22 июн. 2012 г.

КӨНҮҘӘК МӘСЬӘЛӘ

ТӘЛӘФЛӘМӘЙЕК ҺЫУҘЫ!


   Баймаҡта эсәр һыу проблемаһы күптән инде көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Ҡайһы бер урамдарҙағы һыу селтәре үҙ функцияһын үтәүҙән бөтөнләй туҡтаған. Оҙон ҡыш буйы халыҡты махсус машиналар ярҙамында һыу менән тәьмин итеү ойошторолдо һәм ул әле лә дауам итә. Был проблема ни өсөн хәл ителмәй? Ҡасан һыу булыр? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Водоканал” ЯСЙ-һы директоры И.М. Солтановҡа мөрәжәғәт иттек һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдары менән таныштыҡ.

  Баймаҡта  дөйөм һыу селтәренең 76 проценты иҫкергән. Шунлыҡтан авариялар ҙа йыш булып тора. Мәҫәлән, ҡаланың С.Юлаев урамында, торбалар туңыу сәбәпле, ҡыш буйы һыу булманы.
   – Быйыл ҡар әҙ булғас, һыу торбалары ятҡан урында  2 – 2,5 метр тәрәнлектә ер туңған, был урында һыу менән тәьмин итеү тураһында һүҙ алып барыу файҙаһыҙ, – тип борсолоуын белдерҙе “Водоканал” ЯСЙ-һы директоры И.М. Солтанов. – 109 һыу колонкаһының 15-е бөгөн дә эшкә яраҡһыҙ.

   Һыуһыҙлыҡтың тағы ла бер сәбәбе – районда 4-5 йыл инде ҡоролоҡтоң хакимлыҡ итеүе. Был да һыуҙы күпләп юғалтыуға килтерә. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр торбаларға рөхсәтһеҙ шланг тоташтырып, баҡсаларына һыу һибә. Предприятие белгестәре даими рәүештә рейдтарға сығып, бындай осраҡтарға юл ҡуйырға тырыша.  Файҙаланған һыу өсөн бурыстар ҙа арта бара. Күп осраҡта халыҡ контролерҙарҙы: “Һыу – Хоҙайҙан,  бушлай булырға тейеш”, – тигәнерәк яуаптар менән оҙатып, түләүҙән ҡырҡа баш тарта икән. Һыу үҙенән-үҙе генә колонкаларҙан аҡһа ине лә бит. Бының өсөн “Водоканал” ЯСЙ-һы коллективына ҙур көс һалырға тура килә. Өҫтәүенә, предприятиеның техник базаһы ла туҙған.
     «Мин «эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ» өҫтөнлөктәрен юҡҡа ғына һайламаным. Граждандарыбыҙҙың тормош сифатын билдәләүсе ошо төп йүнәлештәр буйынса бик күп хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ бар».
     Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.

     Һыу менән файҙаланыусыларҙың меңәр һумлап бурыстары йыйылғандар ҙа бар. Ләкин суд ҡарары булып та, уларҙы ҡайтартыу бик ауыр, тине И.М. Солтанов. Ҡулланыусылар ни өсөндөр бурыстарын ҡапларға ашыҡмай. Ә бит предприятиеға ай һайын электр энергияһы менән файҙаланған өсөн генә лә 500 мең һум түләргә кәрәк. Бөгөн  “Башҡортостан электр энергияһы менән тәьмин итеү компанияһы” ЯСЙ-һына 1 миллион 200 мең һум бурыс йыйылған. “УК ЖФБ” ЯСЙ-һының “Водоканал” ЯСЙ-һына 4,5 миллион һум бирәсәге бар. Улар тулыһынса ҡапланған осраҡта, һыу селтәренең күп өлөшөн яңыртырға мөмкин булыр ине. 
  Эйе, коллектив бында тырыш, уңған. Килеп тыуған аварияларҙы ваҡытында бөтөрөр өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләүҙән дә баш тартмайҙар. Өҙөп-өҙөп алған эш хаҡына ла риза улар.
   Ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булып тора. Ҡайһы осраҡта ул күп ҡатлы йорттарҙағы 4-се, 5-се ҡатҡа ла барып етмәй. Проблемаларҙы бөтөрөү өсөн етди саралар күрелә. Бөгөн ҡаланың Мәктәп, Энтузиастар, Күлйортау, Крәҫтиәндәр, Салауат Юлаев урамдарында өлөшләтә ремонт эштәре башҡарылған. 1990 йылдарҙа ябылған запас һыу тартыу скважинаһын ҡайтанан эшләткән осраҡта ГРП микрорайоны халҡын һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге буласаҡ. Иҙелбай һәм Ирәндек урамдарында һыу торбаларын ремонтлау файҙаһыҙ. Уларҙы тулыһынса алмаштырыу талап ителә.
   Килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙең тағы ла бер юлы – һыу селтәрен тулыһынса реконструкциялау. Кире осраҡта бөгөнгө проблема киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Торбаларҙы яңыртыу өсөн ҙур суммала аҡса  кәрәк, ләкин көскә-көскә йәшәп килгән предприятиеның бындай мөмкинлеге юҡ.
    Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа иң таҙа һыу – Баймаҡта. Быны эксперттар ҙа раҫлай. Шунлыҡтан эсәр һыуҙы ҡәҙерләп тотоноу фарыз. Һыу селтәренә рөхсәтһеҙ тоташтырылған шлангыларҙы алырға, бурыстарҙы тулыһынса ҡапларға кәрәк. Шул осраҡта ғына беҙҙе һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәктәр. Бөтөнләй эсәр һыуһыҙ ҡалып ҡуймайыҡ, йәмәғәт.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: Күпме һыу ағып әрәм була... Шул уҡ мәлдә кемдер һыуһыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.