13 мар. 2012 г.

Нәжип Иҙелбайҙың тыуыуына – 100 йыл


Күп һөнәр эйәһе
Китапханасы. Металлург. Журналист. Төҙөүсе. Тәржемәсе. Шул уҡ ваҡытта – Шағир.  Бер ҡараһаң, төрлө һөнәрҙәр. Күп кеше хаҡында һүҙ барамы икән әллә, тип уйларға ла мөмкин. Юҡ, һүҙ ошо һөнәрҙәрҙең барыһына ла эйә булған бер шәхес – теүәл быуат элек районыбыҙҙа тыуып, ошо ерҙә тәпәй баҫҡан, аҙаҡ тыуған ергә хеҙмәт көсөн түккән СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Нәжип Иҙелбай хаҡында.

Нәжип Сафа улы Иҙелбай районыбыҙҙың Иҙелбай ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә бер ни тиклем уҡығас, урман ҡырҡыусы, ауыл советында секретарь, китапханасы булып эшләй. 1929 йылда Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумын тамамлағас, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләй. “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзите ойошторолғас, журналистика эшенә күсә. 

Мәскәү – Волга каналын төҙөү осоронда яҡташыбыҙ шул төҙөлөштә лә эшләй, шул уҡ ваҡытта “Ударники канала” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937 – 1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1938 йылдан алып әрме сафында хеҙмәт итә. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул взвод, рота командиры булып һуғышта ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизацияланып Өфөгә ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 – 1955 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.
Ижадсы булараҡ Нәжип Иҙелбай һуғыш йылдарында нығыраҡ асыла. Айырыуса уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов,  Данил Хәсәншин һ.б. ижад иткән йырҙар менән халыҡ араһында популярлыҡ яуланы. Мәҫәлән, утлы юлдарҙа яҙылған “Ел, ерәнем” йыры бөгөнгө көндә лә иң популяр батырҙар йыры булып һанала. Дж.Лондон, Н.Гоголь, Т.Аксаков, П.Ершов, А.Чехов, А.Островский, М.Горький, А.Гайдар, П.Бажов, М.Бубенков, С.Злобин, С.Бабаевский, О.Гончар, С.Айтматов, С.Михалков әҫәрҙәрен башҡорт телендә яңғыратты. М.Ауэзовтың “Абай юлы” эпопеяһын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға әйләндереү өсөн күп көс һалды.
Нәжип Иҙелбай шулай уҡ бер нисә пьеса авторы ла. Уның ижады “Күк шинель”, “Ел, ерәнем”, “Бер шаршаулы пьесалар”, “Йырым һиңә булһын”, “Еңеү иртәһе”, “Ҡуштирәк” исемле китаптарҙа төрлө йылдарҙа Өфөлә китап нәшриәтендә донъя күргән.

“Совет Башҡортостаны яҙыусылары” китабын файҙаланып, 
Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.