18 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

Йәш эшҡыуарҙар араһында конкурс
Бөгөндән башлап “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2012” конкурсының төбәк этабында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы. Был сара бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһы сиктәрендә “Уңышлы старт”, «Социаль яуаплы бизнес”, “Студент бизнесы”,
“Инновация бизнесы” һ.б. номинациялар буйынса уҙғарыла. Документтарҙы 10 июлгә тиклем БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса тапшырырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 251-57-11, 251-14 -75.
 
Юлдар төҙөкләндерелә
БР Хөкүмәте ҡарары менән республикала юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Уға ярашлы, автомобиль юлдарын ремонтлау, юл яны инфраструктураһын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса төбәктә саралар көсәйтеләсәк. Муниципаль райондар, ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә һәм предприятие-ойошмаларға дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн махсус бригадалар ойошторорға ҡушылды. Айлыҡ йомғаҡтары 30 июнгә тиклем билдәле буласаҡ.

С. КЕЙЕКБИРҘИНА.
 
“Иман нуры”на килегеҙ!
Төбәктәрҙә “Иман нуры” конкурстары үтте. Унда еңеүселәр 20 майҙа сәғәт 11-ҙә ҡала мәсетендә район бәйгеһендә көс һынашасаҡ.
 
Ғаилә байрамы үтәсәк
18 майҙа халыҡ ижады үҙәгендә “Йәш ғаилә – 2012” район конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Унда 4 игеҙәк балалы, 7 йәш һәм 4 юбиляр ғаилә тәбрикләнәсәк.
 
Ата-әсәләр конференцияһында
4-се мәктәптә ата-әсәләр конференцияһы үтте. Уның тәүге өлөшөндә йыр-моңға һәләтле уҡыусылар концерт ҡуйҙы. Артабан полиция, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү, фекер алышыу булды. Уҡыусыларҙың киләһе уҡыу йылына мәктәп формаһын күрһәтеүе барыһына ла оҡшаны.
 
Рәсәй тарихы йылына бағышлап
112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуына 70 йыл тулыу һәм Рәсәй тарихы йылы айҡанлы Рамаҙан Үтәғоловтың “Ирәндек бөркөттәре” исемле китабы донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында йыйынтыҡтың исем туйҙары үтте, унда яҡташ кавалеристарҙың балалары, туғандары ҡатнашты.
 
А. Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.