6 апр. 2012 г.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

Ремонт аҙағына яҡынлаша 

“Уңыш” АХК-һында миҙгелгә яҡшы әҙерләнәләр

... “Уңыш” АХК-һының үҙәк ремонт оҫтаханаһына килеп инеү менән, бында техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү кампанияһының дәррәү барыуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Хужалыҡтың баш инженеры Р.И. Ноғоманов менән оҫтахана мөдире Ғ.Х. Байтурин да унда булып сыҡты. Етәкселәр оҙатыуында барлыҡ цехтарҙағы эштәр менән танышып, ремонтсылар менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Шуныһы үҙенсәлекле, хужалыҡтың ысын патриоттары йыйылған коллективта кәйеф күтәренке, һәр кем яңы миҙгелгә ең һыҙғанып әҙерләнә. Әйткәндәй, механизаторҙар һәм слесарҙар өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған: йылытылған ял итеү бүлмәһе эшләй, хеҙмәтсәндәрҙе ташыу өсөн махсус автобус бүленгән, үҙәк ашханала эш хаҡының  30 процентын тотоп ҡалыу иҫәбенә яҡшы итеп ашатыу ойошторолған. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлектә ҡаршы алыуҙарына шикләнмәй кооператив хеҙмәтсәндәре.

Ғәҙәттә, хужалыҡ техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға районда иң беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник потенциалды нығытыу эшен үткән йыл аҙағында уҡ башланы.  Ваҡытында запас частар алынып, техниканы ремонтлау өсөн айырым звено булдырылды. Бөгөн бында ремонт эштәре әүҙем бара, аҙағына яҡынлаша. Әйтеп үтелгәнсә, предприятие ҡеүәтле техник базаға эйә – бөтәһе 41 берәмек техника бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, оҫтаханала ремонт эштәренең тулы циклы башҡарыла, йәғни техниканың барлыҡ узелдарын һәм агрегаттарын үҙҙәрендә төҙөкләндерәләр. Марсель Ҡоланбаев, Зөфәр Көмөшҡолов, Айҙар Сирғәлин, Ғаяз Юлдашбаев, Искәндәр Ҡәйепҡолов, Рамаҙан Ирназаров, Азамат Вәлиев, Александр Ильин, Наил Хөсәйенов, Миңлеғәле Ишбаевтарҙы айырыуса маҡтап телгә алды етәкселәр – улар ремонт эштәрендә үҙ иңенә тапшырылған бурысты теүәл һәм сифатлы үтәй.


– Техниканы әҙерлек һыҙығына баҫтырыу яҡшы бара, – ти Ғәлиәхмәт Хажиәхмәт улы. – Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй, хужалыҡ етәксеһенең хәстәрлеге менән ваҡытында запас частар алына. Оҫтаханала тейешле тәртип бар, бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ремонт эштәренә 25 кеше йәлеп ителде. Дөйөм алғанда, билдәле графикка ярашлы  тракторҙарҙы ваҡытында сәсеүгә сығарасаҡбыҙ.

– Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләүгә беҙҙә йыл да ҙур иғтибар бүленә, – ти Рәйес Ишбулды улы. – Былтыр тракторҙарҙың тапшырыуҙар ҡумтаһы яңыртылһа, быйыл двигателдәргә иғтибарҙы йүнәлттек. Ремонтҡа бөтәһе 1 млн һум самаһы аҡса тотонолдо. Был иһә беҙгә яңы миҙгелде яҡшы ҡаршы алыу һәм үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Сәсеү агрегаттары механизаторҙар менән комплектланды. Яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу маҡсатында 2 сәсеү комплексы булдырылып, уларҙың береһендә 4 берәмек К-701 һәм 4 берәмек Т-4А тракторҙары, икенсеһендә дүрт К-700 һәм дүрт Т-4 тракторҙары эшләйәсәк. Беҙҙеңсә, был комплекслы ысул үҙен аҡлаясаҡ.
Күреүебеҙсә, хужалыҡта яңы миҙгелде ҡаршы алыу яҡшы бара, техниканың 67 проценты  әҙерлек һыҙығына баҫтырылған, сифатлы орлоҡ фонды тупланған. Производство конвейерының башҡа участкаларында ла, әйтәйек, малсылыҡта, эш гөрләп тора, тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, производствоны үҫтереүгә һуңғы осорҙа ныҡлы иғтибар бирелә.
– Сәсеүҙе ойошҡанлы, тулы әҙерлек менән ҡаршы аласаҡбыҙ, – ти “Уңыш” АХК-һы етәксеһе А.С. Сафин. – Бының өсөн барлыҡ резервтарҙы файҙаланабыҙ, эште тейешле кимәлдә ойошторғанбыҙ. Коллективтың иртәнге көнгә ышанысы ҙур, өмөтө яҡты. Яңы миҙгелде тейешле технологиялар нигеҙендә үткәреү өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәр бар.

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.