осор эсендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Атап әйткәндә, урындағы хакимиәттәр Республика адреслы инвестиция программаһы менән эффектлыраҡ эшләй башланы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше әүҙемләште. Урал аръяғы өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең айырым программаһы ҡабул ителде. Бынан тыш, Программаны Ауыл хужалығы министрлығы менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша тормошҡа ашырыу яйға һалынды. Был эш башҡа йүнәлештәр буйынса ла дауам итәсәк.

Башланғыстарыбыҙҙа банк өлкәһенең дә яҡлауын таптыҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре төбәк райондарына сығып, халыҡ, эшҡыуарҙар менән осраша, консультациялар бирә – быларҙың, әлбиттә, һөҙөмтәһе ҙур”.
Үҙенең сығышында Илшат Азамат улы төбәктәге мөһим ваҡиғаларҙы ла билдәләй. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты айырым иғтибарға лайыҡ, – ти ул. – Унда 200 млн һум инвестиция йәлеп ителде. Предприятиеның проект ҡеүәте – тәүлегенә 7 тонна колбаса изделиелары һәм ит деликатестары. Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле заводты төҙөү проектын тормошҡа ашырыу башланды. Инвестиция күләме 200 млн һумдан ашасаҡ. Производство йыл аҙағына эшләп китер тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ республикала 2013 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү Программаһы ҡабул ителде; урман хужалығы мәсьәләләре лә уңышлы тормошҡа ашырыла”, – тип яҙа ул үҙенең блогында.
И.А. Тажетдинов киң мәғлүмәт сараларына, блогерҙарға һәм әүҙем йәмәғәтселәргә айырым иғтибар бүлә: “Һеҙҙең ярҙам беҙгә бик кәрәк, – тип билдәләй ул, – Программаны тормошҡа ашырыу йүнәлешендә һеҙҙең һәм төбәк халҡының тәҡдимдәренә, фекерҙәренә мохтажбыҙ. Әйҙәгеҙ, блогта (http://zauralie.livejournal.com/) күмәкләшеп фекер алышайыҡ!”
А.Салауатов әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.