3 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

     Йәш белгестәргә ярҙам

     “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалын дәүләт яҡлауы  саралары тураһында”ғы  БР Президенты Указына ярашлы, 31 майҙан 30 июнгә тиклем агросәнәғәт комплексы ойошмаларынан дәүләт ярҙамы алыуға (йәш белгестәргә) конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы. Ғаризалар һәм тейешле документтарҙы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә тапшырырға кәрәк. Бөтә һорауҙар менән 2-17-09, 2-10-88 телефондары йәки 211-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә.
    

     Әминдә мәсет асыла

     Район мосолмандарын 14 июнь көнө Әмин ауылында мәсет асыу тантанаһына саҡырабыҙ. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
     Ойоштороу комитеты.
    

     Субсидия бирелә

     БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге тарафынан үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға субсидиялар  биреү буйынса документтар ҡабул итеү башланды. Субсидиялар ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә бирелә. 2-17-15, 89273177940 телефондары буйынса шылтыратырға.
     Ф. БАЙЙЕГЕТОВ, Түҙәктең белгес-эксперты.
    

     Иң яҡшы механизаторға – еңел автомобиль!

     “Һабантуй-2012” милли-спорт байрамында яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау, баҫыу батырҙарын тәбрикләү менән бер рәттән,  райондың иң яҡшы механизаторы ла билдәләнәсәк. Муниципаль район хакимиәтенең ҡарары менән  иң яҡшы механизаторға еңел автомобиль тапшырыласаҡ.
    

     Иҙел – лауреат!

     “Урал моңо-2012” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә яҡташыбыҙ, Буранбай ауылынан Иҙел Аралбаев лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды яуланы. Ҡурайсы һәм йырсы егеттең өлгәшкән ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ. Ул Әҙеһәм Исҡужин исемендәге республика конкурсында, “Башҡорт йыры”, “Салауат йыйыны” һ.б. бихисап бәйгеләрҙә еңеүсе булды. Афарин!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.