18 апр. 2012 г.

Сәсеү-2012

Яҙғы баҫыу эштәрен – ҡулайлы ваҡытта
БР Хөкүмәтендә видеоселектор кәңәшмәһе үтте
БР Хөкүмәтендәге республика видеоселектор кәңәшмәһендә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү, 2012 йылдың беренсе кварталында малсылыҡтың эш һөҙөмтәләрен барлау һәм “КФХ базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһын үтәү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Кәңәшмә менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселек итте.
– Һуңғы осорҙа көндәрҙең ҡапыл ныҡ йылытып ебәреүе яҙғы баҫыу эштәрен башлауҙы ашыҡтыра, – тине Эрнст Фәрит улы. – Республика Хөкүмәте тарафынан яңы миҙгелде лайыҡлы ҡаршы алыу һәм тейешле кимәлдә үткәреү өсөн бөтә саралар күрелде, бының өсөн 750 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Был үткән осорға ҡарағанда 360 млн һумға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә 2011 йылда алған техникаһы өсөн субсидия бирелә башлаясаҡ. Был маҡсатта 140 млн һум ҡаралған, уның 40 млн һумы үҙләштерелгән дә инде.
“2011-2013 йылдарҙа КФХ базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программаһын финанслау башлана, быйылға 103,3 млн һум ҡаралған. Ә яҙғы баҫыу эштәренә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә һәм мал аҙығы әҙерләү кампанияһының башына ике бюджеттан да 1,2 млрд һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н.А. Коваленко яҙғы баҫыу эштәре стратегияһы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин билдәләүенсә, республиканың 36 районында, шул иҫәптән Баймаҡта, мал һанының кәмеүе күҙәтелә.
Азат Салауат улы быҙау алыу, малды яһалма ҡасырыу мәсьәләләренә лә туҡталды. Урындарҙа ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһын тормошҡа ашырыуҙы йәнләндерергә тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, малсылыҡ тармағына субсидия бүлеү дауам итәсәк. Тоҡомло мал, тауар малы, ҡоролмалар һатып алыу һәм инженер инфраструктураһы өсөн түгелгән сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ. Әйткәндәй, быйыл финанслау күләме былтырғынан биш тапҡырға күберәк. Әммә урындарҙа  аңлатыу эштәре тейешенсә алып барылмай, шуға ла программаға ҡушылған фермерҙар аҙ.
Э.Ф. Исаев йомғаҡлау сығышында яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алыу һәм ҡулайлы ваҡытта атҡарып сығыу, малсылыҡ, ғаилә һөтсөлөк фермалары йүнәлештәрендә булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Һуңынан кәңәшмә район кимәлендә дауам итте. Унда хакимиәт башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин, БР Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Р.С. Ғәлимов сығыш яһаны. Рәил Риф улы кәңәшмәлә һыҙыҡ өҫтөнә алынған проблемаларҙы контролгә алыу һәм үҫемлекселек, малсылыҡ тармаҡтарындағы хәлде яйға һалыу талабын ҡуйҙы.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.