24 апр. 2012 г.

Сәфәрҙәр

Баймаҡ – Сорғот: дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалынды
Башҡортостан һәм Ханты-Манси араһында бәйләнештәр нығына
11-16 апрелдә хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге Баймаҡ районы делегацияһы Ханты-Манси автономиялы округына ҡараған Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһында булып ҡайтты. Эшлекле сәфәр барышында баймаҡтар ҡасабаның социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан танышты, производство предприятиеларының, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренең эше менән ҡыҙыҡһынды, аҫаба халыҡтың көнкүрешен өйрәнде. Шуныһы үҙенсәлекле,  сит ерҙә лә тыуған ерен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаусы һәм киләсәк быуынды ла рухлы итеп тәрбиәләүсе милләттәштәребеҙ менән осрашыу баймаҡтарҙы һоҡландырҙы. Делегация составында муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаев, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ғ. Вәхитова,  “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе директоры М.Б. Салихов барҙы.

Был эшлекле сәйәхәт Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округы араһында яңы дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалды, Баймаҡ районы һәм Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһын туғанлаштырҙы. Урындағы үҙидара эшен өйрәнеү, социаль-иҡтисади йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү, мәҙәниәт, рухиәт өлкәләре буйынса бәйләнеште нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был сәфәр үҙ маҡсатына иреште, ике яҡ та унан бик ҡәнәғәт ҡалды. Һуңынан Баймаҡ районы хакимиәте һәм Түбәнге Сортым ҡасабаһы муниципаль берәмеге, “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының “Түбәнге Сортымнефть” нефть һәм газ табыу идаралығы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешелде.
И.Х. Ситдыҡов:
– Был сәфәр беҙҙә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, унда беҙ Сорғот районының заман талаптарына ярашлы үҫешкән төбәк икәненә инандыҡ, юғары технологиялар файҙаланып эшләгән предприятиеларында булдыҡ, башҡорт диаспораһы менән осраштыҡ. Юлдарҙың юғары сифатлы, йорттарҙың яңы проекттарға ярашлы төҙөлөүе, бөтә ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булыуы беҙҙә тик һоҡланыу тойғолары уятты.
“Түбәнге Сортымнефть” нефть һәм газ табыу идаралығы – донъялағы иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе, уның етештереү ҡеүәте йылына 18 млн тонна тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле, был производство ҡасабаға һәр яҡлап ярҙам итә, аҡса бүлә, шуға ла ул заманса үҫешә.

Сәфәр барышында Баймаҡ районы һәм Түбәнге Сортым ҡасабаһы араһында ике яҡлы килешеү төҙөргә килештек, был хаҡта айырым протоколға ҡул ҡуйылды. Ул, беренсенән, ике муниципаль берәмек үҫешендә яңы проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу, төҙөлөш, продукция алыш-биреше кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Икенсенән, яҡтар йәштәр сәйәсәте араһында дуҫлыҡ күпере булдырыу, уҡыу учреждениелары араһында бәйләнеште үҫтереү, берлектә төрлө кәңәшмәләр, семинар-конференциялар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Өсөнсөнән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физкультура һәм спорт өлкәләрендә бәйләнеште киңәйтеү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын берлектә ойоштороу; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, муниципаль-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса аныҡ пландар бар.  Был протокол Баймаҡ районы хакимиәтенең, Түбәнге Сортым муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы П.В. Рымарев һәм “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының “Түбәнге Сортымнефть” идаралығы начальнигы С.А. Слюсаренконың ҡултамғалары менән нығытылды. Шуның нигеҙендә быйыл июнь айында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Г.Х. Йыһаншина:
– Түбәнге Сортым юғары мәҙәниәтле, матур ҡасаба булыуы менән таң ҡалдырҙы. Иң оҡшағаны – унда йәшәүсе башҡорттарҙың бик татыу көн итеүе. Әйтергә кәрәк, араларында баймаҡтар ҙа күп, улар бер ғаилә кеүек берҙәм, дуҫ йәшәй һәм һәр саҡ бер-береһенә ныҡ ярҙам итә.
Ҡасабала мәҙәниәт бик үҫешкән. Бик матур һәм үҙенсәлекле түңәрәктәр, мәҙәни-ял итеү үҙәге эшләй, уларҙа башҡорт балалары милли йырҙар, бейеүҙәрҙе өйрәнә, ҡурайҙа уйнау серҙәрен үҙләштерә. Танылған хореографтар эшләй, улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа күп.
Аҫаба халыҡ – хантыларҙың мәҙәниәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныштыҡ. Ҡунаҡсыл, мәғлүмәтле милләт.
Түбәнге Сортымдарҙы үҙебеҙҙең һабан туйына саҡырып ҡайттыҡ. Киләсәктә ике яҡ араһында сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу, халҡыбыҙҙың милли йола-традицияларын төплөрәк өйрәтеү һәм өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Унда баймаҡтарҙың ҙур концертын ойошторорға уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Сорғоттағы башҡорт балаларына сәнғәтебеҙҙе милли колоритлы итеп күрһәтеү һәм өйрәтеүҙе лә үҙебеҙҙең бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ. 


Р.Х. Йәнсурин:
– Был сәйәхәт күңелдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Түбәнге Сортымға иртә менән барып еттек, беҙҙе башҡорт милли кейемдәрендә, ҡурай уйнап, йылы ҡаршы алдылар. Әйтергә кәрәк, унда йәшәү кимәле бик юғары. Беҙҙе нефть етештереү базаларына, төрлө объекттарға экскурсияға алып йөрөнөләр.
Сорғот районында 13 биләмә бар. Шуларҙың береһе – барлыҡҡа килгәненә 25 йыл тулған Түбәнге Сортым ҡасабаһында 20 меңдән ашыу кеше йәшәй. Күптәре вахтасылар, үҙҙәренән 200-300 км алыҫлыҡтағы нефть ятҡылыҡтарына йөрөп эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта эргә-тирәләге 27 ятҡылыҡты эшкәртәләр, киләсәктә тағы ла 8 яңы ятҡылыҡта эш башлау планлаштырыла. Әйткәндәй, ҡасабала төрлө милләт, дин вәкилдәре үҙ-ара килешеп татыу йәшәй, электән эшләп килгән мәсет һәм сиркәү бар, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына яуап бирерҙәй яңы мәсет һәм сиркәү төҙөлөшө бара. 1700 балаға тәғәйенләнгән заманса мәктәптә балалар ике сменала уҡытыла. Балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. 50 кешегә тәғәйенләнгән дауахана, поликлиника бар. Ҡасабаның мәҙәни-ял итеү үҙәге тураһында ла күп һөйләргә мөмкин. Заманса архитектуралы бинала ике тамаша залы, бейеү, вокал, хатта ҡурай кластары, бейеү майҙансығы бар, китапхана урынлашҡан. Китапхана моделлегә әйләндерелә, йәғни электрон китаптар уҡырға мөмкинлек буласаҡ. Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә хеҙмәткәрҙәр штаты ла ҙур ғына: 40-лаған кеше эшләй. Яңы спорт комплексы төҙөлә: унда ике спортзал, сауна, бассейн, ябыҡ боҙ майҙаны буласаҡ.
Ҡасаба Советы ҡарамағындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Йорттарға һыуыҡ һәм эҫе һыу килә. Матур итеп тротуарҙар эшләнгән. Халыҡҡа шәхси хужалыҡты үҫтерер өсөн ер участкалары бүленә. Әлеге мәлдә аукцион үткәреп, 12 участканы биргәндәр. Матур-матур йорттар һалына. Урындағы предприятие эшселәренә процентһыҙ ипотека кредиты бирелә. Йәш белгестәргә иғтибар ҙур: торлаҡ йә булмаһа йәшәгән фатир өсөн аҡсаһы түләнә, подъемный бирелә. Тағы ла иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: гараждар йорттарҙан айырым ерҙә урынлашҡан.
Шуны ла әйтеп үтер инем: Ханты-Манси автономиялы округында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Урындағы етәкселәр әйтеүенсә, Баймаҡтан эшкә килеүселәр күп. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташтарыбыҙҙың күбеһе иң ауыр һәм яуаплы эштә йөрөй, быға тиклем һынатҡандары юҡ.
Эшлекле сәфәр барышында “Түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.  Унда “Талҡаҫ” шифаханаһында ҡырыҫ Себер шарттарында эшләгән предприятие эшселәренең ялын ойоштороу, мәҙәни хеҙмәттәшлек, белгестәр әҙерләү, районда етештерелгән экологик таҙа продукцияны һатыу өсөн ҡасабала сауҙа нөктәһе асыу, ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреү, атап үткән предприятиеның мөмкинлектәрен йәлеп итеп, районыбыҙҙа производство һәм социаль инфраструктураны үҫтереү тураһында һүҙ бара. Минеңсә, был тарихи ваҡиға. Тәүге тапҡыр нефть-газ сығарыу идаралығы һәм муниципаль берәмек араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. 
Ф.Ғ. Вәхитова:
– Сорғот районына барып ингәс тә, юлдарҙың төҙөклөгө, Түбәнге Сортым ҡасабаһының матурлығы хайран ҡалдырҙы. Унда күп милләтле халыҡ йәшәй, әммә бик татыуҙар. Айырыуса башҡорттар, шул иҫәптән баймаҡтар, бер туғандар кеүек йәшәй. Мәҫәлән, беҙҙең Ниғәмәт ауылынан ғына унда 10 ғаилә үҙ тормошон ҡорған. Иҫке йорттар бөтөнләй юҡ, торлаҡ-коммуналь хужалығы бик яҡшы эшләй. Бик бай ҡасаба, уның йыллыҡ бюджеты 100 млн һумға етә. Штатында 20 кеше тора.
Урындағы нефть һәм газ сығарыу идаралығы ҡасабаға һәр яҡлап ярҙам итә, шуға ла уның социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи  үҫеше һәр яҡлап һоҡланыу тойғоһо уята. Түбәнге Сортым 2006 йылда “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡасабаһы” булып танылған.
Урындағы мәктәптә башҡорт класы бар, унда балалар рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшә, бейей, йырлай, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Мәҙәни-ял итеү үҙәге лә бик әүҙем эшләй. Әйткәндәй, ҡурай түңәрәген Аҡморон ауылынан сыҡҡан Илдар атлы егет алып бара.
Сорғот районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәбир Нурмөхәмәт улы Һибәтуллин – Ниғәмәт ауылы егете. Был ойошма бик әүҙем эшләй, ул милләттәштәребеҙгә бар йәһәттән дә ярҙам итергә әҙер тора.
Түбәнге Сортымда булған көндәрҙә мин үҙемде Баймаҡта йөрөгән кеүек хис иттем. Сөнки унда ысын башҡорт мөхите хөкөм һөрә, һәр кемдең йөрәгендә башҡорт рухы йәшәй.
Тағы бер дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек күперенә нигеҙ һалынды. Ул Баймаҡ һәм Түбәнге Сортымды туғанлаштырып ҡына ҡалмаһын, ә Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округы араһындағы бәйләнештәрҙе тағы ла нығытһын. Йәшәһен Баймаҡ һәм Сорғот дуҫлығы!

Азамат Мөхәмәтшин, Сәлимә Кейекбирҙина.
Фотоларҙа: производство участкаларында; ике яҡлы һөйләшеүҙәр бара; И.Х. Ситдыҡов менән П.В. Рымарев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.