2 июл. 2012 г.

 Яңылыҡтар

     Эшҡыуарҙар иғтибарына

     Быйыл 18 майҙа Өфөлә Хөкүмәт Йортонда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса уҙған кәңәшмәләрҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына түбәндәге мәғлүмәтте еткерә. Был субъекттар 3 айҙан 3 йылға тиклем арауыҡҡа йылына 8 процент ставка менән 30 млн һумға тиклем кредит алыуҙа (БР Хөкүмәтенең 2010 йылдың 8 февралендәге 35-се ҡарары) һәм бер йылға тиклем 10 процент менән 1 млн һумға тиклем микрофинанслауҙа ҡатнаша ала.
     Адресы: Сибай ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы,32. Телефондар (34775) 2-22-92, 2-33-82. E-mail: busincub@mail.ru.

     Ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды

     “Рәсәй йәш эшҡыуары – 2012” төбәк конкурсында ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 июлгә тиклем оҙайтылды. Унда 14 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.
     Теләгәндәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына заявкалар тапшыра ала.

     Почта картаһы

     Рәсәй почтаһы “Русский стандарт” банкы менән берлектә “Почта картаһы” тип аталған яңы хеҙмәт төрөн булдырған. Халыҡ картаға аҡса һалып, уның аша төрлө хеҙмәттәр, торлаҡ-коммуналь уңайлыҡтар өсөн түләй ала. Был уңайлыҡ менән файҙаланырға теләүселәр Баймаҡ почтамтына мөрәжәғәт итһен.

     Машина йыуалар...


     Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районындағы йылға-кисеүҙәрҙә, Талҡаҫ һәм Граф күлдәре буйҙарында күпләп шәхси машиналарҙы йыуыу факттары асыҡланған. Башлыса такси хеҙмәте күрһәткән машиналарҙың хужалары ошондай тәртип боҙоуҙарға бара. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8,13-сө статьяһына ярашлы, бындай осраҡтарҙа физик берәмектәргә – 2 мең һумға, ә юридик берәмектәргә 4 мең һумға тиклем 
штраф һалыу ҡаралған.

     Ял ваҡыттары күсерелә

     Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы илдең Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр менән закон проектын ҡабул итте. Төҙәтмәләргә ярашлы, 2013 йылдан май байрамдары Яңы йыл каникулы иҫәбенә ике көнгә оҙайтыла.
     Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә ғинуарҙағы байрам көндәре ундан һигеҙ көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Был ике көн 1 йәки 9 май көндәренә өҫтәләсәк, тип хәбәр ителә Өфө хакимиәте сайтында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.