18 мая 2012 г.

Афарин!

Һәләтле уҡыусым еңеүҙәре
Иҫке Сибай урта мәктәбенең 3-сө ”а” класында белем алған Рәхмәтуллин Ғәйсәрҙе беҙҙең ауылда белмәгән кеше юҡтыр. Уның талантлы булыуына беҙ күптән инанғанбыҙ инде. Бейеү, думбыра, драма түңәрәктәрендә шөғөлләнеүҙән тыш, ул Сибай ҡалаһына малайҙар вокал ансамбленә йөрөй. Ғәйсәр уҡыуҙа ла һынатмай, һәр ваҡыт “бишле” билдәләренә өлгәшә. Ул барыһына ла өлгөрә: мәктәп, ауыл саралары унһыҙ үтмәй. Район кимәлендәге бәйгеләрҙә төрлө номинацияларға лайыҡ булды: 2010 йылда халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында өсөнсө урын яулаһа, инглиз телендә әкиәт һөйләүселәр бәйгеһендә “Ролде иң оҫта башҡарыусы” тип танылды.

“Һаумы, һаумы, әкиәт” исемле конкурста ике йыл рәттән үҙенең көсөн һынап ҡараны Ғәйсәр. Былтыр икенсе урын яулаһа, быйыл уға уңыш йылмайҙы: район кимәлендә Гран-при алып, баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған төбәк-ара бәйгелә ҡатнашты. Бағланған өмөттәр аҡланды – Ғәйсәр икенсе урынға лайыҡ булды.
 Баланың барлыҡ башланғыстарын хуплаусы һәм шул уҡ ваҡытта баһалаусы – уның ғаиләһе. Һәләтле һәм тырыш малайға атаһы Әхмәт Сәғит улы, әсәһе Рәйфә Рәшит ҡыҙы һәм ағаһы Ғәфүр бар яҡлап та өлгө һәм таяныс булып тора. Шундай өлгөлө, татыу ғаиләлә үҫеүе менән дә бәхетле Ғәйсәр. Алдағы тормошонда уҡыусыма тик аҡ юлдар, изге һәм тоғро дуҫтар, тормошҡа ашыр хыялдар һәм бейек үрҙәр теләйем.

Гөлгөнә Ғәбитова,
Иҫке Сибай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.