30 мар. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Дәүләт эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды көсәйтә
 
Кисә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә “Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү һәм ярҙам  күрһәтеү” тигән темаға төбәк семинары ойошторолдо. 

Уның эшендә БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин, БР Фермерҙар ассоциацияһы рәйесе З.И. Сәйетғәлиев, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, Рәсәй ауыл хужалығы, Һаҡлыҡ банкыһы һ.б. ведомстволар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәгә төбәк райондарының һәм Сибай ҡалаһының мәғлүмәт-консультация үҙәге, фермер хужалыҡтары етәкселәре саҡырылды. Семинар менән А.С. Йыһаншин етәкселек итте.
– Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына дәүләт яғынан даими ярҙам күрһәтелә, – тип билдәләне Азат Салауат улы. – Бөгөн беҙ эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ йүнәлештәрен үҫтереү тураһында диалог рәүешендә һөйләшеүгә йыйылдыҡ. Был тәңгәлдә төрлө дәүләт программалары эшләй, әммә уларҙа Урал аръяғы райондары бик һирәк ҡатнаша.  Беҙгә хәлде тамырынан үҙгәртергә кәрәк, сөнки төбәктә бының өсөн етерлек потенциал бар.
– Былтыр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт яғынан ҙур ярҙам күрһәтелде, – тип билдәләне үҙенең сығышында Илшат Хәмит улы. – Мәҫәлән, “Старт-ап” программаһы буйынса 10 эшҡыуар бөтәһе 1 млн һум субсидия  алды, район бюджетынан иһә 100 мең һум бирелде. Шуларҙың алтыһы ауыл хужалығында эшләй. Быйыл иһә урындағы бюджеттан был маҡсатҡа 500 мең һум бүлеү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса эшҡыуарҙарға 25 млн 820 мең һум дәүләт ярҙамы күрһәтелде.Улар һөт һәм ит малсылығын, йылҡысылыҡты, умартасылыҡты, һарыҡсылыҡты үҫтереүгә, яғыулыҡ, орлоҡ һ.б. материалдар һатып алыуға бирелде.
Төбәкте үҫтереү программаһы сиктәрендә эштәр дауам итә. Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһында 12 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Фермерлыҡ йүнәлеше лә үҫеш ала. Ун йыл эсендә районда КФХ-лар 56-нан 197-гә ҡәҙәр үҫте. Бөгөн фермерҙар сәсеү майҙандарының 25 процентын эшкәртә, бөтә һыйыр һәм йылҡы малының 20 процентын аҫрай.
З.И. Сәйетғәлиев үҙенең телмәрендә, беҙ фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам һәм булышлыҡ итергә тейешбеҙ, тип билдәләне. Ул Баймаҡ районының ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә бай тарихҡа һәм арҙаҡлы шәхестәргә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры А.В. Дубинин, Ауыл хужалығы министрлығының сектор мөдире Р.Р. Мөфтәхетдинов, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты Г.А. Ғиниәтуллина хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында төплө мәғлүмәт бирҙе. Банк хеҙмәткәрҙәре иһә бәләкәй бизнесты кредитлау шарттары менән таныштырҙы. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең баш зоотехнигы Н.Ш. Ғарипова ауыл туризмын үҫтереү үҙенсәлектәренә туҡталды.
Бик тә файҙалы, конструктив диалог рәүешендә үтте был семинар. Уны йомғаҡлап, А.Йыһаншин артабан был йүнәлештәге эште әүҙемләштерергә, дәүләт программаларында киңерәк ҡатнашырға саҡырҙы. М.Б. Фәтхуллин иһә был йүнәлештә киңерәк аудиторияны йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.