10 мая 2012 г.

Бөйөк еңеүгә 67 йыл

“Башҡорттар  –  ҡыйыу халыҡ” , – тине  Жуков...” 

Усман олатай Арыҫлановты Байымда ғына түгел, районда ла бик яҡшы беләләр. Был ветерандың тормош юлынан һабаҡ алырлыҡ.
1943 йылдың октябрендә Усман олатай Арыҫланов һуғышта һәләк булған Әҙеһәм менән Исмәғил ағаларына алмашҡа баҫа. Өфө янындағы “Цыганская поляна”ла 32-се уҡсылар полкында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби белемгә өйрәнгәндән һуң, декабрь башында ефрейтор званиеһында фронтҡа оҙатыла. Ул 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составындағы 1-се Гвардия мотоуҡсылар бригадаһының һәләк булып ҡалған һалдаттары урынына килгән йәш өҫтәлмә көс составында автоматсы булып һуғышҡа инә.


 Ҡурҡыу белмәҫ талантлы полководец Георгий Жуков етәкселегендәге фронтта ҡатнашыуын ветеран ғорурланып иҫкә ала. Алғы һыҙыҡтағы траншеяла  Жуковтың үҙе менән осрашҡанын былай тип хәтерләй: ”Һалдаттар араһында иң йәше булып күренгәнмендер, күрәһең (мин ул саҡта кәүҙәгә лә үҫеп етмәгәйнем), һуғышсыларҙы дәртләндереү ниәте менән килгән Жуков иң тәүҙә миңә иғтибар итте. “Ҡайһы яҡтан һин, улым?” – тип һораны. Мин: “Башҡортостандан”, – тигәс, “Афарин, башҡорттар – ҡыйыу халыҡ”, – тип арҡамдан һөйөп китте. Фронт командующийының шулай алғы һыҙыҡҡа килеп, траншеяға төшөүе беҙгә лә көс, ҡыйыулыҡ өҫтәгәндәй булды”.
1943 йылдың декабрь аҙаҡтарында Усман Арыҫланов хеҙмәт иткән частар Калиновичи, Каратовичи, Барановичи ҡалаларын азат итә. 1944 йылдың 24 июнендә 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре көн-төн барған көсөргәнешле һуғыштарҙан бер аҙ көс йыйып, юғалтыуҙарҙы тулыландырып, оборонала торғандан һуң, Могилев өлкәһе Бобруйск ҡалаһы йүнәлешенә һөжүм башлай. Алыштарҙың береһендә яугир яралана. Күсмә ялан госпиталендә айҙан ашыу дауаланғандан һуң, уға үҙ часына ҡайтыу мөмкинлеге булмай. Тәжрибәле һалдатты шул уҡ фронтта 41-се артиллерия бригадаһының танкыларға ҡаршы ата торған 76 миллиметр калибрлы пушкалар батареяһына тәғәйенләйҙәр. Ауырлығы 1100 килограмм булған, 13 километрға тиклем атҡан, ете яугир хеҙмәтләндергән пушкаһы менән бик күп фашистарҙың башына етә һалдат. Ул расчетта иң яуаплы һаналған  наводчик була. “Мин хеҙмәт иткән артиллерия батареяһы командиры, Дыуан районы башҡорто, Советтар Союзы Геройы, гвардия капитаны Шәриф Сөләймән улы Сөләймәнов ине. Уның менән алғы фронт һыҙығында бергә булдыҡ. Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт ине”, – тип хәтерләй ветеран.
Усман Арыҫланов хеҙмәт иткән часть, Польша ерен азат иткәндән һуң, Германияла һуғыша. Үҙ ерҙәрендә немецтар айырыуса аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Бер мәл сираттағы контратакаға килгән немец танкыһының снаряды көтмәгәндә яугирҙың расчеты янында ярыла. Бар расчет юҡҡа сыға. Ә Усман Арыҫланов ҡаты яралана. Унан – госпиталь, ҡатмарлы операциялар, үлем менән йәшәү араһында көрәш... Алты ай дауаланғандан һуң, әле 19 йәше лә тулмаған, әммә йәйәүләп, йәиһә шыуышып бөтә Европаны гиҙеп сыҡҡан һалдат тыуған ауылына ҡайта. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары һәм бихисап миҙалдарға лайыҡ була. Ауыр контузиянан һуң ҡолағы йүнләп ишетмәгән, ымлап ҡына һөйләшә алған яугир һуғыш йылдарында бөлгөнлөккә төшкән ауыл хужалығын күтәреүгә ең һыҙғанып тотона. Тормош юлдашы, тылда ҡаһарманлыҡ күрһәткән Раҡия инәй менән матур ғаилә ҡороп, бик аҡыллы, уңған балалар тәрбиәләп үҫтерәләр.
Хәҙерге ваҡытта ауыр һуғыш яралары ҡалҡып, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған ветеранды Еңеү байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, бар яҡташтарыбыҙ исеменән уның алдында баш эйеп, ирекле, аяҙ күгебеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.