13 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар


КФХ-лар саҡырыла
15 мартта халыҡ ижады үҙәгендә райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Унда фермер хужалығын ойоштороу, уға дәүләт ярҙамы, яңы эш башлаусы КФХ-ларға белгестәр кәңәшен еткереү һәм башҡа күп мәсьәләләр ҡараласаҡ.
“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге. 

Күсейҙәр иманға өндәй
Күсей ауылы китапханасыһы Флүзә Ыласынова “Иманлы булайыҡ!” тип аталған кисә ойошторҙо. Унда Рәсәй Ислам университетында белем алыусы Әлиә Илбулова, ауылдың имам-хатибы Ғиниәт Игебаев, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Әлиә Дамир ҡыҙы бәләкәйҙән дингә ынтылған, “Иман нуры” район конкурсында бер нисә йыл призлы урынға сыҡҡан. Әлиә үҙе белем алған уҡыу йорто менән таныштырҙы, иманлы булырға саҡырҙы.
Р. Кинйәбаева, Күсей мәктәбе уҡытыусыһы.

Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ
“Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары тарафынан ойошторолған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета дауам итә. Тиҙҙән таулыҡайҙар йылъяҙма туплана башлаған ҡомартҡыға тиң альбомды ишбирҙеләр ҡулына тапшырасаҡ.

Концерттың дискыһы сыҡты
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Б.Вәлид исемендәге премияһы, шулай уҡ бихисап республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасовтың алтын юбилейына арналған “Рауил Харрасов дуҫтарын йыя” концертының дискыһы сыҡты.

Яңы йортҡа күсәләр
Баймаҡ ҡалаһында авария хәлендәге тағы ла бер йорт һүтеп алынасаҡ: Тыныслыҡ урамының 2-се йортонда йәшәүселәр яңы һалынған йорттарға күсәсәк. Ләкин уларға ҡәтғи талаптар ҙа ҡуйылған: фатир һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр буйынса бурыстар ҡалырға тейеш түгел. Ә инде быға ҡәҙәр төҙөлгән кәртә-ҡуралар, келәттәр юҡ ителергә тейеш. Кәрәкле бөтә документтар менән “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы шөғөлләнә.

Анонс!
16 мартта Халыҡ ижады үҙәгендә Стәрлетамаҡ  башҡорт дәүләт драма театры “Ғәлиәбаныу” спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Унда ике йәш йөрәктең — Ғәлиәбаныу менән Хәлилдең драматик һөйөү яҙмышы сағыла. Ролдәрҙе йәш һәм талантлы актерҙар Резеда Әмәкәсова менән Баймаҡ районы егете Рафиҡ Хәсәнов башҡара.

Күсмә ҡабул итеүҙәр
2012 йылдың 16 мартында сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем “Медента” ЯСЙ-һы бинаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 2д),  сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1; 2-се ҡат, профилактика кабинеты)   Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фонды дәүләт учреждениеһының Сибай филиалы директоры, әйҙәүсе белгесе, врач-эксперты А.И. Пономарева медицина ярҙамы алғанда мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса страховкаланған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.