24 июн. 2012 г.

КӘҢӘШМӘЛӘР

    Мөмкин тиклем күберәк мал аҙығы тупларға!


    БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н.Коваленко етәкселегендә мал аҙығы әҙерләү һәм йәйге көтөү миҙгелендә малдарҙы туҡландырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ошондай бурыс ҡуйылды.

    Кәңәшмә башында Николай Коваленко мал аҙығы әҙерләү  темпының түбән, тупланған мал аҙығының тейешле күләмдән кәм булыуын белдерҙе. Эҫе һауа торошо һәм яуым-төшөмдөң юҡлығы һөҙөмтәһендә яңыртылмаған һәм өҫтәлмә туҡландырылмаған баҫыуҙарҙа күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең үҫеше насар, былтырғынан 50-60%-ҡа кәм.
 
    Аграрийҙарға дәүләт тарафынан былтырғыға ҡарағанда 300 млн һумға күберәк ярҙам бүленә. Ошо көндәрҙә минераль ашлама, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, элиталы орлоҡ алыуға субсидиялар, тиҙҙән дизель яғыулығына 250 млн. һум күсәсәк. Планда техника һатып алыуға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн компенсациялау ҡаралған.
 
    Ауыл хужалығы министры урынбаҫары В.Незнанов мал аҙығы әҙерләү барышы, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү һәм  ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш буйынса сығыш яһаны. Ураҡҡа ҡәҙәр күп йыллыҡтарҙы беренсе тапҡыр сабып алырға һәм бер йыллыҡтарҙан сенаж һалып өлгөрөргә кәрәк.
 
    Аграрийҙар алдында йыл ярымға етерлек сифатлы мал аҙығы әҙерләү, бар ергә техника, кеше йәлеп итеү, айлыҡтар ойоштороу бурысы ҡуйылған. Төп маҡсат – малсылыҡты, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү.  
 
    БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ф.Шәйхетдинов республикала ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға киткән сығымдарҙың өлөшләтә субсидияланыуын һәм ошо көндәрҙә «Башсельхозтехника»ның аграрийҙарға мал аҙығы әҙерләү техникаһын тәү башлап түләү иғәнәһен күсермәйенсә биреү мөмкинлеге хәл ителеүен белдерҙе. Бар техниканың әҙер булыуы, уның кадрҙар менән тәьмин ителеүе, дәүләт техосмотры үтеүе һәм ике сменала эшләү кәрәклеге әйтелде.
 
    Малсылыҡ тармағы менән БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин таныштырҙы. Һөт етештереү кимәлен тигеҙләү һәм мал һанын һаҡлап ҡалыу маҡсатында төнгө көтөү ойоштороу, йәшел масса һәм эшкәртеүсе предприятиеларҙың продукцияһы менән өҫтәлмә туҡландырыу, мөмкин булғанса тәбиғи көтөүлектәрҙе файҙаланыу, малды тәүлек әйләнәһенә һуғарыу, ҡәтғи рәүештә зооветеринар нормаларҙы үтәү, үткән йыл уңышынан ҡалған мал аҙығы ҡалдыҡтарына ревизия үткәреп, күләмен, сифатын билдәләү, һаҡлауҙы ойоштороу планлаштырыла.     
 
    Кәңәшмәгә йыйылыусылар артабан райондағы эш барышына туҡталды. Район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров бер йыллыҡ үләндәрҙе йәйге сәсеүҙе ойоштороу, күп йыллыҡтарҙы икенсегә сабыу, уларҙы өҫтәлмә туҡландырыу, ҡый баҫҡан иген баҫыуҙарын сенажға ебәреү кәрәклеген әйтеп үтте һәм әҙерләнгән мал аҙығы сифатлы һаҡланһын өсөн шарттар тыуҙырыуҙы талап итте.
 
    Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин бесән, сенаж әҙерләүҙе башлаған хужалыҡтар менән таныштырҙы, пар ерҙәрен эшкәртеү, бер йыллыҡтарҙы йәйге сәсеүгә лә туҡталды. Радик Ғәле улы шулай уҡ районда ҡоротҡостарға ҡаршы иғлан ителгән ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү эше менән таныштырҙы.
 
    Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев һауынды иртәле-кисле түгел, ә көнөнә берҙе үткәрергә тәҡдим итте. Был ысулды районда “Рассвет” АХК-һы уңышлы ҡуллана. Мөнир Ғәйнетдин улы малсылыҡ базаларын ремонтлауҙы, ҡышҡа әҙерләүҙе тиҙерәк башлау кәрәклеген белдерҙе.
 
    Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов хужалыҡ етәкселәренән эште тейешенсә ойоштороуҙы һәм уны контролдә тотоуҙы ҡәтғи талап итте.
 
    – Эш алымдарын үҙгәртер мәл етте, – тине Илшат Хәмит улы. – Барыһын да үҙебеҙ өсөн башҡарабыҙ. Мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙләтергә, тейешлесә агротехник алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Базаларҙы ремонтлауға тотонорға ваҡыт, мал һанын ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмаясаҡ.
 
    Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.