3 мая 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Ҡоралыңды тапшыр һәм аҡса ал
Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ эске эштәр министрлығы етәкселеге, Баймаҡ районы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығы бүлеге законһыҙ ҡорал, хәрби припастар, шартлатҡыстар һәм шартлатҡыс ҡоролмалар һатып алыу, биреү, һатыу, һаҡлау йәки йөрөтөү, шулай уҡ браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе асыҡлау буйынса ҙур эштәр алып бара.
Һунарсылыҡ инспекциялары менән берлектә браконьерлыҡ һәм законһыҙ һунар итеүселәрҙе асыҡлау маҡсатында саралар күрелә. Ай һайын рейдтар ойошторола. Практикала күренеүенсә, улар үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Уҙған йылда бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан законһыҙ әйләнештән 12 берәмек атыу ҡоралы тартып алынһа, 21 ҡоралды үҙ ирке менән тапшырғандар. 14 факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 222-223-сө статьялары нигеҙендә енәйәт эше асылды. Профилактик эш алып барылған осорҙа үҙ ирке менән ҡоралдарын тапшырған өсөн 13 гражданға дөйөм алғанда 37972 һум аҡсалата премия түләнде.
Теркәлмәгән һәм законһыҙ әйләнештә йөрөгән ҡоралдарҙы үҙ иркегеҙ менән тапшырырға кәрәклеге хаҡында йыш иҫкәртәбеҙ. Ләкин ҡайһы бер граждандар әле булһа уларҙан ҡотолорға ашыҡмай. Һуңғы өс айҙа 3 атыу ҡоралы тартып алынды, 6 ҡоралды үҙ иректәре менән тапшырғандар һәм 2 факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 222-223-сө статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 6 гражданға ҡоралдарын үҙ теләктәре менән тапшырған өсөн 8500 һумлыҡ аҡсалата премия түләнде.
Законһыҙ әйләнештәге ҡоралды һәм хәрби припастарҙы тартып алыу буйынса профилактик эште әүҙемләштереү һәм Башҡортостан Республикаһында енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында 2012 йылдың 3 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 90-сы һанлы бойороҡ донъя күрҙе. Унда үҙ теләктәре менән ҡорал тапшырыусыларға аҡсалата премия түләүҙең яңы күләме билдәләнде.
Һуғыш ҡоралы:
Гранатомет, миномет, пулемет – 6100 һум (1 дана);
Автомат – 4600 һум (1 дана);
Винтовка, карабин, пистолет, револьвер – 3000 һум (1 дана);
Хеҙмәткәрҙәрҙең ҡоралы:
Пистолет, револьвер – 3000 һум (1 дана);
Граждандар ҡоралы:
Һунар итеү ҡоралы, һырлы көбәкле спорт ҡоралы – 3000 һум (1 дана);
Пневматик һунар ҡоралы, тигеҙ көбәкле атыу ҡоралы, тигеҙ көбәкле спорт ҡоралы – 2300 һум (1 дана);
Сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы – 2300 һум (1 дана);
Газ револьверы, пистолеты – 800 һум (1 дана);
Сигнал биреү ҡоралы, һалҡын ҡорал – 500 һум (1 дана);
Үҙаллы эшләнгән ҡорал, обрездар:
Һырлы көбәкле, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле ҡорал – 3000 һум (1 дана);
Тигеҙ көбәкле ҡорал, тигеҙ көбәкле обрез – 1500 һум (1 дана);
Хәрби припастар:
Һырлы ҡорал өсөн патрондар – 1 данаһына 15 һум;
Тигеҙ көбәкле ҡоралдарға, үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тотолған көбәкһеҙ ҡоралдар өсөн патрондарға – 1данаһына 8 һум;
Шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡоролмаһы:
Пластит – 2300 һум (100 г);
Тротил, аммонит – 1500 һум (100 г);
Башҡалар – 1200 һум (100 г);
Сәнәғәт өлкәһендә эшләнгән шартлатҡыс ҡоролмалар – 2300 һум (1 дана);
Үҙаллы эшләнгән шартлатыу ҡоролмаһы – 2300 һум (1 дана).
Баймаҡ районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлеге район халҡын һунар итеү һәм балыҡ тотоу буйынса ҡаралған тәртипте мотлаҡ күҙәтергә саҡыра. Шулай уҡ законһыҙ ҡоралдарҙы, атыу припастарын эске эштәр бүлегенә тапшырып, аҡсалата премия алыу мөмкинлеге булыуы хаҡында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә. Үҙ ирке менән тапшырылған ҡорал өсөн енәйәт эше асылмай.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ: 3-35-28 йәки дежур бүлегенә: 02, 2-26-86.

А. Ишбулатов,
Баймаҡ районы буйынса инспектор.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.