6 апр. 2012 г.

Смотрҙар

«Бер ай эсендә 700-ҙән
ашыу
артист сығыш яһаны»,

– ти мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Йыһаншина
Йыл һайын ҡыш, яҙ айҙарында районыбыҙ үҙешмәкәр смотрҙар менән бер гөрләп ала. Үҙенә күрә яңы таланттарҙы аса, һәләттәрҙе үҫтерә һәм коллективты татыулаштыра торған сара ул. Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, февраль – март айҙарында халыҡ ижады үҙәге район коллективтарының сығыштарынан шаулап торҙо.
Смотрҙар үтте. Ауыл артистары нисек сығыш яһаны? Яңы асыштар булғанмы? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Үҙешмәкәр смотрҙар ниндәй маҡсат менән ойошторола? Уны үткәргәндә ниндәй бурыстар ҡуйыла?
– Бүтән райондарҙа бындай смотрҙар бер нисә йылға бер генә тапҡыр ойошторолһа, беҙ яңы таланттарҙы асыр, булғандарын юғалтмаҫ өсөн смотрҙарҙы йыл һайын үткәрәбеҙ. Быйыл ауылдарҙың инәйҙәре тырышып, сәмләнеп әҙерләнгән, матур кейемдәр тектергән.
Йыл һайын тематика үҙгәреп тора, республика, ил күләмендә ниндәй йыл иғлан ителә – шуны сығыштарыбыҙҙың төп темаһы итеп алабыҙ. Быйыл Башҡортостанда йылдың исеме һуң билдәле булыу сәбәпле, һуңыраҡ башланыҡ. Элегерәк декабрь айында уҡ положениеһы әҙер булып, ғинуарҙа сәмле сығыштар старт ала торғайны.
Быйыл коллективтарҙың үҙешмәкәр ижадын, башҡарыу кимәлен, сәхнә оҫталығын үҫтереү, яңы таланттарҙы асыу, йәштәрҙә тыуған яҡтың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙы маҡсатыбыҙ итеп алдыҡ. Ижади аралашыу һәм ярышыу һәр коллективтың тормошона ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай.
– Быйыл коллективтар ниндәй программа буйынса сығыш яһаны?
– Ауылдың, тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған концерт программаһында бер блок 1812 йылғы Ватан һуғышына арналырға тейеш ине. Бынан тыш ауыл биләмәләре борондан алып хәҙергәсә һаҡланып ҡалған халыҡ кәсепселегенә арналған, шулай уҡ декоратив ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо.

Жанр йәһәтенән, һәр ваҡыттағыса, вокал (яңғыҙ, ансамбль, хор), инструменталь ансамбль, хореография (коллектив, дуэт, яңғыҙ), нәфис һүҙҙе үҙ эсенә алған концерт программаһы төҙөлөргә тейеш ине.
Тағы ла бер яңылыҡ индерҙек: йыл һайын бер ауыл биләмәһе икенсеһенә эстафета кеүек алып барып тапшырһа, быйыл ауылдағыларҙың сығыштарын ҡала халҡы ла күрһен әле, тип халыҡ ижады үҙәгендә ҡуйҙырҙыҡ. Бының ыңғай ҙа, шул уҡ ваҡытта кире яҡтары ла булды.  Темәс ауыл биләмәһе башлап ебәрҙе. Тәүге көндәрҙә залда халыҡ булды, аҙаҡҡа ҡарай бушай башланы. Шуға күрә һуңғы бер нисә ауыл биләмәһенә – Ишбирҙе, Иҫке  Сибай, Семеновск, Күсей – үҙҙәрендә ҡуйырға рөхсәт иттек.

Бер ай эсендә 700-ҙән ашыу артист халыҡ ижады үҙәгендә сығыш яһаны. Ә хәҙер ҡала буйынса смортҙар башланды.
– Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы, һеҙ ошо теманы концерттың үҙәгенә ҡуйғанһығыҙ. Был тематика тейешенсә асылдымы? Халыҡ тарихҡа мөрәжәғәт иткәнме?
– Күптәр тыуған яғының тарихын асырға тырышты, кемдәрҙеңдер сығыштары тик йыр-бейеүгә генә ҡоролғайны. Ҡайһы бер ауыл биләмәләре мәктәп уҡыусыларын ҡатнаштырған. Был мәктәп күләмендәге сара түгел, шуға күрә тик ауыл халҡы сығыш яһарға тейеш. Уҡыусылар булһа ла, юғары кластар һәм бер нисә генә бала рөхсәт ителә. Быны киләсәктә лә иҫәпкә алһындар ине.
Быйыл Семеновск ауыл биләмәһе беҙҙе ҡыуандырҙы. Уларҙы беҙ үҙебеҙ барып ҡараныҡ. Клубтары юҡ, ауылда мәғариф та, мәҙәниәт усағы ла булып мәктәп һанала, күпселекте ололар тәшкил итә – шулай булыуға ҡарамаҫтан, алты парҙан торған бейеү ансамблен сығарғандар, инәйҙәрҙең вокалы шәп булды. Биләмә башлығы үҙе лә сығыш яһаны. Ауылдарында клуб булып та илке-һалҡы әҙерләнгән ҡайһы бер ауыл биләмәләренә уларҙан өлгө алырға ине.

–  Борондан алып хәҙергәсә һаҡланып ҡалған халыҡ кәсепселегенә арналған, шулай уҡ декоратив ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо, тигәйнегеҙ. Боронғо кәсепселек  өлгөләре булдымы?
– Күргәҙмә тиһәң, халыҡ бәйләү, тегеү буйынса ҡул эштәре тип аңлай. Ә беҙ урындағы эшҡыуарҙарҙың ҡул эштәрен күрергә теләгәйнек. Мәҫәлән, темәстәр буҙа, туҙ һағыҙы эшләп килтереп һаттылар. Ағастан, туҙҙан эшләнгән эштәр, һунарсылыҡты сағылдырған күргәҙмәләр булды.
– Быйыл ниндәй асыштарға юлыҡтығыҙ?
– Семеновск ауылының бейеү, Аҡморондан ҡалаҡсылар, Ишбирҙенән инәйҙәр бейеү ансамблдәренең сығыштарын, Йомаштан ике флейтасы, бер гитарасы егеттең инструменталь триоһын асыш, тип атар инем. Шуныһы ҡыуаныслы, күп ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙҙәре лә ҡатнашты, ҡайһылары алып барыусы булды.
– Кемдәр еңеүсе булды? Улар тағы ниндәй сараларҙа сығыш яһаясаҡ?
– Шулай итеп, Гран-приҙы темәстәр яуланы. Беренсе урынға – Күсей, икенсе урынға – Ярат һәм Ниғәмәт, өсөнсө урынға – Семеновск, Ишбирҙе, Татлыбай ауыл биләмәләре лайыҡ булды. Ҡул эштәре күргәҙмәһе буйынса ла беренселекте темәстәр бирмәне. Икенсе урынды Түбә һәм Бикеш, ә өсөнсө урынды – Беренсе Этҡол, Ишмырҙа ауыл биләмәләре бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Гала-концерт үткәреп булмай. Шулай ҙа еңеүселәр күңелдәрен төшөрмәһен: иң яҡшы сығыштар район һабантуйын биҙәйәсәк.
– Йәнле әңгәмә өсөн рәхмәт!


Күргәҙмәләрҙә – халыҡ көнкүреше
Халҡыбыҙҙың көнкүреш йәшәйешен кәсепселек, һунарсылыҡ, малсылыҡ тәьмин иткән. Шөкөр, бөгөнгө көндә лә уларҙың һаҡланып ҡалған төрҙәре осрай. Быйылғы үҙешмәкәр смотрҙа шуларҙың күпселеге халыҡ хөкөмөнә тәҡдим ителде. Халыҡ ижады үҙәге методисы Сулпан Ирназарова менән күргәҙмә эштәренә йомғаҡ яһағанда, смотр ваҡытында төшөрөлгән һүрәттәр аша халҡыбыҙҙың ни тиклем бай күңелле, ҡомартҡыларҙы һаҡлай, йолаларҙы дауам итә белгән заттан булыуына тағы бер ҡат инандыҡ.

 Кәсепселеккә килгәндә, һирәк осраған күренештәрҙең береһе – туҙ менән эш итеү. Халыҡта “туҙға яҙмағанды һөйләмә” тигән әйтем бар. Кешелектең иң тәүҙә туҙға яҙып өйрәнеүе тарихтан  билдәле. Әммә әлеге көндә лә туҙҙы файҙаланыусылар бар  икән. Түбә ауыл биләмәһенең күргәҙмәһендә лә туҙҙан тырыздар, темәстәрҙекендә туҙ һағыҙы  булды, Бикештән Кулаков Николай туҙҙан сабата үреп килтергән.
Шөкөр, тәбиғәтебеҙ урманға бай булыу арҡаһында иң күп осраған ҡул эштәре – ағастан һырлап эшләү. Бөтә күргәҙмәлә лә ағастан ниндәй ҙә булһа ҡул эштәре осрамай ҡалманы. Мәҫәлән, Буранбайҙан Рәил Раев заманса ашнаҡ мөйөшө, ултырғыс, өҫтәл эшләһә, бикештәрҙең боронғо ағас һауыттары, йөн иләгестәре, һ.б. күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр күп булды.
Халҡыбыҙҙың йәшәйешендә кейеҙ баҫыу күренеше ҙур урын алып тора. Һыуыҡтан да, эҫенән дә һаҡлаусы был әйберҙәр түбәләрҙең күргәҙмәһен биҙәне. Унда бесәй кейерлектән алып 40-сы үлсәмлеһенә тиклем быймалар, балалар өсөн жилет, пальто, башлыҡтар ҙа бар ине. Улар концерт барышында кейеҙ баҫыу  йолаһын тәҡдим итте. Уларҙан тыш яраттар кейеҙҙән һуғылған шәжәрә килтергәйне.
Мәрйендәр теҙелгән ҡул эштәре борон ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәре араһында иң затлыларҙан һаналһа, хәҙерге көндә лә мәрйендән биҙәүестәр генә түгел, башҡа әйберҙәр ҙә тыуҙырыла. Мәҫәлән, әбделкәримдәрҙең күргәҙмәһендә мәрйендән картиналар, аҡса ағастары булды, Бикештән Наталья Үтәбаева Баймаҡтың эмблемаһын эшләгән. Әбделкәримдән Ғилмияза Буранғолованың ҡашмауҙары, түшелдеректәре боронғоларҙан бер яғы менән дә айырылмай.
Аш-һыу күргәҙмәһе хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: ҡымыҙ, буҙа, ҡорот, талҡан, эремсек һ.б. милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Ит, һөт, он ризыҡтарынан торған бындай бай ассортиментлы күргәҙмәне һабантуйҙарҙа ғына күрергә булалыр, моғайын.
Ғөмүмән, һәр күргәҙмәлә халыҡтың тырышлығы, ихласлығы һалынғайны. Кемдәрҙер һәр ризыҡ янына исемен, хатта эшләнешен, ниндәй сирҙән дауа икәнен дә яҙып ҡуйған. Дарыу үләндәре, тегеү, сигеү, ҡорамалар, һунарсылыҡ буйынса күргәҙмәләр ҙә иғтибарҙы йәлеп итерлек ине. Ошондай ярыштар һәр кемдең йәшерен талантын асырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, тәжрибә уртаҡлашыу мәле лә ул.


Тарихыбыҙҙы тағы бер ҡат байҡап...
Тарихыбыҙға юйылмаҫ эҙҙәр һалған ваҡиғалар булып тора. Рус тарихсылары Беренсе Ватан һуғышы тип атаған 1812 йылғы һуғышта башҡа милләт вәкилдәренән тыш башҡорттар ҙа ҡатнашып, дошманды еңеүгә тос өлөш индергән. Тарихи сығанаҡтарҙан белеүебеҙсә, “Ҡаһым түрә”, “Байыҡ”, “Любизар”, “Ерән ҡашҡа” һ.б. йырҙар, бәйеттәр ошо хаҡта һөйләй.
Ике быуат үтһә лә, тарихҡа әйләнгән йырҙар онотолмаған, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. 2012 йылдың Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителеүе лә быға асыҡ миҫал булып тора. Ауылдарҙа ошо дата айҡанлы мәҙәни саралар күп үтә.

Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Сәлимова район күләмендә Рәсәй тарихы йылына арналған смотр үтәсәк, беҙгә лә ҡатнашыу мотлаҡ, тип белдергәс, тәүҙә баҙап ҡалдыҡ. Тема ла ауыр тойолдо. Күҙгә күренмәгән ҡаршылыҡтар ҙа сығып тора бит ул кәрәкмәгән саҡта! Шулай ҙа тырышлыҡ үҙенекен итте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ “Ерән ҡашҡа” йырын оҫта итеп башҡарып та ҡуйҙы. Артабан йәштәребеҙҙең парлы бейеүен, ҡыҙҙарҙың “Беләҙегем-йөҙөгөм”, йәш уҡытыусы Ләйлә Иҫәнбаева башҡарыуында “Бөрйән ҡыҙы”, “Һаҡмар һылыуы” бейеүҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте.
Ағинәйҙәр ансамбленең, биләмә башлығы Гөлшат Сәлимова башҡарған “Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ” йырҙары, Семеновск мәсете имам-хатибы Фәйзулла олатай Мансуровтың скрипкала уйнауы был сараға мәртәбә генә өҫтәне. Үҙенсәлекле тауышлы Азамат Әбүбәкиров исемле йәш егетебеҙ “Ирәндек” халыҡ йырын һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың “Почтальон малай” шиғырын халыҡҡа еткерҙе.
Семеновск ауылында ла ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, бесән сабып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп кенә түгел, замана ауырлыҡтарына баш эймәй, йыр-моңға ла тартылған йәштәребеҙ бихисап. Уларға ҡарап: “Һәләтле, егәрле, дәртле йәштәребеҙ барҙа, ауылыбыҙ йәшәйәсәк”, – тип һөйөнәбеҙ.
Миңзәлә Мырҙабаева, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Махсус битте Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.