18 апр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Умартасылар кәңәшмәгә йыйылды
Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын урындарҙа уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге етәкселеге һәм белгестәре, ғалимдары беҙҙең төбәк райондарында булып, умартасылар, мәктәп директорҙары менән осрашыуҙар үткәрҙе. 12 апрелдә бындай семинар Баймаҡта ла уҙҙы.


Кәңәшмәне үҙәктең генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ә.М. Ишемғолов алып барҙы. Был тармаҡ мәсьәләләре буйынса аңлатыу эштәре быға тиклем  Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура райондарында барҙы. Кәңәшмәгә мәктәп директорҙары, умартасылар йыйылды. Әмир Миңләхмәт улы  килгәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт әйтеп, ҡараласаҡ төп мәсьәләгә күсте. Белеүебеҙсә, 2011 йылда БР Хөкүмәте тарафынан Урал аръяғында башҡа төр тармаҡтар менән бер рәттән умартасылыҡты ла үҫтереү кәрәк, тигән ҡарар ҡабул ителгәйне.
– Бөгөнгө көндә бал ҡорто үрсетеү килемле эш, күптәр бының менән шөғөлләнергә теләй, – тине Әмир Миңләхмәт улы. – Баймаҡ районы ла ошо тармаҡ буйынса үҫешергә тейеш. Хәҙерге көндә беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе –  мәктәптәрҙә ҡортсолоҡ буйынса курстар асыу. Сөнки был эшкә тотонорҙан алда уның һәр бер нескәлектәрен өйрәнеү мөһим. Йәш быуын мәктәп йылдарынан уҡ ата-бабаларыбыҙҙың был шөғөлөн өйрәнеп, ниндәйҙер тәжрибә туплап сығырға тейеш.
Артабан ул башҡорт тоҡомло бал ҡорттарына өҫтөнлөк биреү бигерәк тә отошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.  Уның билдәләүенсә, үзбәк, кавказ тоҡомло бал ҡорттарына ҡарағанда үҙебеҙҙең ҡорттар Башҡортостан тәбиғәте шарттарына нығыраҡ яраҡлашҡан, донъяла уникаль төр булыуы менән айырылып тора. Уларҙы үрсетеү маҡсатында былтыр беҙҙең районға 100 бал ҡорто пакеты килтерелгән. Әйткәндәй, был төр бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһыныусылар уларҙы алдан яҙылыу буйынса һатып аласаҡ.
Һүҙ аҙағында Әмир Миңләхмәт улы мәктәп директорҙарына күтәрелгән мәсьәлә буйынса йылдамыраҡ эш алып барырға кәңәш итте. Йыл аҙағына тиклем умартасылыҡты уҡытырға теләгән мәктәптәрҙең аныҡ исемлеге төҙөлөргә тейеш.
Ысынлап та, хәҙерге эшһеҙлек заманында тормошто алға алып барыу еңелдән түгел. Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге мираҫы булған ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өҫтәмә табыш килтерер ине, моғайын.

Венера Әбйәлилова,  БДУСИ студенты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.