16 мар. 2012 г.

15 март – Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө

Кредит алғанда уяу булығыҙ
 
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәр йылдың 15 мартында үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй, ләкин был көн ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көнө кеүегерәк тә ҡарала. Тормошобоҙҙоң, йәшәйешебеҙҙең сифаты тап ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә бәйле лә инде.
Шул уңайҙан Сибай территориаль бүлеге белгесе Рәсимә Мәзит ҡыҙы Әминева ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле үҙенең кәңәштәрен бирә:
– Йыл һайын был көн билдәле бер девиз аҫтында үтә. Быйыл ул “Беҙҙең аҡса, беҙҙең хоҡуҡтар: финанс хеҙмәт баҙарында дөрөҫ компаниялар һайлау” тигән йүнәлеш алды.
Ни өсөн һәр кем финанс яҡтан грамоталы булырға тейеш? Аналитиктар белдереүенсә, халыҡтың финанс яҡтан белемле булыуы – ярлылыҡтан сығыуҙың, илдең иҡтисади тотороҡлоғон һаҡлауҙың бер алымы ул. Ҡулланыусыларҙың финанс яҡтан хоҡуҡтарын яҡлау бурысы Роспотребнадзорға йөкмәтелән. Шунлыҡтан беҙҙең бар эшмәкәрлегебеҙ ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Ошоға бәйле, бөгөн банк өлкәһенә ҡағылышлы кәңәштәремде биреп үткем килә.
Сибай территориаль бүлегенә халыҡ башлыса банктарҙан вкладтар түләтеү буйынса, шул иҫәптән кредит өлкәһендәге законға ҡаршы эш итеүҙәренә зарланып мөрәжәғәт итә. Кредит буйынса түләүҙе ваҡытында индермәгән өсөн ҡайһы бер банктар неустойка түләттергәндә уны сираттағы түләү суммаһынан түгел, ә дөйөм сумманан алып иҫәпләй. Был да дөрөҫ түгел. Бурыстарҙы түләү ваҡыты тураһындағы кредит килешеүендә ҡаралған шарттарҙы боҙған өсөн саманан тыш санкция ҡулланған банктар ҙа бар. Йәғни, ваҡытында тейешле сумманы индермәгән өсөн арттырып неустойка, пеня, штраф, проценттар, комиссион сумма түләттерәләр. Кредит килешеүе төҙөгәндә граждандарҙан ссуда иҫәбе асҡан өсөн комиссия алып ҡалырға тейеш түгелдәр. Ҡайһы осраҡта кредит буйынса суд банк урынлашҡан ҡала йәки районда ҡаралырға тейеш, тиҙәр. Ләкин ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы положение буйынса альтернатив  суд уҙғарыу урыны ҡаралырға тейеш. 
Кредит ҡапланып та, кредит килешеүе буйынса ҡайҙандыр барлыҡҡа килгән бурыстарҙы түләттереүҙе талап иткән осраҡта, был проблемаға ваҡытында асыҡлыҡ индереп ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, уның етди проблемаға әүерелеүе ихтимал. Кредит ставкаларын банктарҙың бер яҡлы ғына күтәреүе ҡануниәткә ҡаршы эшләнә. Шулай уҡ кредит алғанда ғүмереңде йәки һаулығыңды страховкалау буйынса мотлаҡ килешеү төҙөү буйынса ла һорауҙар күп. Кредиттарҙың ставка проценты күләмен рекламалау ҙа халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра.
Финанс хеҙмәтләндереүҙе файҙаланыр алдынан, һәр ҡулланыусы уның тураһында тулы мәғлүмәт алырға һәм ныҡлы итеп өйрәнергә тейеш. Бер яҡлы ҡабул ителгән төрлө үҙгәреште банк ҡулланыусыларға ваҡытында еткереп барырға бурыслы. Әгәр ҙә инде улар ҡулланыусыны ҡәнәғәтләндермәй икән, штраф сакцияларына эләкмәҫ өсөн, ул хеҙмәттән баш тартыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү Федераль хеҙмәт идаралығы ҡулланыусыларҙы кредитлау өлкәһендәге ҡануниәттәр менән тәьмин итеү һәм халыҡтың финанс белемен күтәреү маҡсатында финанс-кредит хеҙмәттәр менән файҙаланыу нескәлектәрен аңлатҡан “Хәтер дәфтәре”н сығарҙы. Уның менән беҙҙең рәсми сайтҡа инеп яҡындан таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Үҙәк  банкы банк карталары менән файҙаланыуға бәйле “Банк карталары менән файҙаланыу тураһында”ғы хат әҙерләгән. Унда карталарҙы, уларҙың реквизиттарын, пин-кодтарҙы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе нисек һаҡлау тураһында кәңәштәр бирелгән. 
Үрҙә әйтеп кителгәндәрҙе йомғаҡлап, ҡулланыусыларға финанс хеҙмәттәр менән файҙаланғанда, уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәм. Финансҡа бәйле операциялар башҡарғанда тулы мәғлүмәттәр йыйырға, кәрәк була ҡалһа, үҙ хоҡуғыңды яҡлауҙан тартынырға ярамай.
Финанс хеҙмәттәргә бәйле судҡа тиклемге бәхәстәрҙе көйләр өсөн Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай бүлексәһенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.  Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1а. Телефон: 2-23-72.
 
Лилиә ТАКАЕВА яҙып алды.
19 мартта 10.00 – 13.00 һәм 14.00 – 18.00 сәғәттә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай бүлексәһенең Баймаҡ филиалында “Асыҡ ишектәр” көнө үтә. Сауҙа, көнкүреш хеҙмәт, туризм, финанс һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, элемтә, йөк һәм пассажирҙар ташыу өлкәһенә ҡараған бөтә һорауҙар буйынса үрҙәге телефон аша мөрәжәғәт итергә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.