17 июл. 2012 г.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Күп фатирлы йорттарҙа – капиталь ремонт


“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды тураһында”ғы федераль законға ярашлы, “Юбилей” торлаҡ милекселәре ширҡәте 2008 йылдың июль айында барлыҡҡа килде. Был ширҡәттең рәйесе – М.Ә. Ғәйнуллин.
 

“Юбилей” торлаҡ милекселәре ширҡәте ҙур түгел – ул етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа төҙөлгән дүрт күп фатирлы йортто берләштерә. Ширҡәтте төҙөүҙең төп маҡсаты тәү сиратта капиталь ремонт буйынса республика адреслы программаһында ҡатнашыу булғайны. Был ниәт тормошҡа ашты, сөнки торлаҡ биналар милекселәре ҡуйылған маҡсатты хуплап ҡаршы алды һәм аңлап ҡабул итте.
 
Юбилей урамы, 22-се һанлы йорт – республика адреслы программаһының  “тәүге ҡарлуғасы”. Унда  өлөшләтә капиталь ремонт эштәре башҡарылды ла инде. Йорттоң ҡыйығы тулыһынса алмаштырылды, һыу менән тьәмин итеү системаһы яңыртылды. Шулай уҡ дөйөм йорт өсөн һыу һәм йылылыҡты иҫәпләү приборҙары ҡуйылды. Бүлеү ҡорамалдарын алмаштырып, тулыһынса электр селтәрҙәре ремонтланды. Ошо йортта йәшәүселәргә быға тиклем күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған һыу менән тәьмин итеү системаһы үҙгәртеп ҡоролдо.
 
Оҙаҡламай был йортта киләһе көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек сиктәрендә ишектәр алмаштырыласаҡ, баҫҡыс майҙансыҡтары ремонтланасаҡ. Әле йортто уратып алған рәшәткә ҡоймалар алмаштырыла.
Быйыл тағы ла торлаҡ милекселәре ширҡәтенә ҡараған ике йорт адреслы программа буйынса ремонтланасаҡ. Әлеге ваҡытта уларға проект-смета документтары әҙерләнә.
 
Ләкин, башҡарылған һәм планлаштырылған эштәргә ҡарамаҫтан, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшеү мәсьәләһе асыҡ ҡала. “Юбилей” торлаҡ милекселәре ширҡәте ағзаларының әлеге көнгә 370 мең һумдан ашыуыраҡ бурысы бар. Ваҡытында иҫәпләшмәү ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар алдында бурыстарға килтерә. Бынан тыш, ул торлаҡ йорттарҙың инженер селтәрҙәрендә ремонт эштәрен кисектерә, көҙгө-ҡышҡы миҙгелде тулы әҙерлек менән ҡаршылауға аяҡ сала. Ошоға бәйле, тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрөп үткем килә: коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә сикләүҙәр булмаһын өсөн бурыстарығыҙҙы ваҡытында ҡапларға кәрәк.
 
Р. Байбулатов, “УКЖФБ” ЯСЙ-һы директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.