15 мая 2012 г.

БӨЙӨК ЕҢЕҮГӘ ДАН!


 Себерҙең һалҡын елдәре сәләм еткерһен!
 
     Әле мин йәшәгән Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында матур бер йола бар. Еңеү байрамына 1 ай ҡалғас, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ветерандарға ҡуйылған һәйкәл янына конверт рәүешендә ҙур бер ҡумта ҡуялар ҙа, кемдәр ниндәй ветерандарҙы белә, туғандарының, яҡындарының исем-шәрифтәрен яҙып, шул ҡумтаға төшөрә. 9 май көнө, бөтә халыҡ майҙанға йыйылғас, һәйкәл янында һаҡта торған уҡыусылар шул хаттарҙы тантаналы шарттарҙа алып уҡый. 4-5 йыл инде шул ҡумтаға мин дә хаттар төшөрәм. Ҡартатайым – Ғәлимйән Байгилдинды ғына яҙып һалһам, башҡа олатайҙар мәхрүм ҡалыр һымаҡ. Кемдәрҙе иҫләйем, онотмағанмын – барыһын да яҙып һалам. Бына минең хатҡа ла сират килеп етте, яңғыратып, аҙан һымаҡ уҡый башланылар... Мөхәмәдйән Әбдрахманов, Ғәлимйән Байгилдин, Ибраһим Бейешев, Нурислам Бейешев, Мәхмүдйән Ғәлин, Ғибәҙулла Исхаҡов, Нәбиулла Кәлимуллин, Әхсән Ҡылысов, Һибәтулла Сәлимов, Һөйөндөк Сәлимов, Әлибай Сәғәҙиев, Хәкимйән Йәрмөхәмәтов, Рамаҙан Тимербулатов, Мырҙабулат Тимербулатов, Ғәйзулла Теүәлбаев, Нуритдин Шәйәхмәтов олатайҙар... Онотҡандарым булһа, кисерегеҙ. Майҙанда торғанда был исемдәрҙе ишеткәс ҡолаҡтарым сыңланы, йөрәгем дөп-дөп типте, күҙҙәремә йәштәр эркелде...
     Себерҙең һалҡын елдәре поста уҡылған олатайҙарҙың исемдәрен, ҡайнар сәләм итеп, улар ерләнгән ҡәберҙәренә еткергәндер. Ә быйыл исемлеккә Чечня һуғышында һәләк булған Вәхит Әхмәтов ҡустыны ла өҫтәнем. Таныштар: “Әллә бөтә Башҡортостан ветерандарының исемлеген бирҙеңме?” — тип аптырай. Юҡ, былар – беҙҙең Ишмөхәмәт ауылының ғына геройҙары! Әле мин белгәндәремде генә яҙҙым... Ә күпме ауылдаштар һуғыш яланында ҡалған?..
     Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, уларҙы онотмайыҡ! Исемдәренә тап төшөрмәйек! Уларға – мәңгелек дан!
 
     Гүзәл ӘХМӘРОВА.
     Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһы.

 
     Тыл ветерандарын хөрмәтләнек
 
    Ҡатындарҙы тол, балаларҙы етем иткән, ҡыҙҙарҙы һөйгән йәрһеҙ ҡалдырған һуғыш илебеҙгә бөтмәҫ ҡайғылар алып килде. Семеновск, Йолалы, Ольховка ауылдарынан да 100-ҙән ашыу ғаилә «ҡара ҡағыҙ» алды.
     Ҡәһәрле һуғыш михнәттәрен күреп, 4 йыл барған һуғышта һаулыҡтарын бөтөрөп ҡайтыусы яугирҙарҙы тыуған яҡтарында тағы ла бер һынау көтә ине: партия ҡушыуы буйынса һуғыш емереклектәрен төҙәтеү, халыҡты, бала-сағаны икмәккә туйындырыу, мәктәптәрҙе  тергеҙеү, белем биреү һ.б. Йәнен-тәнен аямаған һуғыш һәм тыл ветерандарын нисек хөрмәт итмәйһең!
     Беҙ ҙә, Семеновск ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, уҡытыусылар, уҡыусылар менән берлектә тыл ветерандарын хөрмәтләү тантанаһын ойошторҙоҡ, концерт ҡуйҙыҡ.
     Оҙаҡ йылдар Семеновск мәктәбендә директор вазифаһын тартыусы Ғәлимйән Иҙелбаевтың да беҙҙең аранан китеүенә 2 йыл булды. Ул берҙән-бер һуғыш ветераны ине. Тыл ветерандарының да сафы һирәгәйә. 9 майҙа тыл ветераны Яңылбикә Мөхәмәтрәхимованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 40 көн тулды... Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә ул: “Һуғыш бөткәнен ишеткәс тә бер тәүлек иланым. Саҡ икмәккә туйҙыҡ”, –  тигәйне.
     Илдәр тыныс торһон! Ветерандарыбыҙ, һау ғына булығыҙ, бирешмәгеҙ!
    
 Миңзәлә МЫРҘАБАЕВА, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
     Семеновск ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.