24 июн. 2012 г.

Балаларҙың йәйге ялы



    “Орленок”та ял итеүе күңелле!


    Мәктәп уҡыусыларының йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулының ҡыҙған мәле. Ҡайһы бер балалар мәктәп лагерында, кемдер Граф, Талҡаҫ күле буйында, бәғзеләре ауылда ҡартатай-өләсәйҙәрендә рәхәтләнеп ял итә. Нәҡ ошо миҙгелдә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡояшта ҡыҙынып, сынығып, һаулығын нығыта.


    “Орленок” лагерында ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә мәҙәни, спорт ярыштарына бәйле. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың сәмләнеп “Күңелле старттар”ҙа ярышыуын күреүе айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Был уйындарҙа һәр отряд үҙенең таһыллығын, йылғырлығын күрһәтеп, сәмләнеп ҡатнашты. Балалар бер-береһен уҙышып та, туп ташлап та, онло тәрилкә эсенән тимер аҡса эҙләп тә ярышты. Вожатыйҙар әйтеүенсә, ҡыҙҙар һәм малайҙар бигерәк тә ошондай спорт сараларын үҙ итә икән.
    Төрлө ярыштан арып-талып, асығып та өлгөргән балаларҙы көнөнә алты мәртәбә ашаталар. Һаулыҡтарын нығытыу өсөн, үпкә сирҙәренә профилактик сара ла булараҡ, ҡымыҙ эсерәләр. Күп кенә ата-әсәләр балаһының ашауға насар булыуына зарланһа ла, лагерҙа ял итеүселәр ашнаҡсылар бешергән тәмле аш-һыуҙы яратып ашай икән.    
    “Орленок” лагерының директоры Рәсүл Мансур улының лагерь тормошо, киләсәккә пландары, ата-әсәләргә булған теләктәре менән уртаҡлашыуын үтенгәс, ул: “Хәҙерге ваҡытта лагерҙа 180 бала ял итә. Улар араһында етем, патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар бар. Әлбиттә, беҙ йыл һайын балаларҙың ялын яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ итеп ойошторорға тырышабыҙ. Хәҙерге ваҡытта яңы баскетбол майҙансығы төҙөлөп бөтөп, асфальт түшәлде. Шулай уҡ тағы бер ерҙә уйын майҙансығы, теннис корты төҙөргә йыйынабыҙ. Ашханала төҙөкләндереү эштәре үткәрелде. Хыялыбыҙ – киләсәктә балалар корпусын ҡышын да йылы булырлыҡ итеп үҙгәртеү. Йыл һайын лагерь миҙгеле башланыр алдынан һәм тамамланғас, мәсеткә барып хәйер бирәм. Беҙҙең эштә иң мөһиме – балаларҙы имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ ял иттереү. Шуға күрә лагерға тәрбиәселәрҙе, вожатыйҙарҙы һайлап ҡына алам. “Орленок”та балалар өсөн төрлө түңәрәктәр ҙә ойошторола. Икенсе заездан ҡурай, бейеү һ.б. түңәрәктәр эш башлаясаҡ. Балалар унда ҙур теләк менән шөғөлләнә. Һәр бала өсөн иң мөһиме – ата-әсәле ғаилә булыуын яҡшы аңларға тейеш. Шуға күрә ғаиләләрегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, уны күҙ ҡараһындай һаҡлағыҙ. Һәр изге башланғысты ата-әсә тәрбиәһе биреүен онотмағыҙ”, – тине.
    Эйе, балаларҙың рухи тәрбиәһенә лагерҙа ҙур иғтибар бирелә. 16 июндә үткән ата-әсәләр көнө лә “2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на арналды. Шуныһы әһәмиәтле, балаларҙы һыуҙа төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлаған инструкторҙар күлдә үҙеңде нисек тоторға, батып барған кешене нисек ҡотҡарырға кәрәклеге, уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләп үтте. Артабан вожатыйҙар, тәрбиәселәр һәм балалар әҙерләгән концерт булды. Унда башҡорт һәм хәҙерге заман йыр-бейеүе, шиғырҙар яңғыраны, төрлө ҡыҙыҡлы сәхнәләштереү күрһәтелде. Ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарының ни тиклем талантлы булыуҙарына, үҙҙәрен сәхнәлә ҡыйыу тотоуҙарына һоҡланып бөтә алманы. Иң кескәйҙәр ҙә, өлкән отрядтағы ағай-апайҙарынан ҡалышырға теләмәй, йырлап-бейеп күрһәтте.
    Артабан ата-әсәләргә балалары менән ял итеү өсөн 2-3 сәғәт ваҡыт бирелде. Шуныһы ҡыуаныслы, лагерҙан ҡайтырға теләк белдергән ҡыҙҙар һәм малайҙар бик һирәк. 6 йәштәгеләрҙең дә унда үҙ йортонда йөрөгәндәй рәхәтләнеп ял итеүе, тәрбиәселәрҙең улар өсөн күңел йылыһын йәлләмәүен дәлилләне. 

    Балаларҙан “Лагерҙа һеҙҙең өсөн иң оҡшағаны нимә?” – тип һорағас, улар дәррәү итеп: “Һыу төшөү!” – тип яуап бирҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө саралар, кискеһен үткәрелгән дискотеканы ла бик ярата икән.
    Эйе, йәйге матур мәл бик тиҙ үтә. Шуға күрә ошо ваҡытта балаларҙың сынығып, ҙурайып, һаулығын нығытып, яңы көс менән  уҡыу йылын башлауын теләйек.

    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
    Автор фотоһында: балалар күңелле ял итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.