23 мая 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Федераль социаль өҫтәмә түләү хаҡында
2001 йылдың 15 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ пенсия страховкаһы тураһында”ғы 167-се федераль Закон менән Пенсия фондына һәм уның территориаль органдарына йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү маҡсатында (Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары сараларының маҡсатлы ҡулланылыуын тәьмин итеү өлөшөндә) йылына бер тапҡыр туйындырыусыһын юғалтыу буйынса пенсия алыусы, шулай уҡ ата-әсәләренең ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсияларына (бер балаға 1092,87 һум күләмендә) ғаилә өҫтәмәһе ҡушып түләнгән булһа, 18 йәште үткән студенттарҙың белем биреү учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә уҡыу-уҡымау факты тикшерелә.

Эшкә урынлашҡан осраҡта граждандарҙың түбәндәге категориялары Пенсия фонды идаралығына мотлаҡ хәбәр итергә тейеш:
  1. Туйындырыусыһын юғалтыу осрағы буйынса, 14 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләү буйынса пенсия алыусылар (эшкә һәләтле йәштәге граждандар, уҡыусылар һәм студенттар);
  2. Беренсе төркөм инвалидын, инвалид бала, 80 йәште уҙған оло кешене тәрбиәләүселәр;
  3. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге тәҡдиме буйынса пенсияға алдан сығыусылар;
  4. Пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алыусылар
(Мәҫәлән:
  • ҡартлыҡ буйынса пенсияһы – 4220, федераль социаль өҫтәмә – 1000, дөйөм сумма – 5220 һум;
  • инвалидлыҡ буйынса – 3626, федераль социаль өҫтәмә – 1594, дөйөм сумма – 5220 һум;
  • туйындырыусыһын юғалтҡан осраҡ буйынса – 3100, федераль социаль өҫтәмә – 2120, дөйөм суммаһы – 5220 һум);
Эшкә урынлашыу менән федераль социаль өҫтәмә киләһе айҙан башлап туҡтатыла. Граждандар Пенсия фонды идаралығына эшләп йөрөү фактын хәбәр итмәһә, артыҡ түләнгән пенсия һәм федераль социаль өҫтәмә суммаһын кире ҡайтарыу өсөн эш судҡа тапшырыла.

Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.