23 мая 2012 г.

Сәсеү-2012

Эштәре лә ырамлы, аштары ла тәмле


...”Байҡара” агрофирмаһының “9-сы баҫыу” тип исемләнгән участкаһына килеп туҡтағанда, алдынғы механизатор Зиннәтулла Йәнбәковтың сәсеү звеноһы 100 гектар биләгән майҙанда һуңғы гектарҙарҙа бойҙай сәсә ине. Арыраҡ Мирза Иҫәндәүләтов агрегаты эшләй булып сыҡты. Баш агроном Ғ.А. Ниғәмәтов, игенселәр менән яҙғы баҫыу эштәре тураһында һөйләшәбеҙ. “Быйыл беҙгә 1406 гектарҙа иген культуралары сәсеү бурысы тора, – ти Ғәбитулла Абдулла улы, – шуның 584 гектарын бойҙай, 367-һен – арпа, 275-ен – һоло, 50-һен – борсаҡ һәм 150-һен ҡарабойҙай тәшкил итә. Мал аҙығы культуралары иһә 616 гектарҙы биләп, шуның 261-ендә судан үләне, 255-ендә – кукуруз, 100-өндә – рапс, 150 гектарында донник һәм люцерна үҫтереләсәк. Яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара, егеттәр тырышып эшләй. Иртә яҙғы иген культуралары сәсеүҙе тамамланыҡ, хәҙер сират һуң сәселеүсе культураларға етте. Кисә кукурузға төштөк”. “Эштәр ырамлы бара, – тине хәлдәрен һорашҡас игенселәр Зиннәтулла, Фәнил һәм Радмир Йәнбәковтар. – Ашатыу яҡшы, ашнаҡсыларға һүҙ юҡ. Сәсеүҙе ваҡытында тамамлау өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ”.
Игенселәрҙең хәл-әхүәлдәрен белешкән арала баҫыуға хужалыҡ директоры М.Ф. Үҙәнбаев та килеп туҡтаны. “Быйыл райондан бүленгән 2 млн 842 мең һум ярҙам беҙгә яҙғы баҫыу эштәрен тейешле агротехник талаптарға ярашлы ойоштороу мөмкинлеге бирә, – тине ҡәнәғәтлек менән Марсель Фәрит улы. – Шул сараларға беҙ минераль ашламалар, элиталы орлоҡ, гербицид, пестицидтар һатып алдыҡ. Ә яғыулыҡ-майлау материалдарына 1 млн 750 мең һум кредит юллағайныҡ. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, тик йылы ғына яҡшы килһен”.
“Байҡара” агрофирмаһының барлыҡ сәсеү участкаларында   ла эштәрҙең ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ. Сәсеүҙә Сәлим Ишмырҙин, Руслан Ниғәмәтов, Самат Йәйләйев, Исмәғил Ҡаҙаҡҡолов, Мирза һәм Рәмил Иҫәндәүләтовтар,Мәғәфүр Хәмзин, Баязит  Ҡашҡаров, Фәһим Тләүсин, орлоҡ ташыуҙа Морат Йәнбәков, Илшат Иҫәндәүләтов, Илгиз Ниғәмәтов хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Катоклауҙа Хәлил Төхвәтуллин һәм Ғирфан Кәримов тырышып эшләй. Техник хеҙмәтләндереү звеноһының иретеп йәбештереүсеһе Сәлим Тләүсин, ырҙын табағынан Илшат Сәйетҡолов, Рәфҡәт Игебаев, Ғәйфулла Ниғәмәтов, Нур Сапаров, Иштуған Үҙәкин, бригадир Илдар Абыҙгилдин яҙғы баҫыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ алып барыуға тос өлөш индерә. Әйткәндәй, техника-агрегаттарҙың көйлө эшләүендә хужалыҡтың инженерия хеҙмәтен дә билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Яңыраҡ баш инженер йөгөн артмаҡлаған йәш белгес Марсель Тотмановтың эшенән агрофирма етәкселеге ҡәнәғәт.
”Байҡара” игенселәре ашхана коллективы ҡыҙҙарын юҡҡа ғына маҡтамаған икән. Шәүрә Абыҙгилдина, Зөлхизә Әфләтунова һәм Гөлниса Тләүсиналарҙың әҙерләгән аш-һыуҙары, ысынлап та, телде йоторлоҡ ине. Тәмле төшкө аштан һуң шуға инандыҡ һәм, тәҡдимдәр кенәгәһендә рәхмәт һүҙҙәрен теркәп, артабан юлландыҡ...

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоларында: С.Тләүсин; Радмир, Зиннәтулла һәм Фәнил Йәнбәковтар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.