15 февр. 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Сертификаттар тапшырылды

Тағы 16 кеше фатирлы булды
Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен үҙ иңендә татып, фашистарҙы тар-мар иткән ветерандар, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеү яулаған инәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү матур йолаға әүерелде.
10 февралдә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин тантаналы рәүештә торлаҡҡа сертификаттар тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, был көндө ике һуғыш ветераны һәм 14 тол ҡалған инәй бәхетле сертификат эйәһе булды. 
 
Илдус Әдиф улы Зәйнуллин: “Әлбиттә, фатир алыу хоҡуғы һеҙгә алдараҡ бирелгән булһа, тормошоғоҙҙо күпкә еңеләйтер ине. Шулай ҙа беҙ ҡалған көндәрегеҙҙең шатлыҡ-бәхеткә төрөнөп, уңайлы, йылы өйҙә үтеүен теләйбеҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә: фатир һайлағанда үҙегеҙ тураһында түгел, ә ололар хаҡында уйлағыҙ. Туғандар араһында низағ-талашҡа юл ҡуйылмаһын. Ветерандарыбыҙҙың яңы торлаҡта рәхәтләнеп, һау-сәләмәт, оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ”, – тине.

Район ветерандар ойошмаһы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов та ололарҙы алдаҡсыларҙан, мутлыҡ юлы менән кеҫә ҡалынайтыусыларҙан һаҡ булыуҙы үтенде. “Шуныһы аяныслы: яңы фатирлы булып, әммә үҙ улы тарафынан урамға ҡыуып сығарылған ветерандар ҙа бар”, – тине ул.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.В. Денисова сертификат алыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләп, документтар әҙерләү тәртибен һәм ваҡытын аңлатты.
Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы белгестәре ололарға Юбилей урамындағы яңы йорттан фатирҙар тәҡдим итте. Бында предприятие тарафынан мебель гарнитуры, кер йыуыу машинаһы ла ҡуйыла икән. Ололарҙың теләге буйынса обой йәбештереү эшен дә башҡаралар. Шуныһы әһәмиәтле, “Баймак ПМК-һы” белгестәре килешеү төҙөгән өлкәндәрҙең торлаҡ документтарын да үҙҙәре әҙерләй.
Торлаҡҡа сертификат алған ололар шатлыҡлы күҙ йәштәрен тыя алманы. Улар ысын күңелдән Хөкүмәткә, район етәкселегенә рәхмәттәрен белдерҙе. “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы һалған йортто һайлаған ололар иһә үҙҙәренә фатир һайларға йүнәлде.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.