3 мая 2012 г.

Күсмә ҡабул итеүҙәр

Йәмғиәтебеҙ тыныс булһын өсөн


Кешеләрҙең хоҡуғын яҡлау, уларға  ярҙам итеү өсөн хәҙер дәүләт учреждениелары ғына түгел, ә йәмәғәт ойошмалары ла уңышлы эшләй. Граждандар ауыр хәлдә ҡалғанда уларға мөрәжәғәт итеп, күп мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Ошо көндәрҙә Баймаҡта РФ-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары граждандарҙы ҡабул итте. Тәүҙә советтың яуаплы сәркәтибе, эске эштәр майоры Ғ.Р. Ғәйнетдинова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Г.А. Шабаев, Диниә назараты идаралығы вәкиле Ә.М. Ниғмәтуллин, протоирей В.М. Кулинич, БДМУ-ның суд медицинаһы кафедраһы мөдире А.Ә. Халиҡов урындағы Йәмәғәт советы, Баймаҡ участка уполномоченныйҙары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары менән осрашты. Уның барышында милли һәм дини мөнәсәбәт, экстремизм, терроризм, коррупция проблемалары күтәрелде. Студенттар Йәмәғәт советы ағзаларына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарын бирҙе.
Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Ф.Ә. Моратов районыбыҙҙа социаль приют асыу мәсьәләһен күтәрҙе. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә социаль етемдәр, йәғни ата-әсәһе эсеү сәбәпле ҡарауһыҙ ҡалған балалар күбәйә. Уларҙы ваҡытлыса ҡайҙалыр урынлаштырыу күп проблемалар тыуҙыра. Сөнки Сибай ҡалаһында асылған приютта урын етмәй. Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов әйтеүенсә, районда социаль приют асыу өсөн бина ла, юғары белемле белгестәр ҙә бар, әммә бындай учреждениены район бюджетына тотоу мөмкин түгел. Шуға күрә был проблема республика кимәлендә хәл ителергә тейеш. Йәмәғәт советы ағзалары район өсөн мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Осрашыуҙа хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, Эске эштәр органдары ветераны Р.И. Асҡаров та сығыш яһаны.
Ҡабул итеүҙе ойоштороусылар полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың хоҡуғын боҙған осраҡта, уларҙың ғаризаһын ҡабул итмәгәндә һ.б. ваҡытта Йәмәғәт советына мөрәжәғәт итеп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсылары ла үҙҙәрен борсоған проблеманы – ауылға эшкә ебәрелгән участка уполномоченныйҙарына торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе күтәреп сыҡты.
Г.А. Шабаев: “Беҙҙең маҡсатыбыҙ – йәмғиәткә хас проблемаларҙы хәл итеү, уларҙы булдырмау. Сөнки ҡатмарлы ваҡытта йәшәүебеҙ сер түгел. Бар донъяға хас ҡаршылыҡтар, насар күренештәр, әлбиттә, беҙҙе лә урап үтмәй. Шуға күрә Рәсәй граждандары ниндәй милләттән, диндән булыуына ҡарамаҫтан, бер көс булып, тыныс тормош өсөн барыһын да эшләргә тейеш”, – тине.
Һуңынан Йәмәғәт советы ағзалары төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән граждандарҙы ҡабул итте.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: осрашыу ваҡытында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.