29 июн. 2012 г.

Эш сәфәрҙәре

Төҙөлөшкә – насар баһа 


Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Николай Алексеевич Гавва Баймаҡ районы һәм ҡалаһында барған төҙөлөш эштәре барышы менән танышып, шундай баһа бирҙе.

Н.А. Гавва тәүҙә ҡаланың Азанов урамында төҙөлә башлаған 220 урынлыҡ балалар баҡсаһына туҡталды. Эш барышына ул үҙенең тулы ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Ағымдағы йылдың 28 майында башланған төҙөлөш әле булһа бер урында “тапана”. Санкт-Петербург ҡалаһының “Еврострой” ЯСЙ-һы тендерҙа еңеп сыҡһа ла, уларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында, төҙөлөш эштәре бөтөнләй алып барылмай. Буласаҡ балалар баҡсаһының ни бары нигеҙ соҡоро ғына ҡаҙыла башлаған һәм туҡтап ҡалған. Ул ҙур етешһеҙлектәр менән эшләнгән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары К.П. Замотаев белдереүенсә, Республика программаһына ярашлы декабрҙә Башҡортостан буйынса 52 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Ләкин беҙҙә ҡабул ителгән график бөтөнләй күҙәтелмәй.
– Төҙөлөшкә аҡса тулыһынса күсерелгән, әммә һөҙөмтә юҡ, – тине Н.А. Гавва. – Эш барышы менән бөтөнләй ҡәнәғәт түгелмен. Төҙөлөш майҙансығы булдырылмаған, техника юҡ, бер генә плита ла һалынмаған. Ғөмүмән, эшләгән бер генә кешене лә күрмәйем. Әгәр артабан да ошолай дауам итһә, подрядсылар закон буйынса яуапҡа тарттырыласаҡ һәм аҡса кире ҡайтарыласаҡ. Ләкин шуныһы йәл – ваҡыт үтә. Ә беҙгә балалар баҡсаһын мөмкин тиклем тиҙерәк сафҡа индереү мөһим. Ошондай уҡ программа менән республикала төҙөлә башлаған балалар баҡсаларының 2-се ҡаттары ҡалҡып сыҡты инде. Дәүләт заданиеһы менән билдәләнгән төҙөлөштөң туҡтап ҡалыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Рәйес урынбаҫары артабан Еңеү урамында социаль программа буйынса төҙөлә башлаған йортта булды. Бында март айында уҡ Сибай ҡалаһының “БашЗауралСтрой” ЯСЙ-һы эш башлай, ләкин ул әле туҡтап ҡалған. Н.А. Гавва бында ла етди иҫкәрмәләр яһаны. Уның белдереүенсә, Баймаҡҡа торлаҡ төҙөлөшө өсөн өҫтәмә финанс бүленгән. Район һәм ҡала буйынса 34 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡалған ҡатындарына, 19 етем балаға, 3 Чернобыль аварияһында ҡатнашыусыға фатир биреләсәк. Тимәк, социаль торлаҡ талап ителә. Яңы йорттарҙа файҙаланылған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләп барыусы ҡоролмаларҙың да урынлаштырылыуы бында йәшәүселәрҙең сығымдарын күпкә ҡыҫҡартырға булышлыҡ итәсәк. Шул яғы менән дә социаль торлаҡтың әһәмиәте ҙур. Н.А. Гавва был объектты ла графикка ярашлы күрһәтелгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшырырға, тигән бурыс йөкмәтте.

Үҙәк ҡала дауаханаһында 15 урынлыҡ инфекция бүлеген төҙөү мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Ошо көндәрҙә унда төҙөлөш эштәре башланасаҡ.
Ҡуянтауҙа барған мәктәп төҙөлөшөн күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. “Баймаҡ ПМК-һы” төҙөүселәре апрелдә башлаған эш аҙағына яҡынлаша. Мәктәптең ҡыйығы ябыла башлаған, тәҙрәләр ҡуйыла. Н.Гавва уның барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Бында барлыҡ эштәр графиктан алда алып барыла. 1 сентябрҙә мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ, тип көтөлә.
– Республикала, районда алып барылған төҙөлөш эштәрен контролдә тотоу мөһим, – тине Н.Гавва хәбәрселәргә биргән интервьюһында. – Быйылғы хаталарҙы киләһе йылда ла ҡабатлап, ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн, тейешле ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ. Бөгөн 2013 йылда алып барыласаҡ төҙөлөш объекттары өйрәнелә.  Бурыстар ауыр, ләкин уларҙың барыһы ла үтәрлек. Уларҙы сифатлы итеп һәм ваҡытында тапшырыу мөһим.
Ысынлап та, Баймаҡта төҙөлөш киң ҡолас йәйә. “Талҡаҫ” шифаханаһында йөҙөү бассейны менән күңел асыу урыны, һыу таҙартыу ҡоролмалары төҙөләсәк. Ҡалала тағы ла бер 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын булдырыу планлаштырыла. Хоҡуҡ һаҡлау йортонда төҙөлөш эштәре ҡайтанан йәнләнәсәк. Ҡаланың Көньяҡ микрорайонында инженер селтәрен ҡороу дауам итә. Тағы ла бер социаль йорт төҙөү ҡарала.
Н.А. Гавваны муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев, баш архитектор В.В. Бритов, Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығынан вәкилдәр оҙатып йөрөнө. Объекттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Н.А. Гавва эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. 
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоларында: Ҡуянтау мәктәбендә эш ҡайнай; Н.А. Гавва (һулдан өсөнсө) кәңәштәрен бирә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.