4 мар. 2012 г.

АПК-ны үҫтереү


Аграрийҙарға ярҙам дауам итәсәк

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында илдең агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Унда аграрийҙарға артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеү, юғары технологияларҙы ғәмәлгә индереү, яңы эш урындары булдырыу, илде үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, инвестициялар йәлеп итеү, яңы программаларҙы тормошҡа ашырыу, фермерҙарға яңы импульс биреү, ауылды социаль үҫтереү кеүек үтә актуаль йүнәлештәр тураһында һүҙ барҙы. Билдәле, форумда тикшерелгән ғәйәт ҙур программаларҙы тормошҡа ашырыу агросәнәғәт комплексына яңы һулыш бирәсәк.
Был һөйләшеү ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ниндәй өлөш индерәсәк? Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирерме? Федераль программалар урындарҙа тормошҡа ашырыламы һәм ул аграрийҙарҙың проблемаларын хәл итә аламы?
Ошондай һорауҙарға яуап биреүен һорап, беҙ бер нисә респондентҡа мөрәжәғәт иттек.
Ғ.Сәлимов, Ленин исемендәге АХК рәйесе:
Һис шикһеҙ, беҙ ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа дәүләт ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ. Федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән ярҙам бөгөн баҫыу кампанияларын үткәреү, малсылыҡ, йылҡысылыҡты үҫтереү, техника, орлоҡ һ.б. һатып алыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнай. Форумда билдәләнеүенсә, бындай хәстәрлек артабан да дауам итәсәк. Был иһә аграрийҙарға тармаҡты үҫтереүҙә этәргес көс буласаҡ, тип уйлайым.
Әлбиттә, форумда көн үҙәгенә сығарылған программалар, дәүләт ярҙамы яңылыҡ түгел, улар ошоға тиклем дә эшләп килде. Шул уҡ ваҡытта яңы программаларҙы ла тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ булды. Был, әлбиттә, бик яҡшы. Шулай ҙа беҙгә дәүләттән генә ярҙам көтөп ултырырға ярамай, ә үҙебеҙгә лә ауыл хужалығын күтәреү сараһын күрергә кәрәк. Шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтә буласаҡ.
Ф.Баййегетов, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең белгес-эксперты:
Һуңғы йылдарҙа дәүләт агросәнәғәт комплексы тураһында ҙур хәстәрлек күрә. Бына үткән 2011 йылда ҡымыҙсылыҡ, умартасылыҡ, һөтсөлөк йүнәлештәренә ярҙам айырыуса ҙур булды. Был бигерәк тә ошо тармаҡтар буйынса үҫеш алған беҙҙең район аграрийҙарына отошло.
Әйтергә кәрәк, дәүләт быйыл да ауыл хужалығын иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ билдәләй. Атап әйткәндә, маҡсатлы кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, тибен йылҡысылығы, ҡымыҙсылыҡ, һарыҡсылыҡ, тоҡомло малсылыҡ, элиталы орлоҡсолоҡ,умартасылыҡ йүнәлештәренә, шулай уҡ миҙгелле эштәр өсөн дизель яғыулығы, химик препараттар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалары, күп йыллыҡ үлән орлоғо һатып алыуға ярҙам буласаҡ. Әйткәндәй, форумда әйтелгән “Яңы эш башлаусы фермер” федераль программаһы тулы көсөнә эшләп китһә, районыбыҙҙа фермерлыҡ тармағы киң үҫеш алыр ине, тип уйлайым. Сөнки яңы эш асырға теләүселәр беҙҙә етерлек.
Р.Арғынбаев, Һаҡмар ауылынан КФХ етәксеһе:
Фермер булараҡ, беҙ дәүләт хәстәрлеген һәр саҡ тоябыҙ һәм был ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа ҙур роль уйнай. Ҡоролоҡ йылында ла, былтыр ҙа төрлө кимәлдәге субсидиялар алып ҡыуандыҡ. Бына күптән түгел генә Өфөлә фермерҙарҙың республика конференцияһында ла БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев дәүләт ярҙамы артабан да дауам ителәсәгенә баҫым яһаны. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө.
Мин ғаилә һөтсөлөк фермалары проектында ҡатнашырға ниәтләйем. Ошо йүнәлеш буйынса эшләгән Бүздәк районы фермерына барып, унан тәжрибә өйрәнеп ҡайттым. Һис шикһеҙ, бында ла Хөкүмәт ярҙамына иҫәп тотабыҙ. Әммә күп нәмә үҙебеҙҙән тора, йүнләмәһәң, тырышмаһаң, бер ниндәй ҙә һөҙөмтә булмаясаҡ.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.