18 мар. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр


Был ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт

 Һәр төбәктең абруйлы шәхестәре була. Улар үҙҙәренең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ғәҙеллеге менән хөрмәт ҡаҙана.  Ошо көндәрҙә үҙенең етмеш йәшлек юбилейын билдәләүсе Миңлеғәле Хәйбулла улы Йәндәүләтов тап шундай кешеләрҙең береһе. Ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп йәшәгән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. 

Бөтә ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған Миңлеғәле ағай ҙа күптәргә үрнәк. Ул әле лә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.  Донъя, ил, республикалағы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһына. Бер көн яңылыҡтар ҡарамаһам – үҙемде доньянан артта ҡалған кеүек хис итәм, ти.

Хөрмәтле коллегабыҙ Йәндәүләтов Миңлеғәле Хәйбулла улын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ул – ауылыбыҙҙың абруйлы ир уҙаманы, үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергән мәғариф алдынғыһы, өлгөлө ғаилә башлығы. Артабан да район, ауыл, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуын теләйбеҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Тормоштан йәм-тәм табып, йәштәргә үрнәк булып, артабан да бәхетле йәшәргә яҙһын!
Ҡаратал мәктәбе коллективы.

Миңлеғәле Хәйбулла улы 1942 йылда Түбәнге Ғәҙелбай ауылында тыуған. Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлағас, “Баймаҡ” совхозының Ҡаратал бүлексәһенә эшкә төшә. 1962 йылда партком һәм мәғариф бүлеге тәҡдиме менән Белорет ҡалаһына математика уҡытыусылары әҙерләү курсына уҡырға китә. Уны тамамлағас, Йомаш мәктәбендә ике йыл уҡытыусы булып эшләй. Һәр эште төплө башҡарып өйрәнгәнгә  юғары белем алырға ынтыла һәм 1965 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. 1970 йылда институтты уңышлы тамамлағас, Ҡаратал һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика һәм физика уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Үҙенә талапсан педагогҡа 1977 йылдан мәктәп директоры вазифаһын ышанып тапшыралар.   Матди базаны нығытыу маҡсатында дәрестәр үткәреү өсөн кәрәк-яраҡтың тулылығы, мәктәп ашханаһының тейешле кимәлдә эшләүе өсөн тырыша ул. Иң мөһиме, үҙ эшен белгән уҡытыусыларҙан торған татыу, эшлекле һәм тотороҡло коллектив туплауға өлгәшә. Әле лә Ҡаратал мәктәбе уҡытыусылары өлгәшкән уңыш-ҡаҙаныштарын Миңлеғәле Хәйбулла улы исеме менән бәйләй.
Ә инде уҡытыу-тәрбиә эшенә килгәндә, мәктәп уҡыусыларының төрлө олимпиада, конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып алған Маҡтау ҡағыҙҙары был эштең дә юғары кимәлдә булыуы тураһында һөйләй. Үҙ-үҙенә талапсан хеҙмәткәр эшен һәр ваҡыт ентекле, ҙур тырышлыҡ менән башҡара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, шуға ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Уның уңышлы хеҙмәте әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ул – РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны. 
Кешеләргә ярҙамсыл, изгелекле булыуы менән ауылда ихтирам ҡаҙанған Миңлеғәле ағай әле лә тик ултырмай, үҙенең яратҡан шөғөлдәре менән булыша. Ә уның шөғөлдәре бихисап. Хаҡлы ялдағы ир-уҙаман булараҡ нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ, тигән һорауға: “Яратҡан шөғөлдәрем күп инде: баҡса эштәрен яратам, ана Сәлимә апайығыҙ әҙер емеш-еләкте йыйып ҡына ала”, – тип шаярта. Бынан тыш, шахмат уйнарға ла әүәҫ ул. Баймаҡта йәшәгән дуҫы Айытбай Шәрипов мотлаҡ шахмат уйнар өсөн генә ураған һайын Ҡараталға килеп етә икән.  Дин менән дә ҡыҙыҡһына. Ғәрәп графикаһын тулыһынса өйрәнеп, Ҡөрьән Кәримде бер нисә тапҡыр оригиналда уҡып сыҡҡан.  
Бала саҡтан гармунда уйнауы, аҙаҡтан скрипка, мандолина, баянда уйнарға, хатта уларҙы йүнәтергә лә өйрәнеүе уның моңло булмышы хаҡында һөйләй. “Атайым да тирә-яҡта билдәле скрипкасы булған, шуға, бәлки, музыкаға тартыламдыр, – ти ул. – Улдарым да гитарала уйнай. Ҡунаҡтарҙа, төрлө байрамдарҙа йә булмаһа күңел өсөн уйнап, оҫтарып та китәһең инде”.
Ғаиләһенән дә уңған ул. Үҙе кеүек үк уҡытыусы һөнәрен һайлаған Сәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, ике ул менән бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары уларҙың теләктәрен ғәмәлгә ашырып, тормошта үҙ урынын табып, матур йәшәй.
“Үткәндәрем үкенерлек түгел. Эшемдән тәм һәм йәм табып йәшәнем. Балалар менән эшләү аҡыл көсө лә, йөрәк һиҙгерлеге лә талап итә. Хәҙер иһә донъялар имен, ил-йорт тыныс булһын, тип теләйем”, – ти юбиляр.
– Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Элек һәр кемдең эше бар ине, тик хәҙер шул эш етмәүе арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә йәшәү ауырлашты, – тип борсолоп та алды Миңлеғәле Хәйбулла улы. – Шулай ҙа эшләйем, тип торған кешегә эше лә, ашы ла табыла. Тормош дауам итә, һәр ваҡыт аҡыл көсө лә, ҡул көсө лә кәрәк, шуға йәштәр тырышып уҡыһын, белем алһын, һөнәр үҙләштерһен. Ғөмүмән, йәшәү өсөн тормошҡа маҡсат ҡуя белергә кәрәк. Күрә белһәң, тормош шундай матур, мең биҙәкле сағыу балаҫ кеүек ул. Тормошҡа ғашиҡ, оптимист характерлы булыу бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, – тип һүҙен йомғаҡланы Миңлеғәле ағай.
Олпат юбилейын билдәләүсе абруйлы ил уҙаманы, хөрмәтле уҡытыусы, һөйөклө тормош иптәше, балаларына, туғандарына терәк-таяныс булған Миңлеғәле Хәйбулла улына артабан да бәрәкәтле мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта һәм шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәүен теләйбеҙ.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.