30 мая 2012 г.

Беҙҙең интервью

Ышанысҡа нигеҙләнгән страховка


Йорттарҙы, фатирҙарҙы, йорт йыһаздарын страховкалау халыҡтың йәшәү кимәле менән туранан-тура бәйле. Әлеге ваҡытта был страховка төрө ҙур һорау менән файҙалана.
Страховкалау баҙарының ошо сегменты үҫеше өсөн халыҡтың был тәңгәлдәге мәҙәнилегенең тейешле кимәлдә булыуы шарт. Күп кенә милек хужалары үҙ-үҙенә саманан тыш ныҡ ышана, страховкалауҙың, уның принциптарын һәм кәрәклеген аңламай. Бөгөн беҙҙең һорауҙарға БР буйынса “Росгосстрах” ЯСЙ-һы филиалының Баймаҡ ҡалаһындағы агентлығы етәксеһе З.Р. Сәйетова яуап бирә.

– Зәлифә Рәшит ҡыҙы, фатирҙарҙы һәм йыһаздарҙы страховкалау йәһәтенән һеҙҙең компанияға граждандар күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
– Ҡыҙыҡлы факт: страховка компанияһы офисына килеп йорттарын страховкалаған кешеләрҙең күбеһенең быға тиклем күңелһеҙ тормош тәжрибәһе булған. Беҙҙең белгестәр фатир-йорттарға ниндәй хәүеф янауын тикшергән. Беренсе урында – күршеләр ғәйебе менән һыу баҫыуы, икенселә – страховкалаусының фатирында һыу үткәргестәрҙәге авария, өсөнсөлә – янғындар, артабан – фатирға баҫып инеү, әйберҙәрҙе урлау һ.б. Әйткәндәй, отпускылар осоронда һәм баҡса миҙгелендә фатирҙар оҙаҡҡа ҡарауһыҙ ҡала һәм шуға бәйле уларға бурҙар төшөү осраҡтары йышая.
– Икенсе кешеләр алдындағы яуаплылыҡты ла страховкаларға мөмкинме?
– Минеңсә, уны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Был күршеләр менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, һеҙҙең ғәйебегеҙ менән күршеләрегеҙҙең милке зыян күрһә, страховкалау компанияһы һеҙҙең өсөн күрелгән зыянды ҡаплаясаҡ.
– Ә нишләп фатирҙарҙы страховкалау буйынса килешеүҙәр аҙ төҙөлә һуң?
– Күптәр фатирҙы страховкалауға артыҡ аҡсалары юҡлыҡҡа һылтана. Бында шуны әйтеп үтер инем: страховка полисының уртаса хаҡы милек хаҡының 1 процентынан да артмай. Йылына бер тапҡыр шундай сумманы уртаса килем менән эшләгән һәр ғаилә бүлә ала.
– Бәлки, күптәрҙе страховкалау өсөн кәрәкле документтар йыйыу һәм тултырыу ҡурҡыталыр? Уға күпме ваҡыт талап ителә?
– Килешеү төҙөшөү өсөн милеккә хоҡуҡты раҫлаусы таныҡлыҡ, ҡуртымға алыу килешеүе йәки пропискаһы булған паспорт та етә. Әйтәйек, махсус страховка продукттары бар, мәҫәлән, килешеү төҙөшөүҙең ябайлаштырылған процедуралы “Росгосстрах фатир “Актив”: документтар бер нисә минут эсендә тултырыла, йортто тикшереү талап ителмәй, страховкалаусы әйткән хаҡ буйынса полис әҙерләнә.
– Түләүҙәрҙе юллап алыу ҡатмарлымы?
– Бында бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Ғариза һәм компетентлы органдар тарафынан бирелгән страховка осрағы тыуыу фактын раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк. Әгәр страховка килешеүен төҙөгәндә һеҙ милекте тикшертеп, хаҡын билдәләтһәгеҙ һәм әйберҙәр исемлеген төҙөтһәгеҙ, түләүҙәр шул мәғлүмәттәрҙән сығып иҫәпләнә. Әгәр тикшереү булмаһа һәм милек хаҡы һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ буйынса яҙыла икән, зыян күләме һеҙ күрһәткән хаҡтан сығып билдәләнә. Шуға күрә страховкалаған ваҡытта милектең ысын хаҡын төшөрөргә ярамай, сөнки страховка түләүе ысынбарлыҡта күрелгән зыян суммаһынан күпкә аҙ буласаҡ.
– Фатирҙарҙы страховкалағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Страховка килешеүен ышаныслы компания менән төҙөү зарур, ҡуртымға алған торлаҡты ла страховкалағыҙ, килешеүҙә милектең ысын хаҡын күрһәтегеҙ һәм хәүеф-хәтәрҙәрҙең төрлөлөгөн иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең үҙегеҙҙән башҡа милкегеҙҙе һаҡлау тураһында бер кем дә ҡайғыртмаясаҡ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Р. Әхмәтйәнова әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.