18 апр. 2012 г.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышында
 

Уҙған йомала муниципаль район хакимиәтендә район Советының сираттан тыш 41-се ултырышы булды. Унда депутаттар, хакимиәттең бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы.
Көн тәртибенә ике мәсьәлә сығарылды. Уның тәүгеһе буйынса – Баймаҡ районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында район Советы секретары Радмир Ишбулатов сығыш яһаны.  Уның әйтеүенсә, муниципаль район Советы Уставына үҙгәрештәр индереү “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондың  үҙгәреүе менән бәйле. Радмир Зөбәйер улы Уставҡа индереләсәк төп үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Һөҙөмтәлә, депутаттар яңы редакциялағы муниципаль район Уставы проектын раҫланы. Шулай уҡ Совет ҡарары проекты буйынса 2012 йылдың 10 майында асыҡ тыңлауҙар үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Уны муниципаль район Советы Президиумы уҙғарасаҡ.
Артабан депутаттар, муниципаль хеҙмәткә күсеү сәбәпле, район Советы депутаты Мөнир Кайниевтың депутатлыҡ вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
 

Сәлимә Кейекбирҙина.

Баймаҡ районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы
муниципаль районының Уставына төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы ҡарары буйынса асыҡ тыңлауҙар тураһында
“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондың 28-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Уставына төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы ҡарары (артабан – Совет ҡарары проекты) буйынса 2012 йылдың 10 майында асыҡ тыңлауҙар үткәрергә (муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында иртәнге сәғәт 11-ҙә).
2. Совет ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы  үткәреүҙе ойоштороу һәм уҙғарыу яуаплылығын Баймаҡ районы муниципаль район Советы Президиумына йөкмәтергә.
3. Баймаҡ районы халҡы Совет ҡарары проекты буйынса тәҡдимдәрҙе яҙма рәүештә, ҡарарҙың 1-се пунктында күрһәтелгәнсә, муниципаль район Советына түбәндәге адрес буйынса тапшыра ала: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36-сы йорт, 401-се кабинет. Тәҡдимдәр ҡарар гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡан көндән алып 2012 йылдың 28 апреленә тиклем ҡабул ителә.
Д.Ю. Сәйғәфәрова,
Баймаҡ районы
муниципаль район Советы рәйесе.

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Уставында үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Законға 2011 йылдың ноябрь-декабрендә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район Советының 2012 йылдың 13 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы 395-се ҡарары менән яңы редакцияла муниципаль район Уставы проекты раҫланды.
Төп үҙгәрештәр:
1. Урындағы әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләргә муниципаль район сиктәрендә коррупцияға ҡаршы тороу буйынса саралар башҡарыу индерелде.
Бынан тыш, Совет депутаттары, муниципаль берәмек башлыҡтары, урындағы хакимиәт башлыҡтары бурыстарына “Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында”ғы федераль Закон менән билдәләнгән сикләүҙәрҙе, тыйыуҙарҙы һәм бурыстарҙы үтәү өҫтәлә.
2. Урындағы әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренә муниципаль предприятиелар һәм учреждениелар тарафынан башҡарылған эштәргә тарифтарҙы билдәләү хоҡуғы индерелде. (Быға тиклем хеҙмәт күрһәтеүгә тарифтар ғына билдәләнә ине).
3. Урындағы әһәмиәткә эйә булмаған һорауҙарҙы хәл иткәндә урындағы үҙидара органдары хоҡуҡтарына кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса йәмәғәт контроле алып барған һәм иректән мәхрүм итеү урындарындағы кешеләргә булышлыҡ иткән йәмәғәт күҙәтеү комиссияларына ярҙам итеү өҫтәлә.
4. Муниципаль район милкендә шулай уҡ урындағы әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса вәкәләттәрҙе башҡарыу өсөн кәрәкле башҡа милектең дә булыуы мөмкин.
5. Барлыҡ муниципаль райондар өсөн ҡабат һайланған Советтың тәүге ултырышы ваҡыты билдәләнде – ул тулы хоҡуҡлы составтағы Совет һайланған көндән алып 30 көн эсендә үтергә тейеш.
6. Урындағы хакимиәт башлығы вәкәләттәре ваҡыты тураһындағы норма аныҡланды. Урындағы хакимиәт башлығы менән контракт хакимиәт башлығы вазифаһына башлыҡ тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң Совет вәкәләте ваҡытына ярашлы төҙөлә (яңы саҡырылыш Совет эш башлаған көндән алып), ләкин 2 йыл ваҡыттан аҙ түгел.
7. Депутаттар һанының кәмеүе менән бәйле (20-нән аҙ) (5-се өлөш, 20-се статья): һайлауҙар уҙғарыу тәртибе тураһындағы норма үҙгәреш кисерҙе – һайлауҙар бер мандатлы округтар буйынса үткәрелә (элек аралаш, пропорциональ система буйынса ине).
Уставтың “Советтағы фракциялар” тигән статьяһы һыҙып ташланды.
8. Асыҡ тыңлауҙарға сығарылған мәсьәләләргә территорияларҙы төҙөкләндереү ҡағиҙәләре проекттары, шулай уҡ муниципаль районды үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡарарҙарҙы дәлилле нигеҙләү индерелде.
9. Территориаль йәмәғәт үҙидараһын ойоштороу мәсьәләләре буйынса тулы хоҡуҡлы булған граждандар йыйылышында кешеләр һаны икенән бер өлөштән өстән бер өлөшкә тиклем кәметелде.
Граждандар конференцияларында ҡатнашыу өсөн граждандар йыйылышы тарафынан һайланған делегаттарҙы биләмә халҡының өстән бер өлөшө күрһәткән булырға тейеш (элек икенән бер өлөшө ине).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.