18 апр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Техника хәүефһеҙ булырға тейеш!
Үткән йомала районда тракторҙарға һәм уларҙың тағылмаларына йыл һайын дәүләт техосмотры ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса зона семинар-кәңәшмәһе уҙғарылды. 


Уның эшендә  Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының үҙәк аппараты етәкселеге һәм белгестәре, Урал аръяғы дәүләт техник надзор инспекциялары начальниктары ҡатнашты. Сарала шулай уҡ райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, баш инженерҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла булды.  
Кәңәшмәнең практик өлөшөндә ҡунаҡтар 105-се һөнәрселек лицейының уҡыу-производство базаһы менән танышты. Улар тракторсы-машинистарҙы әҙерләү шарттары менән ҡыҙыҡһынды, лицейҙың теория кластарын, ауыл хужалығы машиналарын һаҡлау урынын, трактородромда үткән күнекмәләрҙе ҡараны.
Аҙаҡтан сара “Уңыш” АХК-һында дауам итте. Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Р.С. Ғәлимов, бындай семинар-кәңәшмә икенсегә үтә, тәүгеһе яңыраҡ Шаран районында ойошторолдо, тип белдерҙе.
– Яҙғы баҫыу эштәре алдынан техниканың әҙерлеген тикшереү өсөн үткәрелгән был сара БР Хөкүмәте ҡарарына һәм Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының эш планына ярашлы үткәрелә, – тип белдерҙе Ринат Сәхи улы. – Беҙ шуға ла дәүләт техосмотрын ваҡытында сифатлы үткәрергә, техниканың кешеләргә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүефһеҙ булыуын талап итергә тейешбеҙ.     
Үҙәк ремонт оҫтаханаһында ҡунаҡтар 2ПТС-4 тағылмалы МТЗ-82.1 тракторына диагностикалау приборҙары менән техосмотр үткәреү һәм компьютер ярҙамында тикшереү картаһын биреү тәртибен ҡараны.
Был көндө кооперативтың 22, шәхси секторҙың 14 тракторы техосмотр үтте. Әйткәндәй, ҡунаҡтар, техника юғары кимәлдә әҙерләнгән, тип белдерҙе, “Уңыш” АХК-һы эшенә юғары баһа бирҙе. Шуға ла был көндө Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһынан “Уңыш” АХК-һының баш инженеры Р.И. Ноғомановҡа һәм механизаторҙарға Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Бынан тыш муниципаль район хакимиәте, Иҫке Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан шәхси трактор эйәләре лә дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булды.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан Баймаҡ ит комбинатын ҡараны һәм ундағы эш технологияһы менән танышты.

А. Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.