23 апр. 2012 г.

Һаулыҡ һаҡлау

Йыл һайын Европала иммунизациялау аҙналығын үткәреү йолаға инеп ҡалды. Быйыл был сараны уҙғарыу 21-27 апрель көндәренә билдәләнгән.
Вакцинацияны эшләтеү мотлаҡмы? Халыҡ теүәл йөрөймө? Ваҡытында йөрөмәү нимәгә килтерә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Ш.Т. ӘбдрӘхимовҡа мөрәжәғәт иттек.


Вакцинация яһатыу мотлаҡ

– Шәүкәт Тәүфиҡ улы, вакцинация яһатыу ни өсөн кәрәк?
– Шуны әйтеп үтергә кәрәк, вакцинацияланғандарҙың һаны күп булған һайын ауырыусылар әҙәйә. Бөгөнгө көндә районда эпидемиологик хәлдең торошо яҡшы ғына. Шулай ҙа 2010 йылда беҙҙең илгә Тажикстан республикаһынан индерелгән полиомиелит вирусы әле булһа ла иҫтә. Ул йылды 700 ауырыу теркәлгәйне, шуларҙың 15-е был донъя менән хушлашты. 


– Былар нимәгә килтереүе бар?
– Полиомиелит вирусы зәғифлеккә, пароксизмаль фалиж, йәиһә үлемгә килтерһә, ҡыҙылса сире киҫкенләшеп китеүе һәм шулай уҡ үлем менән тамамланыуы ҡурҡыныс тыуҙыра.
– Халыҡ прививкаларға теүәл йөрөймө?
– Былтыр, бала саҡта прививка яһатмау сәбәпле, 35 йәшкә тиклемге 170 ҡатын-ҡыҙға ҡыҙылса сиренә ҡаршы прививка яһалды. Прививканы балаларҙың һау-сәләмәт булып тыуыуы өсөн эшләйбеҙ. Әгәр ҙә бала тыумыштан ҡыҙылса сиренә дусар ителһә, уның үҙәк нервы системаһы ҡаҡшаясаҡ.
– Һуңғы йылдарҙа иң ныҡ таралғандар иҫәбенә ниндәй ауырыуҙар инә?
– Һуңғы ике йылда районда В һәм С гепатитының киң таралыуы күҙгә салына. Белеүебеҙсә, был сирҙе дауалауы бик ауыр. Йыш ҡына ул цирроз, йәиһә бауыр рагына килтерә. Иң ҡурҡыныс инфекция ауырыуына грипп инә. 2011 йылда 11140 кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһалды.
– Ҡайһы берәүҙәр, прививка эшләтһәк, киреһенсә, ауырыйбыҙ тиҙәр, быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Прививка эшләтеү һау-сәләмәт тормошҡа беренсе аҙым икәнен ата-әсәләргә һәр ваҡыттағыса әйтә киләбеҙ. Уның кире йоғонтоһо ауырыуҙың үҙенә ҡарағанда күпкә еңелерәк үтә. Шуға күрә прививка эшләтер алдынан медицина күҙәтеүе үтеү мотлаҡ. Әгәр ҙә прививка эшләтеүсе сирләп тора икән, вакцинацияны ул йүнәлгәнсе эшләмәйҙәр. Ауырлы ҡатындарға һәм иммунодефицит осрағы теркәлгән балаларға прививка яһау тыйыла.
– Халыҡҡа әйтер теләктәрегеҙ?
– Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын прививкаға йөрөтмәй башланы. Был бик насар күренеш, сөнки берәй сит төбәктән инфекцион ауырыу индерелһә, прививкаланмаған балаларға был тиҙ арала йоғасаҡ. Тағы ла шуны әйтер инем: ҡайһы бер вакциналар тән температураһының күтәрлеүенә, укол һалынған урындың ҡыҙарыуына, быуындар һыҙлауына килтерә. Бының ҡурҡынысы юҡ, ул бер аҙҙан яйлап үтәсәк.
Ата-әсәләргә әйтер теләгем: ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында балаларығыҙҙың һаулығына күҙ йомоп ҡарамағыҙ. Прививкаларҙы ваҡытында һәм теүәл итеп эшләтегеҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Айгөл Абдрахманова, БДУСИ студенты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.