30 мая 2012 г.

Хәрби йыйын

Егеттәр әрмегә әҙерләнә


Кисә Бәхтигәрәй ауылы эргәһендә йыл да ойошторолоусы, үҫмер егеттәрҙе бар яҡтан һынаусы сара – хәрби ялан йыйындары асылды.



Ҡала һәм район мәктәптәренән – 151, 105-се һөнәрселек лицейынан – 53, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан – 21, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумынан 18 буласаҡ һалдат өс көнгә ысын әрме тормошо үтергә йыйылды. Ҡала мәктәптәренән иһә тағы ла 15 егет “Йәш спецназсы” взводын тәшкил итте. Хәрби ялан йыйынын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов, БР Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр район дары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов ҡатнашты.

– Әрме мәктәбен үткән кеше генә ысын ир-егет була, – тип билдәләне үҙенең тәбрикләү сығышында Илшат Хәмит улы. – Ялан йыйыны ниндәйҙер дәрәжәлә үҫмерҙәрҙе төрлө яҡлап һынай, хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләрен еткерә. Буласаҡ һалдаттар был һынауҙарҙы уңышлы үтер һәм киләсәктә Ватаныбыҙ һағында уяу торор, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтер тип ышанам!

– Был сара йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, – тине Хөрмәт Хәмит улы. – Йыл да ойошторолған был йыйында егеттәребеҙ тәүге хәрби сирҡаныс ала. Быйыл да уның ойошҡанлы үтәсәгенә шик юҡ.
Һуңынан буласаҡ һалдаттар тантаналы марш менән тигеҙ сафтарҙа атлап үтте, йыр һуҙҙы.
Хәрби ялан йыйынының начальнигы Р.Ғ. Исҡужин әйтеүенсә, унда 4 рота ҡатнаша, 9 кухня эшләй. Егеттәрҙең кәйефе шәп, улар бында үҙҙәрен ысын һалдат кеүек тоя. 2-се ротаның 2-се взводы командиры Юлай Зәйнетдин улы Дәүләткилдин (ул Ишбирҙе мәктәбендә байтаҡ йылдар тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләй) фекеренсә, үҫмерҙәрҙе ысын ир-егет итеп тәрбиәләүҙә тап ошондай алымдарҙың роле ҙур.
Хәрби йыйын өс көн дауам итәсәк. Ул үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешер, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер тип өмөтләнәйек.
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.