23 июл. 2012 г.

ЗАКОН ҺӘМ БЕҘ

    КӨН ТӘРТИБЕНДӘ – ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ


    Хеҙмәт кешеһенең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау маҡсатында хеҙмәтте һаҡлау буйынса дәүләт системаһын камиллаштырыу талап ителә. Бына шуның өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “2012-2016 йылдарға хеҙмәтте һаҡлау һәм эш шарттарын артабан яҡшыртыу маҡсатлы программаһын раҫлау тураһында”ғы 340-сы ҡарары булды.

    Башҡортостан Республикаһында производствола бәхетһеҙлек осраҡтары кәмеһә лә, йәрәхәт алыуҙан вафат булыу кимәле иҡтисади алға киткән илдәрҙәгенән 2-2,5 тапҡырға күберәк. Йыл һайын республикала яҡынса 100 кеше ошо арҡала һәләк була. Бәләгә тарыу осраҡтарын тикшереү шуны күрһәтә: күп бәхетһеҙлек осраҡтары финанс-иҡтисади ҡыйынлыҡтар булғанға түгел, ә күп етәкселәрҙең эш урынында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә талапсанлыҡ күрһәтмәүҙәренә бәйле. Яуаплы кешеләр күп осраҡтарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙ шарттарҙа эшләүе, хеҙмәт һағы буйынса тейешле ойоштороу эштәре алып бармай. Хәүефһеҙ эш алымдары һәм формалары буйынса уҡыуҙар йомшаҡ үтә, хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт дисциплинаһын һаҡламай, айныҡ булмаған килеш эшкә сығыу осраҡтары күп.
    Әлбиттә, производствола йәрәхәт алыу хеҙмәтте һаҡлау буйынса кадрҙар етмәүҙә лә сағыла. Йыш осраҡта был вазифа осраҡлы кешеләргә тапшырыла, улар былай ҙа 2-3 вазифа алып бара, тейешле әҙерлектәре, тәжрибәләре юҡ, эш формаль рәүештә башҡарыла.  Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, уларға шәхси һаҡланыу сараларын аңлатыу ҙа тейешенсә башҡарылмай.
    Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә был өлкәлә юғары аңлылыҡ күрһәтергә тейеш. Законда хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә ниндәй гарантиялар һәм хоҡуҡтар ҡаралғанын уларға яҡшы белергә кәрәк. РФ Хеҙмәт кодексы нигеҙендә эш биреүсе эш урынын аттестациялай. Уларҙа эш шарттары ла иҫәпкә алына. Ниндәй милек формаһы булһа ла, һәр предприятие хеҙмәт шарттары буйынса биш йылға бер тапҡыр эш урындарын аттестацияларға тейеш. Шарттарҙың насарлығынан һөнәри ауырыуҙар килеп сыға. Ауыр һәм зыянлы хеҙмәт шарттарында эшләүселәр эш биреүсе иҫәбенә даими рәүештә медицина тикшереүе үтә. Был тикшереүҙәр ваҡытында хеҙмәткәрҙәрҙең әлеге эште башҡарыуға яраҡлылығы тикшерелә һәм һөнәри ауырыуҙары иҫкәртелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп урында хеҙмәткәрҙәрҙең медосмотр үтеүенә бармаҡ аша ҡарайҙар. Юғарыла атап үткән программаның маҡсаты – эшселәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау, тормош хәлен яҡшыртыу. Программаны финанслау күләме – 2,5 миллион һум. Уның бер өлөшө бюджеттан, икенсе өлөшө бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан, өсөнсөһө ойошмаларҙың үҙҙәренән финанслана.
    Донъяла иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, уны һаҡларға кәрәклеген онотмаһаҡ ине.
    С. КЕЙЕКБИРҘИНА.
    (БР Хөкүмәтенең рәсми сайты мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.