10 мая 2012 г.

Дәүләт ярҙамы

Программалар – тармаҡты
үҫтереүҙең һөҙөмтәле юлы

Ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәреүгә дәүләт ҙур иғтибар бүлә
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү, тармаҡҡа даими дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ошо нигеҙҙә ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә субсидиялар бүлеү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барыла. Әленән-әле төрлө кимәлдәге дәүләт программаларының булдырылыуы һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәйәт ҙур күләмдәге финанс саралары бүленеүе ил етәкселегенең, ниһайәт, ауыл хужалығына йөҙ менән боролоуы тураһында һөйләй, иртәнге көнгә өмөт уята. Айырыуса беҙҙең республикала был йүнәлештәге маҡсатлы эш әүҙем дауам итә, Башҡортостан етәкселеге, Хөкүмәте тарафынан ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә ең һыҙғанып эшләү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла. Һуңғы осорҙа ғына “2011-2013 йылдарҙа КФХ базаһында ғаилә һөт фермаларын үҫтереү”, “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы модернизациялау”, “2012-2014 йылдарҙа эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” кеүек программалар, яңы эш башлаусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидиялар бүлеү, яңы эш асыусы фермерҙарға гранттар биреү кеүек дәүләт ярҙамы ғәмәлгә индерелде.
Дәүләт ярҙамына кем өмөт итә ала? Ауыл хужалығының ниндәй өлкәләре бөгөн иң өҫтөнлөклө булып һанала?  Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға ентекле яуап бирәйек.
2012 йылда дәүләт ярҙамы кемдәргә эләгәсәк?

БР һәм РФ Ауыл хужалығы министрлыҡтары тарафынан быйыл да ауыл хужалығы тауары етештереүселәре өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса субсидиялар биреү ҡаралған. Дәүләт ярҙамы, 2011 йылдағы кеүек үк, ауыл хужалығы тауары етештергәндә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға йүнәлтеләсәк.

Үҫемлекселек буйынса
  1. Миҙгелле эштәр өсөн дизель яғыулығына бирелә. Былтырғы осор өсөн кемдәргә субсидия бүленеүен беҙ аңлатып үткәйнек. Шул уҡ ваҡытта быйылғы йылдың башынан  теркәлгән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре сәсеү үткәндән һуң статистика бүлегендә иҫәп-хисап эштәре тураһында отчет биргәндән һуң, мал аҙығы әҙерләүгә һәм ураҡҡа субсидия аласаҡ. Үҫемлекселек менән шөғөлләнеүсе яңы хужалыҡтар 2012 йылдың сәсеү майҙандарына ярашлы льготалы яғыулыҡҡа дәғүә итә ала. Быйылға ставкалар әле билдәләнмәгән.
  2. Дәүләт ярҙамы күп йыллыҡ үләндәр һатып алыуға ла ҡаралған. 20 апрелдән 1 июлгә тиклем һатып алынған күп йыллыҡ үлән орлоҡтары өсөн компенсация билдәләнгән (алынған орлоҡтоң 50 процент хаҡынан артырға тейеш түгел). Атап әйткәндә, люцерна (бөтә төрҙәре лә) – 70 000, күстерә – 55 000, клевер (бөтә төрҙәре лә) – 50 000, бүтәгәнең бөтә төрҙәре лә (овсяница) – 35 000, көнбайыш козлятнигы – 30 000, донник (бөтә төрҙәре лә) – 25 000, эспарцет – 20 000. Был субсидияға үҫемлекселек менән шөғөлләнгән һәм сәсеү майҙанында күп йыллыҡ үләндәре булған аграрийҙар дәғүә итә ала.
  3. Элиталы орлоҡсолоҡҡа бирелә. 2012 йылдағы сәсеүгә элиталы орлоҡ һатып алыуға отчеттар орлоҡ сығымдары акттарына ярашлы бүленә. Ставкалар билдәләнмәгән.
Субсидия ниндәй шарттарҙы үтәгәндә бирелә?
Үҫемлекселек буйынса дәүләт тарафынан ниндәйҙер ярҙам алыу өсөн дәүләт статистикаһы бүлегенә билдәләнгән форма буйынса отчеттар биреү мотлаҡ (Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81, 8-се кабинет, тел. 3-12-55).

Малсылыҡты үҫтереү буйынса
  1. Тибен йылҡысылығы һәм һарыҡсылыҡты үҫтереүгә. Был программа буйынса 2012 йылда район хужалыҡтарына 3,5 млн һумдан ашыу субсидия бирелде, был хаҡта район гәзиттәрендә мәғлүмәт булды.
  2. Тоҡомло малсылыҡта – иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бындай субсидияға тоҡомсолоҡ репродукторы статусына эйә булған хужалыҡтар хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта ошо программа буйынса тоҡомло мал һатып алған осраҡта сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.
  3. Ит йүнәлешендәге малсылыҡҡа ярҙам күрһәтеү. Һауылмаған һәм быҙауҙары менән бергә аҫралған, отчеттар буйынса ит йүнәлешендәге төркөмгә ҡараған һыйырҙар инә. Шулай уҡ ошо программа буйынса ит йүнәлешендәге тауар малы һатып алыуға ла субсидия бүленә (сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана). Әммә бының өсөн (ит йүнәлешендәге һыйырҙар һатып алыу тураһында) дәүләт статистикаһы бүлегенә ваҡытында отчет бирергә кәрәк.
  4. Һөт малсылығын үҫтереүгә һәм һөт етештереүҙе арттырыуға ярҙам. 6 ай һәм унан күберәк ваҡыт эсендә статистика бүлегенә етештерелгән һөт хаҡында отчет биргән хужалыҡтарға бирелә. Һатылған продукцияға Ауыл хужалығы министрлығы билдәләгән ставкалар буйынса субсидия түләнә.
  5. Ҡатнаш аҙыҡҡа субсидия. Сусҡа, ҡош-ҡорт ите һәм тауыҡ йомортҡаһы етештереүсе хужалыҡтарға билдәләнә.
  6. Иҡтисади әһәмиәттәге төбәк программаларын үҫтереүгә бирелә. Мәҫәлән, умартасылыҡ һәм бал етештереүҙе арттырыуға. Был ярҙамға умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәм шул турала үткән     йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса отчет биргән хужалыҡтар дәғүә итә ала. 1 ҡорт ғаиләһенә ставка – 695 һум.
  7. Йылҡысылыҡ һәм бейә һөтө етештереүгә. Һауын бейәләре аҫраған һәм бейә һөтө (ҡымыҙ) етештереү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар был ярҙамға өмөт итә ала. Үткән йылда һауын бейәһенең башына ставка күләме – 3655, 1 литр ҡымыҙ етештергән өсөн 24,35 һум тәшкил итте.
Малсылыҡты үҫтереүгә субсидия алыу өсөн  квартал һайын  дәүләт статистикаһы бүлегенә (Баймаҡ, Пименов урамы, 81. тел. 3-12-55) “Малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм мал һаны тураһында белешмә” 3-фермер формаһы буйынса отчет бирергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан маҡсатлы кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия бүленә. Маҡсатлы инвестиция кредиттары алған аграрийҙарға бирелә.
Дәүләт ярҙамы юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарын тамамлаған һәм ауыл хужалығы предприятиеларында, КФХ-ларҙа эшләүсе йәш белгестәргә лә ҡаралған.

Ауыл хужалығын страховкалау
Ауыл хужалығы тармағының үҫеше күп осраҡта тәбиғәт-климат шарттарына бәйле. Шуның өсөн АПК-ла страховка яҡлауы – ауыл хужалығы производствоһының килемлеген һәм тотороҡлолоғон тәьмин итеүсе кәрәкле инструмент.
Ауыл хужалығын дәүләт яҡлауы менән страховкалау “Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы Федераль законға (№ 260 -ФЗ, 25 июль, 2011 йыл) ярашлы билдәләнә. Уға ярашлы, ауыл хужалығы культуралары (иген, майлы, техник, мал аҙығы культуралары, картуф, йәшелсә) уңышы һәләк булған йәки өлөшләтә һәләк булған осраҡта страховка түләнәсәк.
2013 йылдан ауыл хужалығы малдарын страховкалауға ла дәүләт ярҙамы бүлеү күҙ уңында тотола. Һис шикһеҙ, страховкалауҙың был төрө ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙарҙа ғына түгел, шәхси хужалыҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.
Бөтә һорауҙар менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала, телефон: 2-17-15.

Ф. Баййегетов, үҙәктең белгес-эксперты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.