18 мая 2012 г.

Бәйгеләр

Бейеүҙәрҙә – халҡым  тарихы,
бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!

Темәс ауылында «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе үтте
Күптән түгел таланттар төйәге булған Темәс ауылында  беренсе тапҡыр 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар араһында «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе үтте. Ул үҫеп килгән балаларыбыҙҙы бейеү сәнғәте аша милли рухта тәрбиәләү, йәштәребеҙҙең күңеленә ҡанат биреү, һәләтен, баһаһын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу, башҡорт бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың асылы, тарихы менән таныштырыу, үҙебеҙҙең «Йондоҙ» бейеү ансамбленә һәләтле алмаш үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе «Йәнгүҙәй» исеме аҫтында үтеүе тиккә генә түгел. 

Гран-при яулаусы Темәс егете Илмир Харисов

Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, борон Йәнгүҙәй тауының иң бейек түбәһендә үҙ ерҙәрен һаҡлап, ҡарауылда бөркөттәй сая, ҡыйыу башҡорт егеттәре торор булған, алыҫтан дошман күренеү менән улар тау түбәһенә бейек итеп усаҡ яҡҡан, тау башындағы ҡуйы ҡара төтөн бар тарафҡа ла дошман яҡынлашыуын белгертеп, хәбәр итеп торған.
Бына шундай тарих һаҡлаған, ожмахҡа тиң гүзәл еребеҙ – Йәнгүҙәйебеҙ булыуы менән  ғорурланабыҙ  ҙа, һоҡланабыҙ ҙа! Гүзәл тәбиғәте, бай тарихы булған ерҙә туған халҡының йыр-моңдарын, бейеүҙәрен кесе йәшенән күңеленә һеңдереп үҫкән, районыбыҙҙың, милләтебеҙҙең данын күтәргән һәләтле балаларыбыҙ күп булһын ине, тигән изге ниәттә ойошторолдо был бәйге. Шулай уҡ ауылдашыбыҙ, оҫта гармунсы, һәләтле хореограф, «Йондоҙ» халыҡ  бейеүҙәре ансамбленең тәүге етәксеһе Ришат Санъяровтың яҡты иҫтәлегенә лә арналды. Ришат Әхмәт улы ойошторған «Йондоҙ» бейеү ансамбленең репертуарында төрлө халыҡтарҙың 24-кә яҡын бейеүе бар ине. Бай репертуар менән ҙур  сәхнәләрҙә сығыш яһап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулап халыҡ ансамбле исемен алыуы ансамблдең юғары профессионализмы, бейеүселәренең оҫталығы тураһында һөйләй. 

Ансамблдәр араһында 1-се урын яулаусы
Һаҡмар ауылы мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле

Халыҡ-ара бейеү көнөнә, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә Темәс, Һаҡмар, Таһир, Ишей ауылдарынан 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге 128 бала үҙенең көсөн, һәләтен һынап ҡараны. Уларҙың сығыштарын бейеүсе Рәмзиә Солтанова етәкселегендәге баһалама төркөмө ҡараны.
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә «Иң йәш йондоҙсоҡтар» номинацияһына ауылыбыҙҙың «Йәйғор» балалар баҡсаһы кескәйҙәренең һоҡланғыс сығышы («Түңәрәк» бейеүе, етәксеһе С.Т. Тимерова) лайыҡ булды, «Өмөт» номинацияһына 6 йәшлек Линара Әминева («Бишбармаҡ» бейеүе, етәксеһе Г.Б. Маннапова), «Йыл асышы» номинацияһына Ильяс һәм Рамаҙан Санъяровтар (етәксеһе Д.Р. Санъяров) билдәләнде.
Ансамблдәр араһында өсөнсө урынды ике коллектив – Таһир мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүе, етәксеһе В.Б. Ғәбитова) һәм Һаҡмар мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Тамсылар» бейеүе, етәксеһе Р.М. Ямантаева) бүлеште. Икенсе урынға Темәс ауылы музыка мәктәбенең ике коллективы сыҡты (етәкселәре И.М. Исҡужина). Беренсе урынды Һаҡмар ауылы мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле («Түңәрәк» бейеүе, етәксеһе Р.М. Ямантаева) яуланы.
Дуэттар араһында тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, беренсе урынды Темәс ауылынан Ильяс һәм Рамаҙан Санъяровтар («Йәгеҙ әле, егеттәр!» бейеүе, етәксеһе Д.Р. Санъяров) һәм Лиана Буранбаева менән Илһөйәр Салауатова («Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе, етәксеһе И.М. Исҡужина) бүлеште.
Яңғыҙ  бейеүҙә  3-6 йәшкә  тиклемге  балалар  араһында беренсе урынға Темәс  ауылынан «Бишбармаҡ» бейеүе  менән  иң  йәш бәйгесе Линара Әминева  сыҡты. Уның сығышын  һоҡланмай ҡарау  мөмкин түгел ине.
7-12  йәшкә тиклемге балалар араһында өсөнсө урынды, тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, Темәс ауылынан Гөлиә Вәлиева («Бөрлөгән» бейеүе, етәксеһе Г.Б. Маннапова), Әүәлбаева Сулпан («Һаҡмар һылыуы», етәксеһе Г.М. Әүәлбаева), Һаҡмар ауылынан Радмир Ильясов («Егеттәр бейеүе», етәксеһе В.Б. Ғәбитова) бүлеште, икенсе урынды Таһир ауылынан Азалия Биктимерова («Һаҡмар һылыуы» бейеүе, етәксеһе В.Б. Ғәбитова) һәм Нурзиә Солтанова («Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүе, етәксеһе В.Б. Ғәбитова) яуланылар.
Беренсе урынға Ишейҙән Наҙгөл Мирғаянова («Шаян ҡыҙ» бейеүе, етәксеһе З.М. Ниғмәтуллина) сыҡты. Сәхнәлә ҡояштай балҡып йылмайып, осоп йөрөп бейегән  Наҙгөлдөң сығышы бәйгенең бер сағыу биҙәге булғандыр!
13-17 йәшкә  тиклемгеләр араһында өсөнсө урынды Һаҡмар ауылынан Эльвина Мәһәҙиева («Оҙон сәс» бейеүе, етәксеһе Р.М. Ямантаева), икенсе урынды Темәс ауылынан Фәниә Ҡотләхмәтова («Оҙон сәс» бейеүе, үҙе һалған), беренсе урынды Һаҡмар ауылынан Әлфиә Сәлихҡолова («Ҡурай моңо» бейеүе, етәксеһе Р.М. Ямантаева) яуланы. Тыйнаҡ баҫып, оялсан ҡараш ташлап, нәзәкәтле бейегән башҡорт ҡыҙҙарының сығыштары үҙе бер күркәм тамаша ине!
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһенең төп призын – Гран-приҙы  Темәс ауылы егете Илмир Харисов («Маршрут» бейеүе, етәксеһе Д.Р. Санъяров) яуланы! Һәр бер хәрәкәтендә, ҡарашында башҡорт батырҙарына хас ғәййәрлек тә, ғорурлыҡ та, саялыҡ та сағыла ине йәш егеттең! Уның ғорур ҡараш ташлап, осҡон сәсрәтеп бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр! Афарин, Илмир! Киләсәктә лә күңелеңдәге рух, йөрәгеңдәге дәрт һүнмәһен!
«Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә ҡатнашҡан барлыҡ конкурсанттарыбыҙға ла ижади бейеклектәр, алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеп, бейеү сәнғәтенә булған һөйөүҙе һүндермәй, рухлы, дәртле йәштәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!
Был сараны үткәреүҙә ярҙам иткән киң күңелле ауылдаштарыбыҙ – Баязитов Фәнил Мөхәмәйән улы, Солтанов Рәмил Мотаһар улы, Низамов Шамил Камил улы, Низамов Камил Рәжәп улы, Мырҙабулатов Азамат Салауат улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Изгелектәрегеҙ, мәрхәмәтегеҙ сауап булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, эштәрегеҙ, юлдарығыҙ гел уң, ғаилә тормошоғоҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулы булһын!

Лилиә Ишбаева,
«Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәк методисы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.