6 мар. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Лайыҡлы тормош юлы
Ошо көндәрҙә үҙенең барлыҡ хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхоз производствоһын үҫтереүгә арнаған Зәкир Рамаҙан улы Шәйхисламов 70 йәшлек юбилейын билдәләй.


Зәкир Рамаҙан улының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә. Бәләкәйҙән эшкә егелеп, хеҙмәттә сынығып үҫә. Тыуған ауылы Буранбайҙа башланғыс, Беренсе Этҡолда урта мәктәпте тамамлай. Уҡыу һәр ваҡыт колхоз эше менән йәнәш бара, бесән тырматыу, күбә тарттырыу үҫмер малайҙар иңенә төшә. 1959 йылда Юлдыбай тракторсылар курсын тамамлағас, колхоздың Буранбай бригадаһында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.Ер һөрөү, иген сәсеү кеүек эштәрҙә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән егеткә бригаданың хисапсыһы вазифаһын ышанып тапшыралар. Яҙыу-һыҙыуға, документ эшенә сослоғон баһалап, 1962 йылда колхоздың Таулыҡай ауылындағы үҙәк контораһына диспетчер итеп алалар. Шул йылда әрме хеҙмәтенә алынып, өс йыл Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта.

Элекке һалдат йәнә яратҡан эшенә тотона. Күп тә үтмәй Таулыҡай һылыуы Шоңҡарова Тәнзилә Кәрим ҡыҙы менән матур ғаилә ҡоралар. Белемен камиллаштырыу маҡсатында 1968 йылда Стәрлетамаҡта бер йыллыҡ бухгалтерҙар курсын тамамлай. Зәкир Рамаҙан улының тырышлығын, эшендәге теүәллекте, бөхтәлекте, етди хеҙмәткәр булыуын юғары баһалап һәм ҙур ышаныс күрһәтеп, райондың Карл Маркс исемендәге колхозына баш иҡтисадсы итеп тәғәйенләйҙәр. Унда дүрт йыл эшләгәндән һуң туған хужалығына ҡайта һәм пенсияға сыҡҡансы Ленин исемендәге колхозда бухгалтер, баш бухгалтер, баш иҡтисадсы вазифаларында арымай-талмай хеҙмәт итә.
Миңә Зәкир Рамаҙан улы менән 1988 йылдан бергә эшләргә тура килде. Бухгалтерия эшенең юғары кимәлдә ойошторолоуы, иҫәп-хисаптағы тәртип, документтарҙың теүәллеге – колхоздың дөйөм эш һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһаусы фактор икәненә тағы бер ышандым. Тәү ҡарамаҡҡа ябай, кеше күҙенә ташланып бармаһа ла, Зәкир Рамаҙан улы талапсан белгес булды, үҙ эшен намыҫ менән башҡарҙы. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, колхоздың бухгалтерия хеҙмәткәрҙәрен ярҙамынан ташламаны, үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы, тиҙәр. Был һүҙҙәр тап уның хаҡында әйтелгән кеүек. Эйе, бар йәһәттән дә өлгө булырлыҡ кеше ул. 45 йыл бергә йәшәү дәүерендә Тәнзилә Кәрим ҡыҙы менән һоҡланғыс донъя ҡорҙолар. Әйткәндәй, ул ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы изгелекле кеше, йортонда уңған хужабикә. Улар 3 балаға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Өлкәндәре Гөлшат – Таулыҡай балалар баҡсаһында, Айгөл менән Гүзәл иһә, педагогик белем алып, Сибай ҡалаһында логопед булып эшләй. Һәр береһе тырышып донъя көтә. Ял һәм байрамдарға киң күңелле өләсәй һәм ҡартатай янына 7 ейән-ейәнсәр йыйыла.
Бына шундай ябай ҙа, талантлы ла (әйткәндәй, уны оҫта гармунсы тип тә беләләр), кешелекле лә, кеселекле лә кеше ул Зәкир Рамаҙан улы. Уны юбилейы менән тәбрикләп, артабан да яҡындары янында гөрләшеп йәшәргә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнгән бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, тип теләге килә.
В. Әхмәтшина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.