11 июн. 2012 г.

2012 – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

    250 тапҡыр хәрби осош яһаған СОВЕТ ЛЕТЧИГЫ

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
Муса Гәрәевтың тыуыуына – 90 йыл


    Легендар осоусы Муса Гәрәевтың исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле. Илебеҙҙең ҡаһарман улы 1922 йылдың 9 июнендә Илеш районы Иләкшиҙе ауылында ябай ғаиләлә донъяға килә. Ул Бишҡурай тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай һәм уҡыуын Өфө тимер-юл техникумында дауам итә. Шул осорҙа авиация менән ҡыҙыҡһына башлай һәм Өфө аэроклубына йөрөй. Үҙенең осоусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Энгельс ҡалаһындағы хәрби осоусылар мәктәбенә юллана, ләкин уны тамамларға насип булмай. Ул 1942 йылдың көҙөндә Ватанды һаҡларға яу яланына китә. Хәрби осоусы Сталинград фронтына ебәрелеп, 1945 йылға тиклем Көнсығыш Пруссияғаса утлы һуғыш юлы үтә, тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көрәшә. 250 тапҡыр хәрби осош яһап, ике тапҡыр  Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
    Фрунзе исемендәге Хәрби академияның авиация факультетын тамамлағас, Муса Гәрәев хәрби-транспорт авиация полкы (ХТАП) командирының осоу часы буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, һуңынан үҙе полк командиры була.
    Полк иң ҡатмарлы һауа торошо шарттарында ла көнөн-төнөн оса – осоу составы беренсе класлы әҙерлеккә эйә була. Гәрәев үҙе лә “беренсе класлы хәрби летчик” исеме ала. Унда мөмкин тиклем йышыраҡ осоу һәм йәш летчиктарҙы осоу оҫталығына өйрәтеү теләге көслө була. Ул фронтта ла ошо сифаты менән айырылып тора.
    Ә бурыстар ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара. Экипаждар айҙар буйына базала күренмәй. Был төньяҡты интенсив үҙләштереү осоро була. Гәрәев үҙе күп тапҡырҙар СП-3, СП-4 экспедицияларын тәьмин итеү буйынса 6-12 экипаждан торған төркөмгә етәкселек итә.
    Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың бөтә наградаларын иҫәпләп бөтөрлөк тә түгел. Иң мөһимдәре – Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өсөнсө дәрәжә Богдан Хмельницкий, Александр Невский, ике беренсе дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
    1948 йылда М.Гәрәевтең тыуған ауылы Иләкшиҙелә уның бронза бюсы ҡуйыла, ә 1960 йылда ул баш ҡалабыҙҙың Дан бульварына күсерелә. Скульптор Н.В. Томский яһаған скульптура портреты Третьяков галереяһында һаҡлана.
    Муса Гәрәев һуғышта үҙенең мәңгелек мөхәббәтен – Галина исемле ҡыйыу ҡыҙҙы осрата. Ысын мөхәббәт бөтә тормош һынауҙарын үтә. Галина Александровна менән улар бергәләп оҙон бәхетле ғүмер кисерә, ике бала тәрбиәләп үҫтерә.
    1987 йылдың 17 сентябрендә илебеҙ ҙур юғалтыу кисерә -- халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы 65 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ул Өфөнөң Еңеү паркында ерләнгән.

    Интернет материалдарын файҙаланып, Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.