16 апр. 2012 г.

Арҙаҡлы яҡташтар

Самолет торбаһын ҡурай итеп...

Мусин Нурмөхәмәт Әбүләис улы 1911 йылда Баймаҡ районының Янғаҙы ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалып, Заһира һәм Мостафа Тимербулатовтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Үҫә төшкәс, көтөүсе булып яллана. Мал көткәндә киң яланда йырлап, ҡурайҙа ла һыҙғырып ебәрер булған.
Ҡурайҙа уйнау маһирлығын, яңы көйҙәрҙе Нурмөхәмәт данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә. Йәше еткәс, үҙ ирке менән армияға китә. Өс йыл кавалерист булып хеҙмәт итеү дәүерендә лә ҡурайын ташламай. Тыуған яҡтарын һағынып, моңло, һағышлы көйҙәрҙе һыҙғырта. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор булып эшләй. Намыҫлы, эшсән, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, Янғаҙы ауылында хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Халыҡтың ауыр тормошон бер аҙ булһа ла еңеләйтер өсөн Нурмөхәмәт эшселәренә иген таратып бирә. Әлбиттә, был эҙһеҙ үтмәй, дәүләт милкен һорауһыҙ тотонғаны өсөн ғәйепләп, төрмәгә ябалар. Тап ошо 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Нурмөхәмәт Мусин үҙ теләге менән төрмәнән һуғышҡа китә. Ул Оршо, Борисово, Молодечино, Невель ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Белоруссия, Литва, Кенигсберг ерҙәрен дошмандарҙан азат итеүҙә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Бөйөк Еңеүҙе  Пруссияла ҡаршылай.
Ләкин Нурмөхәмәт Әбүләис улына тиҙ генә тыуған Башҡортостанына ҡайтыу бәхете эләкмәй. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң, ул Алыҫ Көнсығышҡа барып эләгә. Унда Беренсе Байкал аръяғы фронты составында Порт-Артурҙы алыуҙа, Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
Япондар менән һуғыш ваҡытында уның менән шундай хәл була: ҡолап төшөп, емерелеп ятҡан самолеттың бер еҙ торбаһынан ҡурай эшләп, башҡорт көйҙәрен уйнап ебәрә. Ошо ҡурай моңон ишетеп, тирә-яҡтан башҡорт егеттәре йыйылып китәләр һәм кинәнеп тыңлайҙар...
Нурмөхәмәт Мусин һуғышта өс тапҡыр яралана. Әммә яралары төҙәлеп бөтөр-бөтмәҫтән кире сафҡа баҫа. Тыуған яғына ул 1946 йылда ҡайтып төшә.
Һуғышта күп төрлө наградаларға – III дәрәжә Дан, III дәрәжә Ватан һуғышы ордендарына,”Батырлыҡ өсөн”, “Кенигсбергты азат иткән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдарына лайыҡ була.
1960 йылда  өйләнеп, күрше Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында төпләнә. Ҡатыны Мәсғүрә менән Әбдрахман, Хәбибрахман, Мәшүҙә исемле балалар үҫтерәләр. Нурмөхәмәт Әбүләис улы художестволы үҙешмәкәрлек эшендә әүҙем ҡатнаша. Һәр концертта, һабантуйҙарҙа ҡулынан ҡурай төшмәй. Төрлө дипломдарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була, лауреат исеме ала. 1985 йылда Иҫәнгилделә 74 йәшендә вафат була.
Һуғыш ветераны, атаҡлы ҡурайсы Нурмөхәмәт Мусинды Иҫәнгилде ауылы халҡы әле лә онотмай. Бигерәк тә Еңеү көндәрендә уның исеме ҙурлап иҫкә алына. Ҡатыны, тыл ветераны, 90 йәшкә етеп килгән Мәсғүрә инәй ҙә хөрмәт күреп йәшәй.

Розалия Теләүбаева.
Янғаҙы ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.