24 апр. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Сәсеүҙе тиҙләтергә кәрәк
Игенсе өсөн үтә яуаплы мәл – яҙғы баҫыу эштәре башланды. Быйылғы сәсеү кампанияһының үҙенсәлектәре, уны үткәреү стратегияһы тураһында һөйләүен һорап, беҙ “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, райондың баш агрономы Р.Ғ. Рәхмәтуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Радик Ғәлеарслан улы, быйылғы сәсеү майҙандары структураһының үҙенсәлеге ниҙә? Ниндәй культураларға өҫтөнлөк биреләсәк?
– Сәсеү майҙаны быйыл бөтәһе 115 мең гектар тәшкил итәсәк, был үткән осорға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән, иген культуралары – 64 мең (+ 1%), төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙай – 36 мең (+6 %), мал аҙығы культуралары 39 мең гектарҙы (+11 %) биләйәсәк. Иҡтисади яҡтан файҙалы культураларҙың – ҡаты бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай, мал аҙығы культураларынан кукуруз, күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәрҙең – майҙаны артасаҡ.
– Орлоҡ фонды менән хәл нисек? Уны яңыртыу, элиталы орлоҡ алыу буйынса эшләйһе эштәр етерлек...
– Былтыр көҙ быйылғы сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ әҙерләп һалынғайны. Әле шуның 99 проценты тейешле кондицияға еткерелгән. Дөрөҫ, орлоҡ яңыртыу йүнәлешендә эшләйһе бар әле. Беҙгә тағы ла 400 тонна борсаҡ һәм 70 тонна кукуруздың гибридлы орлоғо талап ителә.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа элиталы орлоҡтар менән киҫкен хәл килеп тыуҙы. Әлегә районда 366 тонна элиталы орлоҡ бар, ул Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының  Ҡуянтауҙағы ғилми үҙәгендә, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә тупланған. Тағы ла 200 тонна элиталы иген орлоғо кәрәк буласаҡ.
– Ошо көндәрҙә районға яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде. Был ни дәрәжәлә миҙгел проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк?
– Республика Хөкүмәтенең хәстәрлеге, район хакимиәте етәкселегенең тырышлығы менән быйыл ғәйәт ҙур күләмдә дәүләт ярҙамы бүленде, был иһә баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарыу, яҡшы уңыш үҫтереп алыу ышанысы тыуҙыра. Атап үтелгән финанс ярҙамының 15,5 млн һумы минераль ашламалар, 14 млн һумы – иген һәм мал аҙығы культураларының элиталы һәм репродукциялы орлоғон,14,5 млн һумы – үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алыуға тотоноласаҡ. Ә 7 млн һумы “Күлтабан” МУП-ына орлоҡ һатып алыу маҡсатында файҙаланыласаҡ. Шулай итеп, бүленгән саралар барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге бирә. Әле был йүнәлештә эш башланды ла инде.
Районда орлоҡсолоҡ эшен ҡайтанан тергеҙеү буйынса аныҡ маҡсаттар бар. Уны “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә булдырырға уйлайбыҙ. Әле ошо маҡсатта унда орлоҡтоң элиталыһын һәм супер элитаһын алырға ниәтләйбеҙ. Сөнки райондың орлоҡсолоҡ статусын күтәреү бик мөһим, ул үҙен тулыһынса аҡлаясаҡ.
– Ағыулау препараттары, минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары менән хәл нисек тора?
– Бөтә хужалыҡтар ҙа ағыулау препараттары менән тәьмин ителде. Шулай уҡ баҫыу эшкәртеү өсөн тотош тәьҫир итеүсе гербицидтар, ҡара һолоға ҡаршы препараттар аласаҡбыҙ.
Ниһайәт, быйыл сәсеүҙә минераль ашламалар ҡулланыласаҡ. Әле Ҡуянтауға 292 т ашлама килтереп һалынды, шуның 182 тоннаһы – NPK һәм 110 т карбамид. Бөтәһе 1079 т ашлама  индереү планлаштырыла.
Льготалы хаҡтар менән яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу ҙа дауам итә – бөгөнгә кәрәкле күләмдең 70 проценты ташылған да инде.
– Ужым культураларының торошо нисек, улар нисек ҡышлаған?
– Ужым арышы район буйынса 1333 гектарҙа сәселгәйне. Әйтергә кәрәк, уларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек. Уны өҫтәмә туҡландырыу башланды.
– Хужалыҡтарға ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләйһе бар?
– Аграрийҙарға тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү, әсе тупраҡты эзбизләү, пар ерҙәрен эшкәртеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү өҫтөндә уйланаһы һәм киҫкен саралар күрәһе бар. Сөнки уңыш тап ошо факторҙарға туранан-тура бәйле. Ҡара пар, мәҫәлән, район буйынса һөрөнтө ерҙең 4,4 процентын тәшкил итә (кәмендә 10-12 процент булырға тейеш), был бик аҙ. Баҫыу ял итергә, ҡый үләндәренән ваҡытында таҙартылырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта һуңғы 15 йылда беҙ баҫыуҙарға минераль ашлама ла, органик ашлама ла индермәйбеҙ, был үҙенең кире эҙемтәләрен бирмәй ҡалмай. Шуның өсөн урындағы МТС-та махсус отряд булдырып, пар ерҙәренә тиреҫ сығарыу эшен яйға һалырға кәрәк. Бының өсөн предприятиеның етерлек техникаһы бар.
Ғөмүмән, быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен оҙаҡҡа һуҙмай оптималь ваҡытта атҡарып сығыу мөһим. Уны ойошҡанлы үткәреү өсөн районда бөтә шарттар тыуҙырыла. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай һәм дәүләттән бирелгән ярҙам маҡсатлы файҙаланылырға тейеш.

Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.