10 мая 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тәбиғәт йырсыһы
Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән йәшел ҡалҡан – урман хаҡында яҙған Ноғман Мусин кеүек әҙип күҙ алдына килә. Минең яҙасаҡ геройым булмышы менән яҙыусылыҡтан йыраҡ торһа ла, уға ла ошо һүҙбәйләнеш тура килә кеүек. Сөнки урман хужалығына 40 йыл ғүмерен арнаған кешене башҡаса атап та булмайҙыр.


Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Урал аръяғында яңы төрлө хужалыҡ барлыҡҡа килә – баш предприятиеһы Баймаҡта урынлашҡан  производство урман хужалығы берекмәһе ойоша. Берекмә коллективының иң төп эшмәкәрлегенең береһе район үҙәге тирәләй йәшел зона төҙөү була. Ҡоролоҡло 1975 йылда урман ултыртыу эшендә Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Ошо эштә үрҙә телгә ала биреп ҡуйған геройым – Билал ауылы егете Ғариф Ҡаһарманов та бар көсөн һалып ерҙә үҙенең тәрән эҙен ҡалдыра, коллективтың алтын фондын тәшкил итә.
Ғариф Шәриф улы урман хужалығы берекмәһенә 1975 йылда эшкә килә. Әүҙем комсомол егет шул йылда уҡ Салауат исемендәге колхозға силос өсөн йәшел массаларҙы ташыу буйынса шефлыҡ ярҙамы күрһәтеүҙә алдынғылыҡты бирмәй – ГАЗ-52 автомашинаһында көн һайын 40 – 45 тонна йәшел масса ташып, смена нормаһын арттырып үтәй. Был хаҡта ул саҡтағы “Октябрь байрағы” гәзитендә Рәшит Үтәевтың мәҡәләһе донъя күрә.
“Ғ.Ш.Ҡаһарманов Баймаҡ производство урман хужалығы берекмәһенең иң алдынғы водителдәренең береһе һанала. Автокрановщик үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарай, еренә еткереп башҡара.
Ғариф Шәриф улының автокранын йыл әйләнәһенә беҙҙең һәм күрше райондар урман хужалыҡтарының төҙөлөш майҙандарында осратырға мөмкин. Яңыраҡ уның әүҙем ҡатнашлығында Этҡол лесничествоһында яңы пилорама, шулай уҡ Темәс лесничествоһы техникаһы өсөн туҡталыш урыны төҙөлдө”. Район гәзитендә баҫылған был юлдар ҙа тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙең эшһөйәрлегенә мәдхиә. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен урмансылыҡҡа арнаған Ғариф Шәриф улы 7 тапҡыр Социалистик ярыш еңеүсеһе тип иғлан ителә. Шулай уҡ ветерандың фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап район һәм республика күләмендәге Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр, төрлө исемдәр менән баһалана. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, абруй ҡаҙана, Баймаҡ ҡала Советына депутат итеп һайлана.
Ныҡлы  тыл булғанда ғына тыныс күңел менән ошондай ҡаҙаныштарға эйә булырға мөмкиндер. Ғариф Ҡаһарманов та ғүмер юлдашы Рәшиҙә Зиннур ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп, барыһын да юғары белемле итә. Хәҙер улар биш ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып ҡыуанып ғүмер итә.
Тәбиғәт үҙенә миһырбанлыларға шулай уҡ яуап бирә, тиҙәр. Йәшел ҡалҡан һағындағы ветеран Ғариф ағайға ла сылтырап аҡҡан шишмәләй оҙон ғүмер, имәндәй ныҡлы һаулыҡ, яңы атҡан муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр һәм Рәшиҙә Зиннур ҡыҙы, балалары, ейәндәре менән пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәргә яҙһын!

А. Ишемғужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.