23 мая 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Әсә булыу – үҙе мөғжизә
Минең ҡартәсәйем – 13 баланы Ер шарына бүләк иткән, бар булмышы менән кешеләрҙе шатландырып, тирә-яҡҡа күңел нуры сәсеп йәшәүсе ҡабатланмаҫ мөғжизә ул. Маһира Биктимероваға ошо көндәрҙә 80 йәш тула. Ғүмеренең алтын көҙөн балалары янында, 13 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре менән ҡаршылай ул. Ғәжәпләнерлек шул минең ҡартәсәйем.
Мин бала саҡта йәйҙәрен ул мейестә күпереп торған алты икмәк, беҙ йоҡонан тороуға 1 табаҡ бәлеш бешерер ине. Уның өйө һәр саҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, тып-тыныс, кешенең күплеге хатта һиҙелмәй ҙә торғайны. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, йылы мөнәсәбәт, яҡтылыҡ, яратыу тойғоһо, киң күңеллелек һиҙелә.


Ҡартәсәйем – һуғыш йылдары балаһы. 9 – 10 йәшендә ул өлкән инәйҙәр менән бергә пекарняла эшләгән. Көнөнә 10 тапҡыр 90 икмәк бешереүе еңелдән булмағандыр инде. Йәш кенә көйөнсә торф сығарыуҙа ҡатнашҡан, утын ҡырҡҡан. Ҡартәсәйемдең оҙон ғүмерле булыуының сере – башҡорт ҡатындарына хас булған сабырлыҡ, донъянан ҡәнәғәтлек, асыҡ күңел. Уның 8 улы 16 йыл буйы әрме сафында хеҙмәт итте, ә ул барыһын да сабыр ғына көтөп алды. Хәҙер ҙә Этҡолға барған һайын ул беҙҙе яратып ҡаршы алып, яҡты күңел менән оҙатып ҡала. Уның балалары республиканың төрлө ҡалаларында, ауылдарында бик матур итеп донъя көтә. Ҡартәсәйем оҙон, ҡатмарлы тормош юлы үтеүенә ҡарамаҫтан, йәш сырайлы. Уның көлә-көлә беҙҙең һәр уңышыбыҙҙы күреп, еңеүебеҙ менән ҡанатландырыуы, байрам табынында таҡмаҡлап бейеп китеүе, ҡырға сыҡһа, һәр бер ағас, сәскә менән иҫәнләшеп, һоҡланыуы беҙҙе лә ҡыуандыра.
Ә икенсе яҡын кешем – ул минең инәйем Фәриҙә Асҡарова. 70 йәшен билдәләүсе инәйем Һәмән ауылында йәшәй, бик абруйлы ағинәй, өлгөлө әсәй, өләсәй. Ул бик матур йырлай, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Рәжәп олатайым менән бик уңған ике ул үҫтерҙе. 22 йәшлек саҡтарында биш етем баланы, шулай уҡ әсәйемде лә, көтөп үҫтерҙеләр, тормош юлына лайыҡлы әҙерләнеләр. Бай тормош тәжрибәһе туплаған инәйем туғандарыбыҙ араһында үткәрелгән төрлө байрамдарҙы ойоштороусы ла, дәртләндереүсе лә. Күп кешеләр уға кәңәшкә килә. Уның балалары тормошта үҙ урынын табып, бик матур донъя көтә.
Ҡартәсәйем дә, инәйем дә балаларын, ейәндәрен ил һөйөргә, эш яратырға, тырыш, әҙәпле, намыҫлы йәшәргә, иманлы булырға өйрәтте. Беҙгә кескәйҙән: “Эшегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн”, – тип ҡабатлайҙар ине. Улар  сәскә, йәшелсә-емеш үҫтерергә бик әүәҫ.
Бөтә балалары, туғандары исеменән мин уларҙы матур юбилейҙары менән ҡотлайым. Тормошобоҙ йәме булып, ҡояш шикелле йылы нурҙар сәсеп йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!

Һеҙҙең өсөн – тәүге күкрәү,
Һеҙҙең өсөн – йылға ташыуы.
Һеҙҙең өсөн –  яҙғы
гөлләмәләр,
Күңелемдең күккә ашыуы!

Л. Биктимерова, иң өлкән ейәнсәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.