22 июн. 2012 г.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

     Үҙ эшенең оҫтаһы


  “Таналыҡ” АХК-һы малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса районда лайыҡлы урынды биләй. Бында хужалыҡтың баш зоотехнигы, тәжрибәле белгес Р.А. Танһыҡҡужиндың хеҙмәте ҙур. Тап малсылыҡ тармағы хужалыҡ иҡтисадында төп ролде биләй. 
  Әлеге ваҡытта кооперативтың “Шөгөр” йәйләүендә 220 баш һауын һыйыры көтөлә, 7 һауынсы эшләй. Әйткәндәй, улар быйылдан иртәнге һәм киске һауынға автобус менән йөрөй.   

    Сәриә Зәкир ҡыҙы Йәнтүрина (һүрәттә) күп йылдар дауамында  һауынсы булып эшләй. Әле ул көндәлек тулайым һауымды 425 килограмға еткереүгә өлгәшеп, алдынғылар рәтендә тора. Хеҙмәтен яратып башҡарған, тәжрибәле С.Йәнтүринанан хужалыҡ етәкселеге лә ҡәнәғәт.
     А. ИШНАЗАРОВ.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.