27 мая 2012 г.

Сибайҙа төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк

     Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы менән 8-9 июндә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумы уҙасаҡ. Уның төп темаһы: “25-20” стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары”.
     Был форумдың маҡсаты – һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен алып барыу технологиялары, илдә 2020 йылға 25 миллион яңы эш урыны булдырыуға һәм модернизациялауға йүнәлтелгән “25-20” стратегияһын бойомға ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү. Шулай уҡ был сара Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш биләмәләренең инвестиция проекттарын презентациялау майҙансығы булып та тора.
     Форум эшендә федераль һәм төбәктәге власть органдары етәкселәре, күренекле ғалимдар һәм эскперттар, әйҙәүсе бизнес структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнашасаҡ. Дөйөм ҡатнашыусылар һаны – 250 кеше. Форум программаһы буйынса пленар ултырыш, инвестиция проекттары экспозицияһы, семинар-диалогтар, секция ултырыштары, “Түңәрәк өҫтәл”дәр үтәсәк.
     Форум ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни программа (һабантуйҙа ҡатнашыу, спорт сараларын ҡарау, Башҡортостан халыҡтарының аш-һыу традициялары менән танышыу һ.б.) көтә.
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.