10 февр. 2012 г.

Дин һәм иман

Мәүлит байрамы үткәрелде

Халыҡтың дини белемен арттырырға кәрәк!” – район имамдары ошо фекерҙә
Ошо көндәрҙә бар донъя мөьмин мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөн – Мәүлит байрамын үткәрҙе. Был күркәм тантана айҡанлы дүшәмбелә райондың имам-хатиптары Беренсе Этҡол ауылы мәсетенә йыйылды.

Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, алыҫ тарафтарҙан килеп еткән ҡунаҡтар алдында башта райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев сығыш яһаны. Ул был байрамды донъя мосолмандарының айырыуса яратыуын әйтеп үтте.
Мәүлит ул тыуыу тигәнде аңлата, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө, – тине хажи. – Хәҙерге быуын, йәштәр уны белмәй, мәғәнәһен аңламай. Шуға күрә беҙҙең бында йыйылыуыбыҙҙың да төп сәбәбе ошо.
Артабан һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин алып, дин әһелдәренең йыйылышып ошондай матур сара ойоштороуына район хакимиәте исеменән рәхмәт белдерҙе.

Мәүлит байрамы, пәйғәмбәребеҙ тураһында һөйләү, уны халыҡҡа еткереүҙең әһәмиәте ғәйәт ҙур, – тип белдерҙе Илдус Әдиф улы. – Бындай дини байрамдар милләтте һаҡлау, уны дингә йәлеп итеүгә яҡшы сара булып тора. Шуға ла улар йышыраҡ үткәрелһен, халҡыбыҙҙы афәттән сығарыуға булышлыҡ итһен. Әле районда 50-нән ашыу иман йорто бар, ҡала мәхәлләһендә ремонт эштәре башланды. Әйткәндәй, тиҙҙән дәүләт яғынан да дини йорттарға ярҙам бүленәсәк.
Унан һуң Хөрмәтулла хажи Мәүлит байрамының тарихы, Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында төплө итеп аңлатты. Райондың имам-мөхтәсибе аҙаҡ Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты янында йәштәр бүлеге асылыуын һәм уның аша көньяҡ-көнсығыш төбәк бүлеге төҙөлөүен белдерҙе, уның рәйесе Юлай Әминев менән таныштырып үтте. Ул халыҡҡа дини белемдең етешмәүен, бының өҫтөндә эшләүҙең зарурлығын белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, сарала тиҙҙән мәктәптәрҙә индереләсәк дин дәрестәре тураһында ла фекерҙәр яңғыраны.
Байрамдың иң матур өлөшө – имамдарҙың Мәүлит-шәриф уҡыуы (һүрәттә) булды. Баймаҡ ҡала мәхәлләһе имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Мәүлит үткәреүҙең рөхсәт ителеүе һәм уны бөтә донъя мосолмандары ғалимдары хуплауы тураһында дәлилдәр килтерҙе. Унан һуң Түбәнге Яйыҡбай имам-хатибы Рәмил Хәсәновтың мөнәжәт әйтеүе, уны мәктәптә музыка дәрестәрендә ҡулланыу бигерәк отошло тип белдереүен барыһы ла хупланы. Ҡунаҡтар шулай уҡ хажға икенсегә барып ҡайтҡан Булат хажи Ғәлин килтергән зәм-зәм һыуын тәмләне.
Сара аҙағында имамдар Беренсе Этҡол ауылының имам-хатибы Йомағужа хәҙрәт Ғәзизов пәйғәмбәребеҙҙең Мәүлит байрамын үткәреүгә бағышлап салған ҡорбан итенән ауыҙ итте.
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.